RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Студент саҡтың ҡәҙерен белеп

24.01.2012 Студент саҡтың ҡәҙерен белеп

ӨДНТУ студенты Айнур Мозафаров бер эштә лә һынатмай
Студент саҡтың ҡәҙерен белеп
Студент саҡ – хыялдарға табан атлар саҡ. Тап ошо ваҡыт – беҙҙең өсөн иң яуаплы, иң һынылыш кисереү мәле. Алдыбыҙҙа әллә күпме мөмкинлек – үҙеңде спортсы итеп һынап ҡарай­һыңмы, фән менән шөғөлләнергә теләгең бармы, бәлки, йыр-бейеүгә оҫталығың барҙыр – әйҙә, рәхим ит. 4 – 5 йыл белем алыу осоронда, күңелеңә хуш килгән шөғөлдө һайлап, үҙеңде камиллаштыраһың. Теләктәрең маҡсаттар булып формалаша һәм пландар ҡора башлайһың, белемең кимәленә, үҙеңдең оҫталығыңа ҡарап, киләсәгеңде күҙаллайһың. Күңелгә иң йылы хәтирәләр булып уйыласаҡ мәлдәр шулай һиҙелмәй ҙә үтә тора. Иң мөһиме – бөтә нәмәгә өлгөрөп ҡалырға тырышырға кәрәк, аҙаҡ үкенерлек булмаһын.
Айнур Мозафаров – Благовар районының Языков ауылы егете. Тырыш, ҡуйған маҡсатына табан ҡыйыу атлаусы йәштәрҙең береһе ул. Өфө дәүләт нефть техник университетының 4-се курсында белем ала.
Студент саҡ биргән мөмкинлектәрҙе бөтә яҡлап та файҙаланып, матур итеп ял да итергә, тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡырға ла өлгөрә. Спорт менән дә дуҫ. Йәйгеһен футбол уйнарға, ҡышҡыһын һырғалаҡҡа йөрөргә ярата. ҡышҡы каникулда ауылға ҡайтҡанда, саңғыларын алып, урманға сығып китә. Тәбиғәткә битараф түгел егет, матурлыҡҡа һоҡланып, һәр нәмәнән йәм табып йөрөй, тәбиғәт ҡосағында күңелемә тыныслыҡ табам, ти. Сәләмәт тормош яҡлы Айнурҙың иң яратҡан спорт төрө – аҡыл эше талап иткән шахмат уйыны. Уның менән 6-сы синыфтарҙа ҡыҙыҡһына башлай. Шахмат түңәрәгендә шөғөлләнә, йыл һайын район конкурсында беренсе, икенсе урындар яулай. Республика шахмат турнирҙарында ла һынап ҡарай үҙен. Айнур университетҡа уҡырға ингәс тә шахмат менән мауығыуын ташламай.
Егет 1-се курста үткән практикаһынан һуң фәнни эш менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Нефть-газ эшкәртеү ҡорамалдарының диагностикаһы менән шөғөлләнә улар унда. «Металдарҙы өйрәнеү минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Үҙем өсөн бик күп яңы нәмә астым, уларҙың төрлө эҫелектә төрлө сифатҡа эйә булыуына төптәнерәк төшөндөм һәм ҡайҙа нисек ҡулланылырға тейешлеген өйрәндем. Быйыл беҙҙе ике төркөмгә бүлделәр – ремонтлаусылар һәм диагностика яһаусылар. Мин икенсе төркөмгә эләктем һәм быға тиклем шөғөлләнгән фәнни тикшеренеүҙәрем был өлкәлә бик ярҙам итәсәк тип уйлайым», – ти Айнур.
Өсөнсө курстан һуң егет Омск ҡалаһында урынлашҡан нефть эшкәртеү заводында практика үтә. Унда буласаҡ йәш белгескә айырыуса оҡшай, сөнки уларға эште ышанып тапшыралар һәм башҡарған эштәренең ни тиклем яуаплы, ни тиклем мөһим икәнен үҙ иңендә татый бер төркөм студент.
Яуаплылыҡ тигәндән, эшкә урынлашыу өсөн бында белемдең сифаты бик мөһим. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарына талаптар бик юғары ҡуйыла. ҡайһы бер урында эшкә урынлашҡанда дипломдың ҡыҙылмы, зәңгәрме булыуына иғтибар ҙа итеп тормаһалар, эштәрен нефть эшкәртеү өлкәһе менән бәйләргә теләүселәр өсөн уртаса балл ҡуйылған. Ул дүрттән артыҡ булырға тейеш, ә Башҡортостанда был талап тағы ла юғарыраҡ. Шуға ла биш йыл буйы уҡыуыңдың һөҙөмтәһе бушҡа китмәһен тиһәң, һәйбәт билдәләргә өлгәшеү бик мөһим.
Айнурҙың киләсәккә пландары ябай ҙа, әммә шул уҡ ваҡытта тормоштағы иң мөһим нәмәләрҙе үҙ эсенә ала – яҡшы эш урыны табыу һәм ныҡлы, сәләмәт ғаилә ҡороу. Иң ҙур хыялдарының береһе – биш бала тәрбиәләп үҫтереү. Ә әлегә – уҡыуҙа һәм тормошонда һынатмай, алға барыу. Әүҙем булырға, һәр ерҙә үҙеңде һынап ҡарарға, һәләттәреңде асырға тырышырға кәрәк, тигән фекерҙә тырыш егет.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!