15.11.2011 «Аулаҡ өй» йылыһы
Тырыш, әүҙем кешеләр ҡайҙа ла үҙҙәренең тормошон ҡыҙыҡлы, тулы ҡанлы итергә өлгәшә. И. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында уҡыған яҡташтарыбыҙ ҙа күңелһеҙ генә быҫҡып ятырға, йә күгәргән китап ҡорто ғына булырға теләмәй, «Аулаҡ өй»гә берләшкән.
– Төрлө ҡалаларҙан, ауылдарҙан килһәк тә, беҙҙе уртаҡ тыуған еребеҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ берләштерә, – ти ошо берекмәнең етәксеһе Вәсил Ғимаҙетдинов. – Бер уйлаһаң, университетта уҡыу студентҡа бер минут та буш ваҡыт ҡалдырмаған кеүек. Шуға ла үҙебеҙҙекеләрҙе төрлө сараларға ылыҡтырыр, ҡыҙыҡһындырыр өсөн байтаҡ тырышлыҡ, күп көс һалырға тура килә. Нимәгә ул һеҙҙең был ойошмағыҙ, тиеүселәр ҙә бар. Миңә ҡалһа, беҙҙең эшмәкәрлек бик тә кәрәкле, мөһим кеүек. Әйтәйек, беренсе курс студенттары тыуған өйҙән алыҫта ҡаңғырышып, аптырашып, бойоғошоп йөрөмәй, иң тәү сиратта беҙгә таяна ала. Әлеге ваҡытта «Аулаҡ өй»ҙө киңәйтергә уйлайбыҙ − мәҫәлән, уҡыу, мәҙәниәт, спорт буйынса секторҙар булдырырға ниәт бар. Беҙҙең активистар эште гөрләтеп ебәрһә, яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе үҙенә оҡшаған, кәрәкле шөғөл табыр ине.
Әйткәндәй, губкинсыларҙың сараларында республикабыҙҙың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең дә йәштәре ихлас ҡатнаша. Ә бит тәүге тапҡыр уларҙы саҡырғанда, мәҫәлән, «Башҡортостан − Гөлбостан» байрамына, инәлттереп кенә килеүселәр ҙә булған. Уның ҡарауы аҙаҡ, сарала матур итеп күңел асҡандан һуң, тағы ла ҡасан йыйылырбыҙ икән, тип ойоштороусыларҙы ҡаҡшатып бөткәндәр. Башлауы ғына көс шул!
Проблемалар ҙа юҡ түгел. Студенттар «синыф»ы йәһәт кенә ҡабынып, ҡыҙыҡһынып китеүсән, ә шул уҡ ваҡытта уға тулыһынса таянып та булмай − кемдеңдер иң һуңғы минутта икенсе сараға сығып китеүе, йә шаярып-көлөргә ваҡыт юҡ әле, тип уҡыу залында бикләнеүе лә ихтимал. Берәй сараны әҙерләй башлағас та, күпмешәрҙән аҡса йыйырға, тигән һорау ҡалҡа. Студенттар бай халыҡ иҫәбенә инмәй, ә шулай ҙа күптәр һис бер һүҙһеҙ уртаҡ ҡаҙанға үҙ өлөшөн һала, шул яҡшы. Техник мәсьәләләрҙе (сараны үткәреү урыны, проекторҙар, микрофондар, күргәҙмәгә экспозициялар һ. б.) хәл итергә студенттар ҡаласығы хакимиәте (проректор В. Филатов менән уның урынбаҫары Н. Громова) һәм Башҡортостан Республикаһының Мәскәү ҡалаһындағы вәкиллеге (А. Ғафуров) ярҙам итә. Форсаттан файҙаланып, ярҙамдары өсөн йәштәр уларға оло рәхмәтен еткерҙе. Ситтән күрһәтелгән ярҙамдан тыш, «Аулаҡ өй»ҙөң йәшәп килеүендә, танылыу яулауында барыбер тәү сиратта студенттарҙың үҙҙәренең берҙәмлеге, татыулығы, үҙ эштәренә ижади ҡарауы ҙур роль уйнай. Һәр сараға күңел йылыһын һалабыҙ, тип әйтеүҙәрендә пафос юҡ, хаҡлыҡ бар.
«Аулаҡ өй»ҙөң «нигеҙ»ен Рауил Йәғәфәров, Гөлнур Насирова, Алмас Хәтмуллин, Алмас Солтанов, Юлиә Кәримова, Вадим ҡотошов, Гөлдәр Миңлеғолова, Эльмир Уразгилдиев, Рөстәм Әлбәков, Лиә Мохтарова, Нәзир Дәүләтшин, Виктор Орешкин, Марат Шайхаттаров, Ләйсән Хисмәтуллина, Илдар Рахманғолов, Алмас Сәйетов кеүек активистар тәшкил итә. Улар төрлө факультеттарҙа, курстарҙа уҡый, төрлө ятаҡтарҙа йәшәй, ләкин уртаҡ эш башҡарғанда оперативлыҡ, берҙәмлек өлгөһө күрһәтәләр.
− Кисәләрҙе ойошторорға ярҙам иткәндәрҙең барыһының да исем-шәрифен яҙа башлаһаҡ, гәзит бите етмәҫ, − тип йылмайҙы «Аулаҡ өй»ҙөң төп хужаһы хушлашҡанда. − Берекмәне ойошторғандарҙың күбеһе, университетты тамамлап, ян-яҡҡа таралған, ләкин ошонда үткән мәлдәрҙе, иманым камил, һағынып иҫләйҙәрҙер. Беҙҙән һуң да килеүселәр «өй»өбөҙ йылыһын һаҡлар, нигеҙҙе ҡаҡшатмаҫ, тип ышанабыҙ, һәм киләсәктә «Аулаҡ өй»гә ун йыллыҡты, илле йыллыҡты, йөҙ йыллыҡты ла билдәләргә яҙһын, тим.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА. http://vkontakte.ru/aulakoy
Мәскәү − Учалы.