08.11.2011 «Иң проблемалы мәктәпкә директор булып барыр инем», –
ти 80 йәшлек юбилейын билдәләүсе Марат Хафизов
Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов 1931 йылдың 13 ноябрендә Иглин районының Ташлыйылға ауылында тыуа.
1952 – 1956 йылдар – Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белем ала.
1956 йылда 1-се республика мәктәп-интернатында эш башлай.
1968 – 1973 йылдар – 77-се мәктәптә директор.
1973 – 1986 йылдар – Өфөләге тәүге башҡорт мәктәбе булған 20-се мәктәптең директоры.
1991 йылдан – 1-се республика гимназия-интернатында директор.
1997 – 1998 йылдар – башҡорт-төрөк лицейы директоры.
Марат ағай Хафизов һигеҙенсе тиҫтәһен тултырғанда ла йүгереп йөрөй, унан ниндәйҙер рух күтәренкелеге бөркөлөп тора. Тормошҡа зарланырға яратыусыларға, ҡул ҡаушырып ултырырға әүәҫ кешеләргә уның бөгөнгө әүҙем тормош позицияһы аңлашылмаҫ та, әммә тап шул әүҙемлеге уны йәшәтә, хатта йәшәртә, тиер инем.
Марат Мөхәмәтйән улы йылмайып ҡаршы алды. Яңғыҙы ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан (ҡатыны ун йыл элек гүр эйәһе булған), донъяһы бөхтәлеге менән хайран итә. Стенала матур картиналар эленгән, пианино өҫтөндә, тәҙрә төбөндә таҫлап ҡағыҙҙар өйөлгән – хужаның яҙыу-һыҙыу эше менән ныҡлап шөғөлләнгәне күренеп тора.
Хәйер, яңғыҙы, тип әйтеүем дөрөҫ тә түгелдер. Сөнки янына балалары, ейәнсәре килеп тора. Үҙе уҡытып сығарған әллә күпме уҡыусыһы ла онотмай, гел хәлен белешә, кәрәк булһа, һәр саҡ ярҙам итергә лә әҙерҙәр. Марат ағайҙың Йоматау эргәһендә баҡсаһы бар. «Ғәҙәттә, унда электричка менән йөрөй торғайным, быйыл уҡыусыларым, ни эшләп Марат Мөхәмәтйән улын электричкала йөрөтәйек, тип, йәй буйы машинала ғына алып барҙы», – ти. Баҡса тигәндән, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, нимәләр үҫтерәһегеҙ унда, тип тә һораным. Баҡтиһәң, Марат ағай быйыл помидор уңышын ғына ла һигеҙ биҙрә йыйып алған икән. Ул тиклемде нимә эшләткән, тиһегеҙме? ҡышҡылыҡҡа, татлы борос, кәбеҫтә, дөгө ярмаһы ҡушып, салаттар әҙерләгән. Уларҙы балаларына таратып бөтөп бара инде. 80 йәшлек тимәҫһең дә уны – көслө рухмы, саф һауалағы физик хеҙмәтме, әллә уҡыусыларының ихтирамы, һөйөүеме йәш күрһәтә, нисек кенә булмаһын, был кешегә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Ә уның менән әңгәмәбеҙҙе Марат Мөхәмәтйән улы бөтә ғүмерен бағышлаған, арымай-талмай хеҙмәт иткән мәғариф өлкәһенә, мәктәптәр темаһына бағышланыҡ. Шул тиклем ҙур уҡытыу, алдынғы һаналған бер нисә мәктәптә директорлыҡ тәжрибәһе булған кешенең бөтәбеҙҙе лә борсоған һорауҙарға ла үҙ ҡарашы бар.
– Мәктәптә эшләгән йылдарҙы һағынып иҫкә алаһығыҙмы, әллә тынғыһыҙ эштән арып, тыныс ҡына ял итеүегеҙгә ҡыуанып та ҡуяһығыҙмы?
