RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәрестәрҙән баш ауырта

15.11.2011 Дәрестәрҙән баш ауырта

Дәрестәрҙән баш ауырта
Табиптар бындай баш ауыртыуын «көсөргәнеш ауырыуы» тип атай. Ул баштың тире аҫтындағы мускулдар­ының көсөргәнеүенән барлыҡҡа килә. Ауыртыу яйлап көсәйә бара һәм әкренләп тарала, баш, тығыҙ баш кейеме кейгән шикелле, ҡыҫып-ҡыҫып ауырта башлай. Уға борсолоу, төшөнкөлөккә бирелеү, насар кәйеф кеүек билдәләр ҡушыла.
Күп осраҡта баш көндөң икенсе яртыһында, бала арығандан һуң, ауырта башлай. Шунда уҡ эш һәләте лә кәмей.
Балаға организмы күтәрә алмаҫлыҡ көс төшә икән, унда хроник арыу барлыҡҡа килә, стресс көсәйә, ауыртыу ҙа үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Ауыртыуҙы баҫа торған таблеткалар хәлен бер аҙ яҡшыртһа ла, әммә уның сәбәбенән ҡотолорға ярҙам итмәйәсәк. Өҫтәүенә, дарыуҙарҙы күп ҡулланған һайын ауыртыу даими рәүештә ҡабатланып, тағы ла ауырыраҡ кисерелеүе бар. Шуға күрә баланы мотлаҡ неврологҡа күрһәтергә кәрәк.

Нимәнән башларға?
Яҡшы табип проблеманы хәл итеүҙең ике юлын тәҡдим итәсәк: беренсеһе – уҡыусыға көсөргәнеште кәметеү, икенсеһе – дауалау ярҙамында организмдың стрестарға ныҡлығын күтәреү. Әммә беренсе этапты үтмәйенсә тороп, икенсеһен башлауҙың мәғәнәһе юҡ. Шулай итеп, беренсе аҙым: уҡыу йөкләмәләрен яңынан ҡарарға тура килер.
Һеҙгә нимә ҡәҙерлерәк: балағыҙҙың сәләмәтлегеме, әллә көндәлектәге яҡшы билдәләрме? Тимәк, артыҡ талап ҡуймағыҙ һәм өҫтәмә дәрестәр­ҙән баш тартығыҙ. Әгәр ҙә балағыҙҙың музыка менән шөғөлләнеүен йә ҡытай телен өйрәнеүен теләйһегеҙ икән, ул ваҡытта математиканан «өслө» билдәләренә иғтибар итмәгеҙ.
Балам ялҡаулана, тип яңылышыуығыҙ ҙа ихтимал. Беҙ уларға йыш ҡына көсөнән килмәҫтәй өмөттәр бағлайбыҙ, шуға күрә лә барыһын да эшләй алмайҙар. Психологтарға мөрәжәғәт итегеҙ – балаға артыҡ ҙур талаптар ҡуймайһығыҙмы икән?

Бала аҙна аҙағына ныҡ арый
Ваҡыты-ваҡыты менән (шаршамбы йә кесе йома) уға ял биреп, бергәләп урманда йәиһә паркта йөрөп килегеҙ, тик киноға йә театрға бармағыҙ, көнө буйы телевизор, компьютер артында ултырыр­ға ла рөхсәт итмәгеҙ. Кискеһен иртәгәлеккә дәрестәрен әҙерләһен. Әммә ялды ла артыҡ йышайтып ебәрмәгеҙ һәм уны ойоштороуҙы һеҙ генә хәл итергә тейеш. Юғиһә, үҙ иркенә ҡуйһаң, балағыҙ, башы ауыртып тороуға һылтаулап, аҙнаһына бер нисә тапҡыр мәктәпкә бармаҫҡа ла күп һорамаҫ.
Ял килештеме, юҡмы, быны нимәнән белергә мөмкин?
1. Бала иртәнсәк, йоҡоһо туйып, ял итеп килеп тора.
2. Йоҡларға ятырға 2,5 сәғәт алда бөтә дәрестәрен дә әҙерләп бөтә.
3. Йоҡо алдынан тыныс уйындарға өҫтөнлөк бирә, компьютер артында ултырмай.
Рецепт бик ябай ғына кеүек күрен­һә лә, 7 – 10 көн ошондай режимды тотһағыҙ, бала үҙен яҡшыраҡ тоя башлар, сәләмәтлегенә лә зарланмаҫ, уҡыуы ла яҡшырыр.

Ял итергә өйрәнәбеҙ
Әгәр ҙә баш ауыртыуы һаман да ҡабатланһа, дауалауға күсергә кәрәк. Донъя практикаһында бындай баш ауыртыуын медицина юлы менән дауалау ҡабул ителмәгән. Иң беренсе психолог менән кәңәшләшергә, шулай уҡ биологик кире бәйләнеш алымын файҙаланырға кәрәк. Һуң­ғыһы баш мускулдарын бушатыр­ға һәм ауыртыуҙың сәбәбен бөтөрөргә ярҙам итә.
Проблема шунда: ғәҙәттә, беҙ был мускулдарҙың көсөргәнешен һиҙмәйбеҙ. Әммә ошондай хәлдә мускулдар электрик импульстар бүлеп сығара, улар­ҙы теркәргә мөмкин. Баланың башына датчик ҡуйып, шуның аша мониторҙа уларҙың ниндәй кимәлдә булыуын күҙәтергә мөмкин. Һуңынан иһә табип ярҙамында бала был көсөргәнеште кәметергә өйрәнә.
Бөтә ошо алымдар ҡулланылғандан һуң ғына табип балаға организмдың аҡыл һәм физик һәләтлеген көсәйтергә ярҙам итеүсе дарыуҙар тәҡдим итә ала.

Иғтибар итегеҙ:

Баланың неврологияға бәйле проблемалары күп булған һайын – әсәнең йөклөлөк осоро ауыр үтһә, сабыйҙы ҡатмарлы шарттарҙа тапһа, бәләкәстең мейеһенә һауа насар барһа һ.б. – бала ла тиҙ арыусан була, шуға күрә уҡыу яғынан да, эмоциональ яҡтан да көсөргәнеш мөмкин тиклем әҙерәк булырға тейеш.

Хәүефләнергә урын бар

Баш ауыртыуы етди ауырыу­ҙың билдәһе булыуы ихтимал. Кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, әгәр ҙә:
a бала ауыртыуға түҙә алмай, башын артҡа ташлаһа,
a башҡа ауырыуға бәйле, кинәт башы ауырта башлаһа,
a башы ауыртҡанда уҡшы­һа, ҡоҫһа,
a әйләнеп ятҡанда баш ауыртыуы туҡтаһа,
a ауырыған ваҡытта башы әйлән­һә, баланың хәрәкәттәре боҙолһа, күреү йә ишетеү һәләте кәмеһә,
a тәүге тапҡыр башы ауырт­һа,
a физик көсөргәнештән ба­шы ауырта башлаһа,
a бала, улай итеп бер ҡасан да ауыртҡаны юҡ ине, тип зарлан­һа.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Йоҡо алдынан саф һауала йөрөп килеү баш мейеһендә матдәләр алмашыныуын тәьмин итеүсе ике төймә дарыу ашауға тиң.


С. ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!