RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡытыусыны бөгөн нимә борсой?

04.10.2011 Уҡытыусыны бөгөн нимә борсой?

Мәғариф министры Әлфис Суфиян улы Ғаязов менән «тура бәйләнеш»тә бөгөнгө мәктәптең, уҡытыусыларҙың проблемалары күтәрелде
Уҡытыусыны бөгөн нимә борсой?
Уҡытыусы – уҡыусыларҙың юлбашсыһы, кәңәшсеһе һәм яҡын дуҫы, халыҡтың ышанысы, йәмғиәтебеҙҙең таянысы. Улар балаларҙы ғына түгел, халыҡты үҙҙәренең артынан эйәртер ҙур көскә эйә. Балалар яҙмышын ғына түгел, йыш ҡына мөһим ижтимағи һәм сәйәси эштәрҙе лә уларға ышанып тапшыралар. Илебеҙ тормошондағы яуаплы һәм һынылышлы осорҙа гел уҡытыусыларға мөрәжәғәт итәләр, уларға таяналар.
Нисек йәшәй бөгөнгө уҡытыусы? Ниндәй пландар менән яна? Ниндәй уйҙар уны борсой? Уҡытыусының йәшәү шарттарын яҡшыртыу, абруйын күтәреү өсөн нимәләр эшләнә? Ошо изге лә, яуаплы ла һөнәр эйәләре үҙҙәренең профессиональ байрамын ҡаршылаған мәлдә мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән «тура бәйләнеш» ойоштороп, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдыҡ.

