RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һәр береһе – ынйы

19.11.2011 һәр береһе – ынйы

Богөнгө заман балаһы, ысынлап та, талантлыраҡ һәм зирәгерәкме?
һәр береһе – ынйы
– Нимә генә тимә, тормош юлында, ниндәй генә осорҙар булмаһын, уйланып алыр мәл була. Бала сағығыҙ тиһәгеҙ, нимә иҫегеҙгә төшә?
– Нуриман районының Яңы Күл ауылынан мин. Күлдәр иленәнмен. Тәбиғәттең иҫ киткес матур төбәгенәнмен. Урамыбыҙ тулы бала-сағаның, донъя мәшәҡәттәрен онотоп, сыр-сыу килеп уйнап йөрөүе иҫемә төшә. Бәхетле бала саҡ. Керһеҙ, серһеҙ саҡ. Әлеге телдә әйткәндә, уйын сюжетлы, ролдәргә бүлешеп уйнай торғайныҡ. Кем һалдат, кем Чапаев, кем табип, тигәндәй. Ә мин уҡытыусы булырға ярата инем. Шул саҡта уҡ үҙ һөнәремә килгән булғанмындыр.

– Уҡытыусы һөнәрен һайлауығыҙ улайһа урамғамы, әллә кемгә бәйлеме?
– Синыф етәксеһе, математика уҡытыу­сыһы Сәғирә Мансур ҡыҙы беҙҙең өсөн идеал ине. Әле уны иҫкә алып, остаздың, мөғәллимдең нисек булырға тейеш икәнен аңлайым. Уҡытыусы ниндәй талаптар ҡуйыр­ға, нисек иғтибарҙы йәлеп итергә, нисек бала менән мөғәмәлә итергә тейеш... – мин әле лә уҡытыусымдың уҡытыу алымдарын иҫкә алам.
Бәләкәй генә балаларға уҡыу ни өсөн кәрәк икәнен бала теле менән аңлатыуы хайран итерлек ине. Шуға беҙҙең класта уҡырға теләмәгән кеше булманы. Нисә йылдар үткәндән һуң да үҙемдең балаларыма инглиз теленән өйрәтеп-әйтеп ебәрәм дә, уҡытыусым Флүзә Фәйез ҡыҙы был фәндән ниндәй төплө белем биргән, тип ҡуям. ҡыҫҡаһы, был һөнәрҙең үҙ оҫталары миндә һоҡланыу тойғоһо аша мөғәллимлеккә һөйөү ҙә тәрбиәләй алған.
Еңгәйем Вәлимә менән, ул башланғыс синыфтар уҡытыусыһы ине, бергәләп дәрестәргә ҡыҙыҡ итеп әҙерләнә, күргәҙмә материалдар эшләйбеҙ, хатта дәфтәрҙәрҙе бергә ҡарап, пландар ҙа төҙөйбөҙ. Шулай итеп, еңгәм мине, мәктәп уҡыусыһын, үҙ донъяһына алып инде лә китте. Уның юлынан киттем дә барҙым (көлә). Хатта Нуримандан ҡайҙа ятҡан Мәсәғүттә, еңгәм уҡыған педучилищела, белем алдым. Баланы ылыҡтыра белергә, эштән, уҡыуҙан тәм-йәм табырға өйрәтә белергә кәрәк шул.
Үкәрлелә хеҙмәт юлымды башлағайным да, алты йәшлектәр менән эксперименталь класс булдырылғас, Байгилде мәктәбенә саҡырып алдылар. Был балаларға ике бүлмә – уҡытыу һәм уйнау-йоҡлау – бүленде. Бөтөнләй яңы ҡараш ине балаларға ла, уҡытыу-тәрбиәгә лә.