– Был һорауға былай тип яуап бирер инем. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф комиссияһы бар. Күп кенә йылдар шунда ағза булып торам. «Аҡтамыр» йәмәғәт ойошмаһында ла кадрҙар менән эшләү буйынса идара ағзаһымын. Унда башҡорт мәктәптәренә хәлдән килгәнсә ярҙам итеү менән шөғөлләнәбеҙ. Мәктәптәрҙе һәйбәт белгестәр менән тәьмин итергә кәрәк. Бер нисә тапҡыр шундай хәл булды – егеттәребеҙ директор булыуҙан баш тарта. Миңә 80 йәш тулып килә, әммә, хәл етһә, дарман булһа, дәрт бар ул, ҡаланың иң ҙур, иң проблемалы мәктәбенә директор булып китер инем, тим.
– Хәҙер мәктәптә уҡытыу программалары әленән-әле үҙгәреп тора, яңы стандарттар индерәләр. Берҙәм дәүләт имтиханы ла бәхәсле мәсьәлә. Уҡыу процесын тәрәндән белгән уҡытыусы булараҡ, ошо яңылыҡтарға ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?
– Тотороҡлоҡ тигән һәйбәт бер һүҙ бар. Һәр эштә шул тотороҡлоҡ булырға тейеш. Мәктәп етәкселәрен генә алһаң да, мәҫәлән. Бына Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында 40 йыл эсендә ун директор алмашынған. Шулай эшләп буламы? Эште төптән аңлап, ниндәйҙер һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп буламы? Шулай уҡ уҡыу пландарының бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуы ла һәйбәт һөҙөмтәләр биреүе мөмкин түгел. Берҙәм дәүләт имтиханынан башҡа ла беҙҙең совет мәктәбе, Рәсәй мәктәбе бар бит, ул система бер ваҡытта ла һынатманы. ҡасан насар эшләне ул? Тотороҡлоҡ кәрәк мәктәпкә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ яңылыҡтар түгел. Юҡ эш менән булашып, ҡағыҙ бысратҡансы, һәйбәт кадрҙар табыу, мәктәпте талантлы уҡытыусылар менән тәьмин итеү буйынса көс һалһындар ине. Яңылыҡты тормош үҙе талап итә, ул министрҙарҙың һүҙенән генә торорға тейеш түгел.
– Милли мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн байтаҡ көс түккән кеше булараҡ, бөгөнгө милли сәйәсәт тураһында нимә уйлайһығыҙ? Төбәк компоненты тирәһендә лә һүҙ бик күп ҡуйырҙы, әле лә, башҡорт телен теләгән кеше генә өйрәнә ала, тигән закон индерелде. ҡайһы бер ата-әсәләр, хатта башҡорт булһалар ҙа, балаларын туған телендә уҡытырға теләмәй. Әле аң инмәгән баланың ошо сәбәпле туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡалыуы бар...
– Мин ҡайһы ваҡытта уйлап ҡуям, бәлки, беҙҙең өҫтә ултырған етәкселәргә бөтөнләй милли мәктәптәр кәрәкмәйҙер, ул башты ауырттырғыс нәмә бит ул. Бик күп эшләүҙе талап итә. Бөтә ерҙә лә рус мәктәптәре булһа, нисек рәхәт буласаҡ, милли кадрҙар проблемаһы ла борсомаясаҡ, тел мәсьәләһе менән дә булырға кәрәкмәйәсәк. Был һорауҙың тыуыуы буштан түгелдер. Милли мәктәпте бөгөн йә иртәгә генә ниндәйҙер указ менән ябып ҡуйып булмай, халыҡ быны тыныс ҡына үткәреп ебәрмәйәсәк, тауыш сығарасаҡ. Шуға ла тәүҙә ниндәйҙер сикләүҙәр индерәләр. Был милли мәктәптәрҙе бөтөрөүгә бер аҙымдыр, тим. Ғөрөф-ғәҙәттәрен онотҡан нисә быуын үҫеп сыҡты, хәҙер бына үҙ аңыбыҙға килә башлағайныҡ, тағы ла нисектер сигенергә мәжбүр итәләр. Һуңғы сиктә был телде, йолаларҙы ғына түгел, ә тыуған илебеҙҙе лә онотторорға мөмкин. Теле юҡтың – иле юҡ, тип юҡҡа әйтмәгән бит Рәми Ғарипов. Тик халыҡ әүҙем генә күтәрелеп бармай, эстән генә яна-көйә, әммә тышҡа сығармай – сабыр. Тик был сабырлыҡ бөгөн беҙҙең файҙаға түгел.
