RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Cтудент саҡтан уҡ тәүге аҙымдарыңды эшлә

06.12.2011 Cтудент саҡтан уҡ тәүге аҙымдарыңды эшлә

Cтудент саҡтан уҡ тәүге аҙымдарыңды эшлә
«Көслөнөкө − замана» тигән мәҡәлде үҙем өсөн тағы бер яҡлап астым. Ғәҙәттә, беҙ унда насар мәғәнә һалынған тип уйларға күнеккәнбеҙ ҙә, һәйбәт яғына иғтибар итмәйбеҙ. Бөгөнгө баҙар иҡтисадына ҡоролған тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн кеше ниндәй булырға тейеш? Йылғыр, алдаша белеүсе, хәйләкәр, тип әйтер кемдер. Күптәребеҙ шулай уйлай ҙа. Ә бәлки, тырыш, ныҡышмал, үҙ маҡсатына табан ынтылыусы, ауыр­лыҡтар­ға бирешмәй, алға атлаусылыр? Үҙ эшен асырға йөрьәт иткән ҡурҡмаҫ йөрәкле, көслө рухлы кешелер?
Күп осраҡта эш хаҡы менән риза түгелбеҙ. Ә бына матди хәлебеҙҙе үҙгәртеү, тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн нимә эшләргә икәнен белмәйбеҙ, йә, белһәк тә, күрмәмешкә һалышабыҙ. Беҙ ҡул ҡаушырып ултырған арала тап шундай көслөләр теҙгенде үҙ ҡулына ала ла үҙ эшен башлай. Мин дә уйлап йөрөгәйнем бит был эш тураһында, тип ҡуяһың шул саҡ.
ҡайҙан табырға һуң ундай уңышҡа өлгәшеүсе кешеләрҙе, нисек улар менән аралаша башларға, нисек тартынмай, ҡапыл килеп уларҙан кәңәш һорарға? ҡапылғара шундайыраҡ һорауҙар килеп тыуһа ла, үҙ эштәрен асып ебәргән кешеләр эргә-тирәбеҙҙә лә байтаҡ. Башҡа отошлораҡ юлдары ла бар яңыса фекерләү, эшҡыуар талантына өйрәнеүҙең. Мәҫәлән, ниндәйҙер бизнес-тренинг булһынмы, эшҡыуар мәктәбеме, махсус китаптармы, хатта шул уҡ интернет-ресурсмы − теләгән кешегә үҙенә кәрәк мәғлүмәтте табыу өсөн ниндәй генә юлдар юҡ. Ләкин һаҡ булырға кәрәк, аҡса эшләргә өйрәтәбеҙ, тип ниндәйҙер тормошсан кәңәштәр, ысын белем түгел, ә бары тик буш һүҙҙәрен, беҙҙең мөмкинлектәребеҙгә һәм белемебеҙгә тап килмәгән ниндәйҙер сит төшөнсәләр хаҡында фәлсәфә һатыуҙарын тәҡдим итеүҙәре бар. Алданмаҫ өсөн ышаныслы сығанаҡтарға ғына мөрәжәғәт итергә тырышырға кәрәк.
Ышаныслы тигәндә, күҙ алдыма «САЙФ» (SIFE – Students in free enterprise) халыҡ-ара конкурсы килә. Инглизсәнән тәржемә иткәндә «Студенттар ирекле эшҡыуарлыҡта» тигәнде аңлата. Исеменән үк күренеүенсә, проект студенттарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был ҙур конкурсҡа 1975 йылда нигеҙ һалынған һәм ул көндән-көн үҫешә, донъя киңлектәрен яулай. Бөгөн халыҡ-ара конкурс 40-лап илде, 1800-ләп университетты берләштерә. Рәсәйгә «САЙФ» 1998 йылда килеп еткән. Әлеге мәлдә унда илебеҙҙең 60-лап юғары уҡыу йорто ҡушылған. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан студенттары ла был конкурста әүҙем ҡатнаша. БДУ-ның Сибай институты (һигеҙ йыл көсөн һынай), Башҡорт дәүләт аграр университеты, БДПУ, Бәләбәй, Учалы, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Туймазы, Благовещен ҡалалары һәм Өфөнөң күп кенә вузы үҙҙәрен бизнес менән бәйле донъя конкурсында һынай. Конкурс өс этаптан тора. Тәүге этап март айында Республика фәне көндәре сиктәрендә үтә. Икенсеһе Мәскәүҙә уҙғарыла. Унда еңгән команда октябрҙә проекттарын яҡлау өсөн сит илгә сығыу мөмкинлегенә эйә була. 2008 йылда бындай бәхет Сибай институты командаһына эләккән дә инде. Ә былтыр яҙ үткән конкурсҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһы бер нисә ай эсендә 800 мең һум аҡса алған проект тәҡдим иткән. Һөҙөмтә аһ иттерерлекме − иттерерлек!