– Ҙур яңылыҡ инеме?
– Эйе. Рәсәйҙә яңы башлап ҡына торалар ине. Шул тәжрибә буйынса курс үтеп ҡайттыҡ. Әле лә ФГОС, йәғни федераль дәүләт дөйөм белем биреү стандарты буйынса ла шул уҡ тәжрибә һаҡланып килә, тик йоҡлар өсөн урындар юҡ. Ә Байгилделә электән алдынғы, заманса ҡарашлы етәкселәр эшләне, ауыл мәктәбендә лә был тәүәккәл аҙымдарға барҙылар, шарттар тыуҙыра алдылар.
Был йәштә балалар бик арый. Уларҙы уҡыуға ла ылыҡтырырға, уйынын да уйнатыр­ға кәрәк. Шуға ла эш уҡытыусынан бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, ижади фекерләү талап итә. Балалар араһында йөрөгән мин уҡытыусы ғына түгел, тәрбиәсе лә, артист та, кәрәк икән, әкиәт һөйләгән өләсәй ҙә, уларҙың тиҫтерҙәре булып китәм. Шул осор­ҙа һөнәремдең нескәлектәренә, уҡытыусы булмышын нығыраҡ төшөнгәнмендер.
Төрлө хәлдәр була торғайны. Балаларҙың бөтә сере – миндә, бик яҡын күрҙеләр улар. Ауыл балаһы бигерәк тә асыҡ була. Бер көн бер бала бик тыңлашмай, эшләмәй. Нишләп һин бөгөн улай итәһең әле, тим. Ул күҙемә ҡарап торҙо ла, эй, апай, был атай менән ни эшләргә инде, әсәйҙең һуғымға тип ҡойған балын да эсеп бөткән, тип ҡуйҙы. Көлкө түгел был. Күңелендәге – телендә. Улар шундай тәбиғи, тормошсандар бит. Һинән терәк, ярҙам көтә улар. Йыйылышта ата-әсәләргә лә, балалар алдында әрләшмәгеҙ, тәмһеҙләшмәгеҙ, тип өйрәтә торғайным. Айырым проблемаларҙы айырым ғаиләләр менән ултырып һөйләшкән саҡтар ҙа булды. Уҡытыусының абруйы ҙур ине, һүҙем үтә, кәңәштәремә ҡолаҡ һалалар ине. Эшкә етди ҡарау, уҡытыусылыҡтың ныҡ яуаплы эш, белем биреү генә түгел, ә шәхестәр тәрбиәләү икәнен аңлауым ярҙам иттеме, ата-әсәләр ярҙам, кәңәш һорап йыш мөрәжәғәт итте.
Байгилделәге эш осоромдо бөгөн дә һағынып иҫкә алам. Йәш уҡытыусылар, колхоздағы йәш белгестәр менән берлектә дәртләнеп концерттар ҡуйыу, спектаклдәр әҙерләүебеҙ ауыл тормошонда онотолмаҫлыҡ ваҡиға булыр ине. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәй торғайныҡ. Дәрт тә булған, ваҡыты ла еткән. Уҡытыусы, аң-белемгә, яҡтыға әйҙәүсе кеше, ысынлап та, шулай йәшәргә тейеш булғандыр ҙа. Мәктәптә генә түгел, ә тирә-йүнендәге мөхиттә лә яҡтыға әйҙәргә бурыслы, минеңсә.

– Һуңынан юл баш ҡалаға килтерҙеме?
– Эйе, 1994 йылдан башҡорт гимназияһындамын. Яҙмышыма эксперименттар менән эшләү бәхете тейгәндер инде, гимназия шул осорҙа үҫтереүсе система буйынса эш башлағайны. Әле уйлайым да, ул саҡтағы директор Хисам Салауат улы Хәйбуллин ни тиклем алдан күрә белеү һәләтенә эйә булған, тип ҡуям. Шул ваҡытта уҡ ошо системаға өҫтөнлөк биреп, уны ныҡлап өйрәнер өсөн Томск ҡалаһына курс­ҡа ебәрҙе. Беҙ бер нисә тапҡыр унда барып, дәреслектәр авторҙарының үҙҙәренән дәрес алдыҡ.

– Был системаның өҫтөнлөгө нимәлә?
– Әлеге система буйынса белем алған бала, йомолоп ҡалмай, ә, киреһенсә, үҫешә, йәмғиәттә үҙ фекерен белдереп, маҡсатына өлгәшеүсән шәхескә әүерелә. «Баланы белем биреүҙән тыш нисек үҫтереп була?» – алға шундай һорау ҡуйыла. Беҙҙең башҡорт балалары баҫалҡы, йомолоусан бит, шуны уйлап уларҙы ирекле фекерләргә, тәүәккәллеккә, айырым ситуацияларҙа тиҙ үк сиселеш юлын табырға өйрәтеү бурысы ҡуйыла. Мәктәптән ул белемле генә түгел, ә шул белемен тормошта файҙалана белерлек кеше булып сығырға тейеш, үҙенең фекерен, теләген ҡурҡмайынса иҫбат итеүе лә фарыз. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән, ҡайһы берәүҙәр мәктәптә «отлично»ға уҡый, ә инде үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫһалар, юғалып ҡалалар, белемдәрен файҙалана белмәйҙәр. Ә беҙ бирелгән белемдең ил, республика, халыҡ, йәмғиәт мәнфәғәте һәм, әлбиттә, шәхестең үҙе өсөн бәрәкәтле һәм файҙалы булыуын теләйбеҙ. 1992 йылда уҡ шундай маҡсат ҡуйылғайны, ә быйылғы яңы федераль стандарттар тулыһынса ошо үҫтереү системаһына ҡоролған. Тимәк, ул беҙгә яңылыҡ та түгел. Башлағанда китаптар юҡ ине, үҙебеҙҙә баҫылған ябай ҡулланмалар менән шөғөлләндек. Ошо система буйынса гимназияла сыҡҡан китаптарыбыҙ барлыҡҡа килде. Авторҙары – Ф. Сынбу­латова, Ә. Мәүлийәрова, М. Дәүләтши­на менән бергә эшләү бәхете лә тейҙе. Әле лә бәйләнештәбеҙ. Методик ҡулланмалар, кластан тыш әсбаптарҙың улар менән авторҙашмын.

