RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

22.11.2011 Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел

Өлкән йәштәгеләрҙән йыш ҡына: «Эй, һеҙ шул тиклем матур заманда йәшәйһегеҙ. Уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ, үҙ эшебеҙҙе асабыҙ тиһәгеҙ, бөтөн мөмкинлектәр бар. Нимә ашайым, нимә кейәйем, тип аптыранмайһығыҙ», – тигәндәрен ишетеп, ҡайһы берҙә уйланып ҡуям. Шулай шул, үҙ һәләт-теләктәреңде бойомға ашырыу өсөн һәр йәһәттән дә форсат киң. Үҙемдең тормошомдан ғына ла фекер йөрөт­һәң, уҡырға, яңы һөнәр үҙләштерергә теләгән кеше өсөн һәр тарафта ла ишектәр асыҡ.
Мин педагогия юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Мәләүез ҡалаһының башҡорт гимназияһында ун алты йыл уҡыттым. Хәҙерге эшем мәктәпкә бәйле түгел – Мәләүез ҡала һәм район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеген етәкләйем. Эшем бик еңелдән түгел – халыҡ, ғаиләләр, балалар менән эшләйһең, етди генә ҡарарҙар ҡылырға, төрлө документтар, белешмәләр тултырырға тура килә. Хәҙер бит закондар йыш алмашынып, яңылары сығып ҡына тора – уларҙы камил белеү мотлаҡ. Ғаилә мәсьәләләренә, балаларға бәйле эш-ғәмәлдәр­ҙе атҡарырға тура килгәнлектән, юридик белем етмәүен аңланым һәм, етәкселәрем менән кәңәшләшеп, ошо юҫыҡта уҡырға булдым. Өфөлә, шөкөр, юридик факультеттары булған вуздар байтаҡ. Шулай ҙа мин БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына документтарымды алып барып тапшырҙым. Әлбиттә, имтихандарға бик ентекле һәм етди әҙерләнергә тура килде. Тырышлығым бушҡа булманы – бөгөн ошо уҡыу йортоноң икенсе курсында, көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем алам. Белем алам, тип кенә әйтеү бигерәк ҡоро яңғырай – лекцияларға, семинар­ҙарға, шулай уҡ йәмәғәт сараларына рәхәтләнеп, ҙур теләк менән йөрөйөм. Сөнки, эшемдә, тормошомда кәрәк булған аң-белем алыуҙан тыш, студент йылдарының бик тиҙ үтеп китеүен һәм һағындырыуын беләм. Мөмкин булған һәр нәмәгә өлгәшергә, үҙләштерергә, камиллашырға тырышам. Сөнки көн дә үҙ йомоштары буйынса мөрәжәғәт иткән граждандарға тейешле хеҙмәт күрһәтеү өсөн бөтөн закондар­ҙы, положениеларҙы, уларға үҙгәрештәрҙе, өҫтәмәләрҙе белеү – минең бурысым.
Беҙҙең курс көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлегенең һуңғы ағымына эләкте – артабан уҡыуҙар йә көндөҙгө, йә ситтән тороп ҡына уҡыу бүлегендә буласаҡ. Әлбиттә, әҙерәк йәшерәк булһам, быйыл ғына асылған көндөҙгө бүлеккә мотлаҡ уҡырға ингән булыр инем. Сөнки көндөҙгө бүлектә уҡыуҙың үҙ өҫтөнлөктәре бар – алған белем төплөрәк тә, тәрәнерәк тә, уны үҙләштереү өсөн ваҡыт һәм мөмкинлектәр иркенерәк тә.
Халыҡта, һуң булһа ла, уң булһын, тигән әйтем бар. Үҙемдең курста бергә уҡыған иптәштәремә ҡарайым да, уҡырға бер ҡасан да һуң түгеллеген аңлайым. Беҙҙең менән өлкәнерәк йәштәгеләр ҙә, бөтөнләй йәш кенәләр ҙә уҡый. Улар ҙа был вузға башҡарған хеҙмәттәрендә юридик белемдең мотлаҡ кәрәклеген аңлағанға күрә уҡырға килгән. Шуға ла төркөмдәштәремдең, курсташтарымдың барыһы ла бер лекцияны ла ҡалдырмаҫҡа тырыша, семинар дәрестәр­ҙә әүҙем ҡатнаша – теорияны үҙ эш-ғәмәлдәренә бәйле һеңдереп ҡалырға тырышалар. Ә уҡытыусыларыбыҙҙың беҙҙең һәр һорауға, үтенескә иғтибарлы булып, закондар­ҙың һәм закон акттарының һәр пунктын бөгөнгө тормошҡа бәйләп ентекле аңлатыуҙары һоҡландыра. Мәҫәлән, быйыл көҙ баш ҡалабыҙ урамдарын киңәйтеү маҡсатында ике яҡлап үҫеп ултырған ағастарҙы йәлләмәйенсә ҡырҡыуҙарын күреп, ер хоҡуғы дәресен биргән яратҡан уҡытыу­сыбыҙ Радил ҡыя­метдин улы Мөхәмәт­диновҡа ошоға бәйле һорауыбыҙҙы бирҙек. Уның көтөлмәгәнсә яуабы барыбыҙҙы ла ғәжәпкә ҡалдырҙы: ағастар беҙгә йылына 4 – 5 ай ғына кислород бирһә, урамдарҙа көн һайын иртәле-кисле барлыҡҡа килгән машиналар тығыны арҡаһында һауаның бысраныуы кешеләр сәләмәтлегенә насар йоғонто яһауы ул кислород менән генә сағыштырырлыҡ түгел...