«САЙФ» тураһында тәүге тапҡыр былтыр ишеткәйнем. Әммә әле аңым эшҡыуарлыҡ тигән һүҙҙе ҡабул итергә әҙер булманымы икән, артыҡ иғтибар итмәнем. Быйыл, Башҡорт дәүләт университетының «САЙФ» командаһына кешеләр йыябыҙ, тигән иғланды күргәс иһә, ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Былтыр тиңдәштәремдең унда йөрөгәнен дә белә инем. ҡыҙыҡһыныуҙарымдың сиктәре лә киңәйә төшкән, бөгөнгө тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө булған эшҡыуарлыҡ темаһы ла ҡыҙыҡлы һымаҡ тойола. Шылтыратып һөйләштем дә, йыйылыштарына, проект менән таныштырыу дәресенә барырға булдым. Был эшкә нисектер шикләнеберәк тә ҡарай инем. ҡапыл килеп кешенең психологияһын нисек үҙгәртмәк кәрәк, тип уйлайым. Әммә проект менән таныштыра башлағас та, шигем юҡҡа сыҡты. Беренсенән, был коммерция ойошмаһы түгел, ҡатнашырға теләүсенән ниндәйҙер аҡса талап ителмәй. Икенсенән, конкурс тарихына өс тиҫтә ярым йыл булыуы ла уның һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй. Өсөнсөнән, үҙебеҙҙең Башҡортостан йәштәренең был өлкәлә уңыштарға өлгәшеүе лә шик ҡалдырмай. Проекттың йүнәлештәре лә бары тик килем алыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Экологик, социаль проекттар ҙа байтаҡ унда. Былтырғы еңеүсе − стәрлеләр, мәҫәлән, иҫке резина шиналарҙы заводҡа тапшырып, байтаҡ аҡса эшләгән.
«САЙФ» коллективта эшләргә өйрәтә. Университет йыл һайын үҙендә конкурс командаһы туплай. Һәр теләгән студент унда үҙенең проектын, идеяларын тәҡдим итә ала. Улар араһынан иң уңышлы тип табылған бер нисәһе һайлап алына ла, улар өҫтөндә эш башлана. Һәр кемгә ниндәйҙер эш йөкмәтелгән, һәр кем үҙ өлкәһе өсөн яуаплы, шуға ла эш ырап бара. Шул яуаплылыҡты тойоп алыу ҙа бик мөһим студент өсөн. Сөнки ул дөйөм эштең уңышлылығы үҙенең эш һөҙөмтәһенән дә тороуын, алға китеш булһын өсөн һынатмаҫҡа, ниндәйҙер юлдар табырға кәрәклеген аңлай. Күмәкләп эшкә тотонғанда идеялар ҙа күберәк, тимәк, улар араһында уңыш килтерәсәктәре булыуына ышаныс та күп, клиенттар, тауар менән тәьмин итеүселәр ҙә, кәңәш бирер кешеләр ҙә күберәк. Иң мөһиме, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә аҙмы-күпме тәжрибә туплай алаһың. Йыйылыштарға эшҡыуарҙар ҙа килә, улар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кәңәштәр бирә. Ошондай саҡта тормошҡа ҡарашың үҙгәрә барғанын тояһың. Әҙергә бәҙер булып ятһаң, бер ҡасан да тормошоң алға китмәйәсәген аңлай башлайһың.
Башҡорт дәүләт университеты конкурста быйыл икенсе тапҡыр ғына ҡатнаша. Былтыр был вуз студенттары үҙҙәрен социаль проекттар аша һынап ҡараған. Дүрт проект тәҡдим иткән улар жюри хөкөмөнә: аралашыу оҫталығына эйә булыу, һайлаясаҡ һөнәреңде билдәләү өсөн синыф сәғәттәре үткәреү, экологик характерҙағы йәйге ял һәм менеджмент буйынса дәрестәр биреү проекттарын сығарғандар. «Былтыр күбеһенсә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырһаҡ, быйыл эшебеҙҙән килем ала торған йүнәлештәрҙә эшләйәсәкбеҙ, − ти БДУ командаһы кураторы Дилә Хәсәнова. − Беҙ студенттар үҙҙәренә урын таба алырлыҡ киңлектәрҙе эҙләйбеҙ, эшләргә, уйларға, әүҙем булырға өйрәтәбеҙ».
«САЙФ»-тың студенттар өсөн тағы ла бер отошло яғы − улар бизнес эшләйбеҙ тип үҙ аҡсаһын һалып, уларҙы ниндәйҙер хәүеф аҫтына ҡуймай. Икенсе төрлө әйткәндә, бер ниндәй ҙә капиталһыҙ тип әйтерлек эшкә тотонорға өйрәнә.
Яҙылғандар, мотлаҡ эшҡыуар булырға кәрәк, тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Был тырыш, ныҡышмал булырға кәрәклеген, яҡындарыңды һәм туғандарыңды матур, етеш тормошта йәшәтергә ынтылыуҙың мөһимлеген генә аңғарта. Эйе, һәр кемгә лә бизнесмен булырға тимәгән, уҡытыусылар, табиптар, тәрбиәселәр, музыканттар, ғалимдар ҙа кәрәк. Әммә кемдер үҙ эшен асып, эшһеҙлектән йонсоған кешеләрҙе эш менән тәьмин итһә, йәшәү мәғәнәһе шешәлә түгел икәнлегенә төшөндөрһә, был насармы ни? Эшҡыуарҙарға ҡырын күҙ менән ҡарап, көнләшеп ятҡансы, тәүәккәллегең етһә, үҙ эшеңде ас. Ғаиләңә, ата-әсәйеңә, ауылдаштарыңа файҙа килтерерлеген. Ә юлдары − бихисап.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!