15.11.2011 Киләсәге яҡты һәм ышаныслы
Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнологияһы кафедраһы быйыл 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1991 йылдың 26 авгусында был кафедраның асылыуы вуз тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булды. Оҙаҡ йылдар кафедра менән тарих фәндәре докторы, профессор Рим Зәйниғәбитдин улы Янғужин етәкселек итте, ә 2007 йылда кафедра мөдире итеп профессор Марат Мәхмүт улы ҡолшәрипов һайланып, был вазифаны ул бөгөн дә уңышлы атҡара.
Башҡортостан Республикаһы тарихы дисциплинаһы бөгөн тарих, математика, физика, биология, химия, химия-технология, иҡтисад, филология, философия һәм социология, роман-герман филологияһы, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеттарында уҡытыла. Кафедра Башҡортостан тарихы, этнология йүнәлешендә юғары белемле белгестәр әҙерләй. Быйыл ғына архив эштәре һәм документтар менән эш итеүсе юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү юлға һалынды.
Кафедра эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып белем биреүҙе яңы заман талаптарына һәм тарих фәне ҡаҙаныштарына ярашлы камиллаштырыу һәм тәрәнәйтеү, практик дәрестәрҙе тейешле методик һәм фәнни кимәлдә үткәреү, студенттарҙың үҙ аллы эшен ойоштороу, уларҙа халыҡтың үткәненә ҡарата ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу тойғолары тәрбиәләү тора. Ғилми эҙләнеүҙәр Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнологияһының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә йүнәлтелеп, был актуаль проблемалар буйынса монографиялар, йыйынтыҡтар донъя күрә, мәҡәләләр баҫыла.
Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнологияһы кафедраһының фәнни эшмәкәрлеге юғары кимәлдә ойошторолған: даими рәүештә төрлө кимәлдәге (халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк, республика) фәнни-ғәмәли конференциялар, семинарҙар һәм «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа айырыуса билдәле шәхестәргә тейешле иғтибар бүленә, уларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге яҡтыртыла, тарих күҙлегенән баһалана. Иң башта − Әхмәтзәки Вәлиди уҡыуҙарын ойоштороу, халыҡ-ара конференциялар үткәреү күҙ уңында тотола. 15 – 16 ноябрҙә кафедраның 20 йыллығы һәм тарих фәндәре докторы, профессор Рим Янғужиндың тыуыуына 70 йыл тулыу уңайынан үткәреләсәк фәнни-ғәмәли конференция ла – ошоға асыҡ миҫал.
Кафедра ағзалары ғилми баҫмалар сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша, «Башҡортостан тарихы» коллектив монографияһы һәм М. ҡолшәрипов етәкселек иткән «Башҡорт халҡының тарихы» күп томлығының донъя күреүе лә − кафедраның ҙур фәнни ҡаҙанышы. Шулай уҡ Мәғариф министрлығына мәктәптәр өсөн дәреслектәр сығарыуҙа ла кафедра тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә, уҡыу әсбаптары баҫтырыуға ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнологияһы кафедраһында аспирантура һәм докторантура эшләй, тик һуңғы йылдарҙа ғына ун биштән ашыу аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Студенттарҙы ғилми-тикшеренеү эшенә өйрәтеү маҡсатында «Этнология», «Башҡортостан тарихы» һәм «Рух» фәнни түңәрәктәре ойошторолған. Түңәрәк ағзалары төрлө фәнни һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, иң яҡшы фәнни эштәр йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа баҫтырыла.
Тарих факультетында белем алыусы йәш быуынды башҡорт халҡының көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсаты менән университет 1969 йылдан этнологик экспедициялар үткәрә. Райондарҙа фәнни эҙләнеүҙәр барышында студенттар фәнгә ылыға, оло йәштәгеләр менән аралаша, халыҡтың тормошон сағылдырған тарихи экспонаттар туплай. Республика буйлап ойошторолған экспедициялар ваҡытында тупланған эш ҡоралдары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, XIX быуат аҙағы – XX быуат башына ҡараған үҙенсәлекле экспонаттар нигеҙендә 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетында этнография музейы асылып, бөгөн ул Рим Янғужин исемен йөрөтә. Унда башҡорт халҡының тарихы, төп шөғөлдәре һәм мәҙәниәте тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнологияһы кафедраһы фәнни уңыштары, емешле эшмәкәрлеге менән бөгөн университетта ғына түгел, республика кимәлендә лә ҙур урын биләй. Шуға ла уның киләсәге яҡты һәм ышаныслы.
Ирәндек БАЙНАЗАРОВ,
тарих фәндәре кандидаты, доцент.