– Бөгөн кеше китап уҡымай, телевизор­ға, компьютерға төбәлгән. Тик был кешегә рухи аҙыҡ кәрәкмәй тигәнде аңлатмай, әлбиттә. ҡулығыҙға китап алғанда һәм балалар ҡулында китап күрһәгеҙ, күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар урғыла?
– «Китап – белем шишмәһе» – был саҡырыу бөгөн дә актуаль. Телевизор менән компьютерҙан ғына йыйған белем кешенең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Бала хәреф таный башлағанда уҡ китап уның айырылмаҫ дуҫына әйләнергә тейеш. Ата-әсәләргә шундай кәңәш бирәм: балаға ҡысҡырып китап уҡығыҙ. Көн һайын нисек тә ун минут ваҡыт табығыҙ! Бала ата-әсәһенең дә китап уҡығанын күреп үҫергә тейеш. Әкиәттәр, шиғырҙар белеп үҫһә, насармы ни? Һуңынан үҙе хәреф таный башлағас, ата-әсәгә хәҙер үҙе ҡысҡырып уҡыһын! Һөҙөмтәһен күреп, үҙегеҙ ҙә шаҡ ҡатыр­һығыҙ. Китап яратҡан кешенең күңелендә бысраҡлыҡ булмай, камиллыҡҡа ынтылышы көндән-көн нығыясаҡ.
Балалар өлкәндәрҙә күргәнде ҡабатлай. ҡулығыҙҙа гәзит-китап икән, ул да шулар­ҙы аласаҡ, ә инде башҡаһы икән... Бик иғтибарлы һәм ихтирамлы булығыҙ бала күңеле менән.
Әле бишенселә уҡыусы Камила Закирова өсөнсө синыфта уҡығанда иң күп һәм иң шәп уҡыусы булып, Өфөлә еңеүсе тип табылды һәм ноутбук менән бүләкләнде. Уны миҫалға килтереп, уҡып та ҙур еңеүҙәр яулап була, тип әйтәм.
Башланғыс кластарҙа үҙем китап уҡырға яратманым. Ата-әсәмдең ҡысҡырып уҡығанын, әлбиттә, бик яратып тыңлай инем. Шул етә торғайны. Икенсе класты тамамлар алдынан әсәйем ата-әсәләр йыйылышынан оялып ҡайтҡан. Ул ваҡытта ла минутҡа уҡытыу булғандыр, мин бик әҙ һүҙ уҡығанмын. Шунан һуң әсәйем үҙе уҡымай, минән ҡысҡыртып уҡыта башланы. Үҙе бәрәңге әрсеп торамы, ашарға әҙерләйме, кер йыуамы – эргәһенә ултырта ла уҡыта. ҡысҡырып уҡыу ауыр ине, көн дә уҡый торғас, өсөнсө класҡа килгәндә уҡытыусы аптырап китте: «Йәй буйы торғоҙмайса уҡыттылармы әллә үҙеңде, каникулда әллә ял да итмәнеңме?» – тип һөйөнөп көлгәнен хәтерләйем.
ҡысҡырып уҡыу бик файҙалы, берҙән, баланың теле шымара, икенсенән, бигерәк тә русса китаптар уҡыһа, орфографик күҙаллауы, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын яҡшы хәтерләй, күреү хәтере үҫешә.