Үҙәк властарға ҡаршы тороп, бер кем дә уны еңә алғаны юҡ әле. Ләкин был беҙ ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш тигәнде аңлатмай. Йыш ҡына Якутов паркында Рәшит Шәкүр менән осрашам. Уның менән дә ошо турала һөйләшкәнебеҙ бар. Ул миңә бер юлын әйтте лә. Тик быны күптән, 60-сы йылдарҙа уҡ әле, тарих уҡытыусыһы булараҡ, үҙем дә файҙалана инем. Мәҫәлән, Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙе туҡтаттылар, ти. Бынан трагедия яһарға кәрәкмәй. Рәсәй тарихы өйрәнелә бит, ниңә шуның менән бергә Башҡортостандыҡын да биреп бармаҫҡа? Быны бит бер кем дә сикләмәй. Тик уйланылған аҡыллы сәйәсәт кәрәк, етәкселек менән берҙәм эш итеү зарур, кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итеү талап ителә. ҡысҡырып, тормошҡа зарланып ҡына бер нәмәне лә хәл итеп булмай, ҡуҙғалырға, эшләргә, әҙерәк баш ватып алырға ла кәрәк.
– Мәғариф өлкәһендә бәхәс тыуҙырған тағы ла бер мәсьәлә – ҡулайлаштырыу процесы. Бәләкәй мәктәптәрҙең бөгөнгө көндә йәшәргә хоҡуғы бармы?
– Әлбиттә, стратегик яҡтан, халыҡты һаҡлап ҡалыу яғынан ҡарағанда, ул мәктәптәр ҡалырға тейеш. Йәштәр ауылда ҡалһын, йәшәһен, балалар тәрбиәләһен тиһәк, мәктәптәрһеҙ булмай. Улар ҙа үҙҙәренең балаларын көслө уҡытыусыларҙа уҡытырға хоҡуҡлы, улар ҙа балаларының, мәҫәлән, инглиз телен һәйбәт белеүен теләй. Ләкин был мәсьәләнең икенсе яғы ла бар бит. Һәр бәләкәй ауылда мәктәп булыуы белемдең йөкмәткеһенә насар йоғонто яһай. Мәҫәлән, БДУ-ла сит телдәрҙе уҡытыу буйынса юғары белем алған белгес, ауылға ҡайтып, бәләкәй генә эш хаҡына, аҙ ғына сәғәттәргә эшләп йөрөргә риза булмаясаҡ. Бында кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора.
Оптималләштергәндә лә балаларҙы ҡайҙалыр йөрөтөп уҡытыу мәсьәләһе тыуа. Улар ниндәйҙер интернатта йәшәргә тейеш. Ә бит ул әсә йылыһын тойоп, тыуған йортонда үҫергә тейеш, ҡайҙалыр ситтә, интернатта түгел. Мин ғүмер буйы интернат балалары менән эшләнем. Бүтән эштәрем торһа-торҙо, әммә тәүге эшем уларға яҡшыраҡ шарттар тыуҙырыу булды. Юғиһә 15-әр, 20-шәр бала бер бүлмәлә йәшәй ине. Казарма бит был. 600 балаға ҡунаҡхана тибындағы интернат эшләттем. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, интернат тормошон ғаиләлә тәрбиәләнеү менән бер нисек тә сағыштырып булмай.
Был һорауға әлегә яуап таба алмайым. Бер генә аҡыллы фекер ҙә ишеткәнем юҡ. Бәләкәй генә мәктәпте алдынғы итеп тә булмай, балаларҙы сит ауылға йөрөтөп уҡытыу ҙа йөҙ һорау тыуҙыра. Ысын патриоттар йоҙроҡ төйнәп, бөтөрәһегеҙ башҡорт ауылдарын, ти ҙә ул. Тик ниндәй юлы бар һуң – бөгөнгө мөмкинлектәрҙән сығып, был мәсьәләнең аҡыллы ғына сиселешен күрмәйем.
