RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Педагог ниндәй булырға тейеш?

26.11.2011 Педагог ниндәй булырға тейеш?

Ғәҙел уҡытыусы Гүзәл Ибраһимова үҙен эштән ебәргән директор урынына тәғәйенләнде

Яҙ көнө интернет селтәрендә үҫмерҙәрҙең бер малайҙы туҡмауын һүрәтләгән видеояҙма күренеп ҡалғайны. Һуңынан асыҡланыуынса, был хәл Өфө мәктәбендә булған, 12 йәшлек коррекция класы уҡыу­сыһының туҡмалыу фактын кеҫә телефонына 11 йәшлек ҡыҙ бала төшөргән.
Әлеге ваҡиға БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың иғтибарынан да ситтә ҡалманы. Ул ошо хаҡта республиканың балалар хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы Милана Скоробогатова һәм яҙма тураһында һүҙ күтәреп сыҡҡан уҡытыусы Гүзәл Ибраһимова менән осрашып һөйләшкәйне. 129-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы ҡот осҡос ролик тураһында ҡыҙынан ишетә һәм педсоветта әлеге ваҡиғаны былай ғына ҡалдырырға ярамағанын әйтә. Етмәһә, видеояҙманы кемдер прокуратураға ла ебәрә. Һөҙөмтәлә «сүп-сарҙы өйҙән сығарғаны өсөн» Ибраһимованы эштән китергә мәжбүр итәләр. Уҡыусылары, уны яҡлап, директорға мөрәжәғәт итеп тә ҡараған, әммә уларҙы ишетергә лә теләмәгәндәр.
Бөгөн иһә Гүзәл Ибраһимова әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәткәне өсөн эшен ҡалдырырға тура килгән мәктәпкә директор итеп тәғәйенләнә. БР Мәғариф министрлығында һәм Юғары педсоветта, балаларҙы тап бына ошондай педагогтар тәрбиәләргә тейеш, тигән ҡарарға килгәндәр. Ә инде элекке директор эштән бушатылған, йүнһеҙ үҫмерҙәр ҙә үҙ ҡылыҡтары өсөн язаһыҙ ҡалмаған.
Мәктәптәрҙәге хәҙерге үҙгәрештәр, реформалар, яңы ҡағиҙәләр, бөгөнгө уҡытыусы ниндәй булырға тейеш һуң, тигән һорауҙы үҙенән-үҙе ҡуя ине. Беҙҙең балаларға тәрбиә һәм белем биреүселәрҙе иң абруйлы, иң кешелекле итеп күргебеҙ килә. Яуаптың береһе шулайҙыр: мәктәптә балаларға, уларҙың бөгөнгөһөнә, иртәгәһенә битараф булмағандар эшләргә тейеш.
А. АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!