Уҡытыусыларҙың ысын эрудит булыуы студенттарҙың күңелен арбаны. Әйтәйек, күптәр тарих дәресен бигүк өнәп етмәй. Әммә уҡытыу­сыбыҙ, проректор Римма Әхмәт ҡыҙы Федьконың дәрестәренән ысын мәғәнәһендә тормош һабаҡтары алыуыбыҙҙы билдәләп үтергә кәрәк. «Конституцион хоҡуҡ» дисциплинаһы бик ҡоро фән кеүек тойолһа ла, Светлана Борисовна Сафинаның лекцияларын ҡалдырмаҫҡа, һәр теманы үҙләштереп ҡалырға тырышабыҙ. «Граждандар хоҡуғы» дисциплинаһының үтә лә ҡыҙыҡ булыуын Гүзәл Әнис ҡыҙы Колобованың беҙгә һәр теманы сәйнәп тигәндәй ҡаптырыуынан киләлер. Дәүләт органдарында эшләгәндәр өсөн Тимур Салауат улы ҡасимовтың дәүләт органдарының бәйләнеше тураһындағы лекция-әңгәмәләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бәлки, өҙлөкһөҙ һорауҙарыбыҙ менән беҙ уны ялҡытып та бөтәбеҙҙер, әммә ул һәр һорауға ла яуапты тормош менән бәйләп аңлат­һа, тема еңел генә үҙләштерелә лә ҡуя.
«Рәсәй һәм сит илдәр дәүләттәре тарихы һәм хоҡуҡтары» тигән дисциплина буйынса лекцияларға ла беҙ тәүҙә илке-һалҡы ғына ҡарай инек. Әммә бер-ике дәрес үтеүгә беҙ Рөстәм Фәрит улы Ғариповтың ауыҙынан күҙҙәребеҙҙе ала алмай башланыҡ. Дәрес башына берәй хәл-ваҡиғаға ҡарата бер төрлө фекер менән ингән булһаҡ, дәрес аҙағына ул фекер 180 градусҡа үҙгәрә лә ҡуя. Мәҫәлән, ғәҙәттә, татар-монгол баҫҡынсылығы арҡаһында Рәсәй халҡы күп михнәттәр сиккән, тигән ҡараш йәшәй. Рөстәм Фәрит улы иһә беҙҙе шул татар-монголдарҙың өс быуат буйы илебеҙҙе сит илдәр һөжүменән һаҡлап торғанлығына инандыра алды. Һәм уның лекцияларында, семинар дәрестәрендә алып барылған дискуссия арҡаһында төрлө хәл-ваҡиғаларға ҡарата ысын хәҡиҡәтте табырға өйрәнеүебеҙ һөйөнөслө. Уның инандыра белеү һәләте көслө булғанлыҡтан, академиябыҙҙың 20 йыллыҡ юбилейына арнап сығарған стена гәзитендә курсыбыҙ студенттарының Рөстәм Фәрит улына «Һүҙ оҫтаһы» тигән номинацияны биреүе юҡҡа түгел.
Ғөмүмән, тап ошо академияла уҡыуыбыҙ менән беҙ шатбыҙ, ғорурбыҙ. Факультетыбыҙ етәкселеге студенттарҙы төрлө сараларға йәлеп итергә тырыша. Факультет деканы урынбаҫары булып Рәмилә Наил ҡыҙы Йомағужина эшләй башлағас, ундағы йәмәғәтселек тормошо үтә лә йәнләнде. Һөҙөмтәлә төрлө кәңәшмәләрҙә, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә, семинарҙарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу, юридик өлкәлә танылған белгестәр менән осрашыу теоретик белемебеҙҙе ғәмәлдә нығытырға, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итә. Спорт уйындары даими ойошторола. Студенттарҙың сәләмәтләндереү төркөмө ҡалабыҙҙың «Динамо» стадионынан сыҡмай. Китапханабыҙ бик бай. Интернет селтәре менән теләгәнсә файҙалана алабыҙ. ҡыҫҡаһы, республикала ҙур абруй яулаған уҡыу йортонда теләгән бер йәш кеше көндәлек тормошта бик кәрәк булған белем, һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. Мин үҙем нәҡ ошо вузда уҡыуыма һөйөнөп бөтә алмайым.
Яңыраҡ академиябыҙҙың 20 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Бигүк ҙур дата булмаһа ла, уҡыу йортобоҙҙоң матур тарихы, йәмле традициялары, киләсәккә пландары бар. Ошо юбилей менән барлыҡ уҡытыусыларыбыҙҙы һәм һабаҡташтарымды ҡотлайым, барыһына ла һаулыҡ, бәхет теләйем.

Рита Сәмиғуллина.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!