– Әле ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ?
– 77 йәшкә тиклем мәктәптә эшләнем, әле пенсияға сыҡҡаныма дүртенсе генә йыл. Хәҙер ваҡыт күп, шуға ла яҙыу эшенә тотондом. Ҙур тормош юлымда тәжрибә байтаҡ тупланған, әйтеп ҡалдыраһы һүҙҙәр ҙә күп һымаҡ. Тәүге эшем – хәтирәләр китабым сыҡты. Йылдан ашыуыраҡ 20-се гимназияның тарихын яҙҙым. Был эшкә тотоноуымдың үҙ сәбәбе лә бар – былтыр гимназия үҙенең 40 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был мәктәп бик үҙенсәлекле, бүтән бер мәктәпкә лә оҡшамаған. ҡала башҡорттары үҙ балаларын туған телдә уҡытырға теләп, ҙур тырышлыҡ һалып асылған ул. Бик күп тупһалар аша үтеп, хатта КПСС Үҙәк комитетына барып еткәс кенә асырға мөмкинлек тыуҙы. Китапҡа бай, бик ҡыҙыҡлы материал тупланған. Унда Иҙел Агишевтың ғаилә архивынан алынған мөһим документтар, хатлашыу тарихы ла бар. Өсөнсө мөһим эшем – башҡорт-төрөк лицейының тарихын яҙыу. Төрөктәр менән ун йыл самаһы аралаштым, директор булып та эшләп алдым. Тиҙҙән уҡыу йорто 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. «Марат Мөхәмәтйән улы, яҙығыҙ әле лицей тарихын, уны һеҙҙән дә һәйбәтерәк белеүсе юҡ», – тип директоры миңә мөрәжәғәт итте (ысынлап та, уны асыуҙа ҡатнашҡан кеше булараҡ та тарихын һәйбәт беләм). Әле шуның менән мәшғүлмен, ике бүлекте тамамланым. Архивтан алынған материалдарҙы, иҫтәлектәрҙе файҙаланып яҙылған китабымды яңы йылға тиклем директор өҫтәленә һалырға вәғәҙә иттем.
Тағы бер эшем бар. Тәүге хәтирәләр китабыма күп нәмә инмәгән, әллә күпме кеше тураһында яҙылмай ҡалған. Шуларҙы өҫтәп, китапты яңынан баҫтырырға ине.
– Мәктәптәр менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– 20-се мәктәптең тарихын да яҙам бит инде, шуға ла йыш йөрөйөм. Был мәктәп миңә бик ҡәҙерле. Бик ҙур ауырлыҡ менән асылған тәүге башҡорт ҡала мәктәбе булыуы менән дә, ҡатмарлы мәлендә ата-әсәләр менән бергә тороп уны һаҡлап алып ҡалғанға ла шулайҙыр. 1972 йылда мәктәптә рус кластары асыу тураһында һүҙ ҡуйыртыла башланы. Рөхсәт биреп, асыуын-астырҙылар, тик тиҙ үк аңлап алғандармы, ҡыҫымға ала башланылар. Тик асыҡтан-асыҡ «Ябабыҙ!» тип әйтә алмайҙар бит инде, шуға ла туған телде сикләргә теләгәндәрҙер. Әммә мин, директор булараҡ, ныҡ торҙом, гимназияны башҡорт мәктәбе итеп һаҡлап ҡалыуҙа өлөшөм ошо булғандыр. 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты менән дә бәйләнешем ныҡ. Уның менән дә тормошомдоң мөһим биттәре бәйләнгән. Бик күп эштең башланғысы алдында торҙом, баш ҡаланың башҡорт мәктәптәре араһында үҙ-ара бәйләнеш, хеҙмәттәшлек булдырыуҙы ойошторҙом.
Тотош ғүмерем мәктәптәр менән бәйле булғас, тормошомдо уларһыҙ күҙ алдына ла килтермәйем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Марат ағай. Яҡынлашып килгән юбилейығыҙ менән тәбрикләп, һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.