22.11.2011 Күркәм белем усағы
Яҙмыш еле әҙәм балаларын ҡайҙа ғына илтмәй ҙә, ҡулдарына ниндәй генә бүләктәр тоттормай. Уларҙың һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә байтаҡ була. Шөкөр, ҡайҙарҙа ғына йөрөһәм дә, донъя миңә гел йылмайып баға һәм кинәнесле бүләктәренән дә айырмай.
2009 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы гүзәл башҡорт гимназия-интернатында уҡыуымды тап ана шундай кинәнестәрҙең береһе тип ҡабул итәм. Бүләктең дә ниндәйе бит әле!.. Бөтә тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте, уға яңы йәйғор һыҙаттары өҫтәне, йәшәүемде йәмле һәм мәғәнәле итте. Тап ошонда үҙ-үҙемде һәм тормоштағы урынымды таптым.
Гимназиялағы уҡыған йылдарым бөгөнгөләй иҫемдә. Ул миңә төплө, социаль гуманитар профилдә белем биреп кенә ҡалманы, ә артабан ғүмер юлымда мәңге юлдаш булырлыҡ дуҫтар, аҡыллы кәңәшсе булырлыҡ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән осраштырҙы.
Гимназия-интернат, йәш булыуына ҡарамаҫтан, республикала ошо йүнәлештәге иң яҡшы белем усаҡтарының береһе. 2007 йылда үткән Бөтә Рәсәй “Каникулы – 2007” конкурсында лауреат булыуы үҙе ни тора! Ә уның район, ҡала кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә лә яулаған ҡаҙаныштарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Шулай уҡ “Достояние образования” исемле өсөнсө Бөтә Рәсәй педагогик ассамблеяла беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булыуы ла гимназиям хаҡында күп нәмә һөйләй.
Шундай һәйбәт белем усағында һәләтле балаларҙың байтаҡ булыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Уҡыусылар йыл һайын район, ҡала, республика, ил күләмендә үткәрелгән бәйгеләрҙә көс һынаша, призлы урындар яулай. Миҫалға спорт өлкәһенән Азат ҡарасуринды ғына алып ҡарайыҡ. Ул ошо йылдың март айында Сыктывкарҙа биатлон буйынса үткән Рәсәй чемпионатында чемпион исеменә һәм бронза миҙалға лайыҡ булып, спорт мастеры исеме алды һәм апрелдә донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы. Азат шулай уҡ 2014 йылда Сочи Олимпиадаһы уйындарында ҡатнашасаҡ.
Гимназияның үҙенә, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективына килгәндә, уларҙы тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алам. Белем усағында, ысынлап та, үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен белгән, балалар йөрәгенә үтеп инерлек тәжрибәле педагогтар эшләй. Күптәре дәүләт тарафынан күп тапҡыр Маҡтау ҡағыҙҙарына, мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ.
Гимназияла уҡыған осорҙа интернатта йәшәнем. Иҫ киткес һәйбәт йәшәү шарттары менән бер уңайҙан, яратҡан тәрбиәселәребеҙ, ашханала телеңде йоторлоҡ тәмле аштар бешергән ашнаҡсыларыбыҙ беҙҙең күңелдәребеҙгә өй йылыһы бөрктө. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ауыр, көнө-төнө тырыш хеҙмәт талап иткән эштәрендә артабан да юғары уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләйем.
Ошо көндәрҙә гимназиям үҙенең 15 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҙур, йылы, матур бинала ул асыҡ йөҙ менән ҡунаҡтарын ҡаршы аласаҡ, тирә-яғы йыр-моңға күмеләсәк. Ошо оло сара айҡанлы гимназия директоры, хөрмәтле Гүзәл Радик ҡыҙын һәм бөтә уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, дуҫтарымды тәбрикләйем. Шундай күркәм белем усағы булыуына ғорурланайыҡ, уны үҫтереүгә артабан да үҙ көсөбөҙҙө һалайыҡ!
Айгөл ЙӘМИЛЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның
I курс талибәһе.