– Бәлки, китап уҡы, тип, баланы көсләргә, мәжбүр итергә лә кәрәкмәйҙер?
– Бер ҡасан да көсләргә кәрәкмәй. Көсләп уҡырға ултыртыу кире реакция ла тыуҙырыуы ихтимал, китапҡа һөйөү тәрбиәләйем тип, нәфрәт уятыуың да бар. ҡыҙыҡтыра белергә кәрәк. Мәҫәлән, хикәйәне уҡый башлайбыҙ ҙа иң ҡыҙыҡ ерендә туҡтайбыҙ. «Их, аҙағы нисек бөтә икән?» тигән уҡыу теләге тыуһын.

– Ғөмүмән, балалар китап уҡыймы? Мәктәпкә килгәндә кескәйҙәр хәреф танып киләләрме? Һәм был мотлаҡ талапмы?
– Ысынында, балалар хәҙер китап уҡып бармай. Сәбәптәре, берҙән иғтибарҙы йәлеп иттереүсе әйберҙәрҙең күп булыу, шул уҡ ТВ-компьютер, икенсенән, кешеләр­ҙең, ата-әсәләрҙең матди байлыҡҡа күберәк өҫтөнлөк биреүе һәм шул арҡала балаға әҙерәк ваҡыт бүлеүе.
Балаларҙың күбеһе мәктәпкә уҡырға өйрәнеп килә. Мәҫәлән, быйыл 25 баланың һигеҙе генә уҡый белмәй ине. Мотлаҡ талап түгел. Үҫтереүсе системала беҙ тәүҙә өндәр менән эшләйбеҙ, һуңынан ғына хәрефтәргә күсәбеҙ. Логик фекерләүенә, тел үҫешенә, уйҙарын нисек эҙмә-эҙлекле һөйләй, аңлата белеүенә тәүҙә иғтибарҙы күберәк бирәбеҙ.

– Хәҙер балалар талантлыраҡ тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Хәҙерге заман балаларының аң үҫеше, элекке быуындар менән сағыштырғанда, күпкә шәберәк, улар, ысынлап та, талантлыраҡ кеүек. Төрлө яҡтан килгән, алынған мәғлүмәттәрҙең йоғонтоһо, тәьҫире ҙурҙыр. «Зәңгәр экран»дарҙағы балалар каналдары, интернет, ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы энциклопедиялар быға ярҙам итә.
Беҙҙең гимназияға телевидение-радиола «Тамыр» студияһында шөғөлләнеүсе, алып барыусылар, башҡа түңәрәктәргә йөрөүселәр уҡырға килә. Талантлылар, ҡыйыуҙар үҙҙәре, үҫештәре юғарыраҡ. Тик был юғарылыҡ проблема ла тыуҙырып ҡуя. Тиңдәштәрен тиң күреп бармай, үҙҙәрен юғарыраҡ ҡуйырға тырышалар. Шуныһы насар: уларҙың ата-әсәләре лә үҙҙәрен бик әҙәпһеҙ тота, уларҙың ғына балалары бик ҙур шәхес тә, башҡаларҙыҡы – «урам малай­ҙары». «Йондоҙ»ҙарына айырым ҡараш та талап итәләр. Балалар ҙа айырым иғтибар­ҙы ғына ярата. Дөйөмөрәк һөйләй башлаһаң, истерикаһы башлана. Ә беҙҙең өсөн һәр бала ҡәҙерле, һәр береһе ынйы. Тормош ҡанундарына, мәктәп ҡағиҙәһенә, ғөмүмән, әҙәп-әхлаҡ кәртәһенә барыбыҙ ҙа буйһонорға бурыслы. Ана шул талант менән бергә заманса ябай әҙәп тә һалыныр­ға тейеш балаға. Мәктәп – ул изге йорт, ә һәр йорттоң үҙ ҡағиҙәһе.
Ата-әсәләр яғынан «вседозволенность», йәғни балаға артыҡ ирек ҡуйыу бына ошондай хәлдәргә килтерә. Дәрестә уҡытыусы рөхсәтенән тыш йөрөү, ҡысҡырып-шаулап ултырыу – ҡәҙимге хәл, тип ҡараусылар ҙа бар. Уларса, был – заманса демократия. Әлеге төшөнсәне дөрөҫ аңламау касафаты был. Үҙеңдең фекереңде лә яҡлап, башҡаларҙы ла тыңлай белеү күпкә демократлылыҡ, минеңсә.

