RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Вуз ректорҙары, райондарға сығып, халыҡ менән осраша

10.02.2012 Вуз ректорҙары, райондарға сығып, халыҡ менән осраша

Башҡортостан вуздарының Ректорҙар советы республика ҡала һәм райондарында күсмә ултырыштар үткәреү тураһында тәҡдим менән сыҡҡайны. Ошондай тәүге ултырыш 8 февралдә Шишмә райо­нында үтте. Унда БДУ ректоры Әхәт Мостафин, БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин, ӨДНТУ ректоры Айрат Шаммазов, БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов, ӨДИСА ректоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Солодилова ҡатнашты.
ҡайҙа уҡырға барырға? Нисек итеп баланы берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыуға һәм үҙ аллы тормош­ҡа әҙерләргә? 2012 йылда юғары уҡыу йортона ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә ниндәй үҙгәрештәр бар? Ректорҙарға Шишмә районы халҡы ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Әйткәндәй, бөгөн Шишмә райо­нында 38 мәктәп иҫәпләнә. 2011 йылда район БДИ күрһәткестәре буйынса республикала өсөнсө урын­ға лайыҡ булған. Был иһә уҡыусылар­ҙың белем кимәлен күрһәтә.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов, яҡшы уҡыған уҡыусы юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс тә юғалып ҡалмай, тип, бөгөн нефть университетында 19 мең студент белем алыуын, Шишмә районынан 151 студент булыуын билдәләп үтте.
БДУ ректоры Әхәт Мостафин уҡыу­сылар араһында профориентация эшенә ҙур иғтибар бүлде.
– Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар был мәсьәләгә бик иғтибар бирмәй, һөҙөмтәлә абитуриент бер нисә уҡыу йортона документ тапшыра, хатта уның өсөн табип буламы ул, аграриймы, уныһы ла мөһим түгел, – тине ул. Уның фекеренсә, иң мөһиме, дөрөҫ һайлау, сөнки һүҙ тормош юлын һайлау тураһында бара. Башҡорт дәүләт университеты тураһында ла һөйләп үтте ул. Бөгөн унда, бөтә филиалдарын да иҫәпкә алғанда, 25 мең студент уҡый. Вуздың өҫтөнлөктәренең береһе – студенттарҙы эшкә урынлаштырыу­ға ҙур иғтибар бирелә. Белем биреү сифатына килгәндә, йыл дауамында һәр студент өс тест үтә. Әхәт Мостафин мәктәптәрҙе вуздар менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Башҡа ректорҙар ҙа уның был тәҡдиме менән килешеүен белдерҙе.
ҡыҫҡаһы, осрашыу вуз етәкселәре өсөн дә, район халҡы өсөн дә бик фәһемле булды, бик күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!