– Йәмғиәттә рухиәт торошо, баланың рухлы, иленә, теленә иғтибар, ихтирам биреп үҫеүе, тирә-йүнде, кешеләрҙе яратыуы – былар бик мөһим төшөнсәләр, хәстәрҙәр бөгөн. Был турала һеҙ ни уйлай­һығыҙ? Хәҙерге балалар матди байлыҡ, етеш тормош тураһында ғына уйламаймы?
– Алда билдәләүемсә, ата-әсәләр эш менән бигерәк мауыға. Аҡса, байлыҡ хаҡында йышыраҡ һөйләшәләр. Балалар шуны күреп үҫә. Һәм, тормош матди ҡиммәттәргә генә ҡоролған, тигән фекер аңдарына һеңеп ҡала. Һин был йылды «бишле»гә генә бөтһәң, кеҫә телефоны йә компьютер алып бирәм, «бишле» алһаң, шунса аҡса һиңә бүләк, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Аҡса менән генә ҡеүәтләү дөрөҫмө икән? Балаға, киреһенсә, уҡыу, белем ни өсөн кәрәк – шуны аңлатыу дөрөҫтөр. Бөгөн аҡса-бүләк бирҙеләр, уҡыйым, хәҙер бирмәйҙәр тип, уҡыуын ташлап ҡуйыуы ла бар. Шуға күрә, бәләкәйҙән үк балала уҡыуға ынтылыш уятырға һәм тәрбиәләргә, шул тойғоно үҫтерә белергә кәрәк.

– Етеш тормошто нисек аңлатырға?
– Беҙ совет осоронда үҫкәнгәме, ҡыҙҙарыма ла былай тип аңлатам, етеш тормошто, байлыҡты ниндәй бизмәнгә һалып үлсәй­һең бит. Кемгәлер ғаиләһендәге татыулыҡ, именлек, бөтөнлөк, хәләл көс менән тапҡан икмәге – бәхет. Минеңсә лә, етеш тормош ошо. Кеше затлы кейемдә, затлы машинала, ғөмүмән, байлыҡта, аҡсалы булып йәшәп тә, бәхетһеҙ булырға мөмкин. Шуға ҡыҙҙарыма, байлыҡҡа ҡыҙыҡмағыҙ ҙа, байҙарҙан көнләшмәгеҙ ҙә, булған ырыҫығыҙ менән йәшәгеҙ, мөхәббәтле булып ҡына кейәүгә сығығыҙ, тип өйрәтәм. Бергә ейгән ризыҡ тәмле, бергә йыйған байлыҡ ҡәҙерле.
Мәктәптә байлыҡ, аҡса, дуҫлыҡ хаҡында һүҙ китһә, мин һуңғыһы мөһимерәк тип иҫәпләйем. Бына беҙ егерме бишебеҙ – бер ғаилә, бер-беребеҙгә ярҙам итергә, бергә һөйөнә, бергә көйөнә белергә лә өйрәнергә тейешбеҙ. Бәләкәй генә эш башҡарһағыҙ ҙа, еренә еткереп эшләп өйрәнегеҙ, тим. Алда маҡсат булһа – ынтылыш та, теләк тә була. Тормош тигән тауға менә башлағанһығыҙ икән, бейегерәк менергә ынтылығыҙ. Бейектә офоҡ та киңерәк, донъя ла күркәмерәк. Карьера ҡалҡыу­лыҡтарынан бигерәк, рухи бейеклекте күҙ уңында тотам.

– Был һөнәрҙе һайлауығыҙға үкенгәнегеҙ булманымы?
– Ю-юҡ, үкенмәйем. Башҡа өлкәлә үҙемде күҙ алдыма ла килтермәйем. Сауаплы, ҡәҙерле һөнәр был. Һәр кем дә был йөктө лайыҡлы рәүештә генә күтәреп бара алмай, тип әйтергә лә батырсылыҡ итәм.
Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда эш башлаған күп кенә коллегаларым һөнәрен ташлап, һатыуға, коммерцияға, башҡа өлкәгә китте. Төшөмлө эш урынына саҡырған саҡтары ла булды. Һайлаған юлымдың дөрөҫ икәненә инанғас, унан һис тә тайпылманым, киреһенсә, кинәнес менән эшләйем. Һөҙөмтәләрем дә бар. Иң ҙур байлығым – балаларҙың һөйөүе, уларҙың миңә ышанып ҡарауы. Арып ҡайтҡан саҡтарым да булғандыр, тик эшкә арып килгәнем булманы, балаларҙың ихлас йөҙөн, ихлас йылмайыуын күрергә һәр саҡ ашҡынып, мәктәпкә, изге йортҡа киләм.

Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!