– Һаумыһығыҙ! Мин Лариса Талалаева булам, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһында уҡытыусы-дефектолог булып эшләйем. Былтыр тәрбиәселәрҙең эш хаҡына 1000 һум өҫтәнеләр, тәрбиәсе ярҙамсыларына – 500 һум. Быйыл уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа артты. Ә беҙ беренсе категорияға ла, икенсе категорияға ла инмәнек. Эшебеҙ ауыр, инвалид балалар менән эшләйбеҙ, шуға ҡарамаҫтан, бына шулай ике уртала тороп ҡалдыҡ. ҡасан беҙҙең хаҡта иҫкә төшөрөрҙәр икән? Эш хаҡы артыуға өмөтләнә алабыҙмы?
– Мин был хәлде бик яҡшы аңлайым. Беҙҙең иң ауыртҡан урыныбыҙ ул. Эш хаҡын арттырыу системаһының тейешенсә уйланып бөтмәүенән килә. Әммә беҙ һеҙҙе онотмайбыҙ. Ишеткәнһегеҙҙер, республикабыҙ Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов эш хаҡын күтәреү тураһында һүҙ алып барғанда, был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта тәрбиәселәр­ҙең һәм башҡа категория мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу юлдарын ҡараясаҡбыҙ һәм тиҙ арала хәл итәсәкбеҙ, тигәйне. Тағы ла бер аҙ ғына сабыр итегеҙ инде, был мәсьәләне хәл итербеҙ. Беҙ уны хәл итергә бурыслыбыҙ.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙгә Әбйәлил ра­йо­ны Дәүләт мәктәбенең хеҙмәт уҡытыу­сыһы Юлай Һибәтов шылтырата. «Йәшлек» гәзитенең 20 сентябрҙә сыҡҡан һанында, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға 712 млн һум аҡса бүленә, тип яҙылғайны. Шул сумманан хеҙмәт кабинеттарын йыһазландырыуға аҡса бүленһә, яҡшы булыр ине. Юғиһә, беҙҙә 80-се йылдар­ҙа сыҡҡан иҫке станоктар тора. Ә хәҙер магазиндарҙа уларҙың ниндәйе генә юҡ.
Тағы бер һорауым бар ине: хеҙмәт, һыҙма дәрестәренә сәғәттәр һаны кәмене, уларҙы элеккесә ҡалдырып булмаймы икән?
– Республика тарафынан һәр район­ға субвенция бирелгән. Шул аҡса иң беренсе сиратта уҡыу бүлмәләре һатып алыуға һәм уларҙы йыһазландырыуға тотонола. Ә инде дәрестәр һанына килгәндә, уларҙы бер нисек тә арттырып булмай, сөнки дәүләт белем биреү стандарты – ул закон, уны боҙор­ға хоҡуғыбыҙ юҡ. Законды боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттыралар.
– Алло, һаумыһығыҙ, был тура бәйләнешме?
– Эйе, Әлфис Суфиян улы һеҙҙе тыңлай.
– Мин Өфө районының Шамонин ауылында йәшәйем. Шуны белгем килә: беҙҙең ауылда балалар баҡсаһы ни өсөн һаман асылмай икән? Баҡса тулыһынса әҙер, нишләптер эшләмәй, ата-әсәләр балаларын ҡайҙа ҡал­дырыр­ға белмәй…
– Белеүемсә, ундағы балалар баҡсаһының йылытыу системаһы яйға һалынып бөтмәгәйне. Әммә хәҙер балалар учреждениеларына күптән йылы бирелде, унда ла ҡаҙанлыҡтар ҡуйылған булырға тейеш. Быны мотлаҡ контролгә алырбыҙ һәм һеҙгә яуап бирербеҙ. Борсолмағыҙ, Шамонинда балалар баҡсаһы эшләйәсәк.
– Тағы бер һорауым бар ине: 1 сентябрҙән мине балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп эшкә алдылар. Тик, эш хаҡы бер оклад күләмендә генә түләнә, бер ниндәй өҫтәмәләр ҙә булмаясаҡ, тиҙәр. Йәғни 4330 һум, ә Президент өҫтәгән 1000 һум һәм квалификация өсөн өҫтәмәләр түләнмәйәсәк. Шул дөрөҫмө?
– Улай булыуы мөмкин түгел, сөнки республикала бөгөн минималь эш хаҡы 5500 һум, шунан да әҙ эш хаҡы түләнергә тейеш түгел. Һеҙгә дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәгәндер. Асыҡларбыҙ һәм һеҙгә хәбәр итербеҙ. Ярай, һау булығыҙ, уңыштар һеҙгә!
– Һаумыһығыҙ, Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Флидә Кәримова булам. Рус теленән беҙҙең уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Ләкин 10 – 11-се синыфтарҙа уҡыу планы буйынса рус теле аҙнаһына бер генә сәғәт ҡаралған. Был, әлбиттә, бик аҙ. Дәүләт, министрлыҡ кимәлендә был юҫыҡта берәй үҙгәрештәр көтөлмәйме? Уҡыу планына үҙгәрештәр индереү ҡаралмағанмы?
– Флидә ханым, бөгөнгө көндә стандарттар – закон, уларҙы бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Стандарттар бөтә Рәсәй буйынса берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу өсөн эшләнгән. Әгәр ҙә уларҙы беҙҙең кимәлдә йәиһә район кимәлендә үҙгәртеп булһа, ул саҡта ул стандарт булмаҫ ине. Шуға күрә булған сәғәттәр менән генә эшләргә тура килә. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны үҙгәртеп булмай. Рус теле бит өлкән синыфтарҙа һәр ваҡыт бер сәғәт кенә ине, һеҙ уҡыған саҡта ла шулай булғандыр, беҙ уҡығанда ла шулай булды.
– Эйе, әммә ул ваҡытта БДИ булманы. Сығарылыш имтихандарында уҡыу­сылар рус әҙәбиәтенән инша яҙа ине, ә рус теле һәм әҙәбиәте аҙнаһына өсәр сәғәт була торғайны.
– Шулай шул. Килешмәгән урындар күп, әммә закон ҡабул ителгән икән, шуның буйынса эшләргә тура килә. Һеҙҙең борсолоуҙарығыҙҙы аңлайбыҙ, рәхмәт. Был бик тә урынлы һорау. БДИ менән дә аңлашылмаусанлыҡтар күп, аҙаҡҡаса камиллаштырып бөтөлмәгән.
– Мәләүез районының Әбет ауылынан күп балалы әсә Әлфиә Һайранова булам. Әбет ауылы башланғыс белем биреү мәктәбендә быйыл 11 бала уҡый. 1 сентябрҙән 10 сентябргә тиклем дүрт синыфты бер генә уҡытыусы уҡытты. Ата-әсәләр һорауы буйынса тағы бер уҡытыусыны мәктәпкә эшкә алдылар, әммә улар яртышар эш хаҡына эшләргә мәжбүр. Ике уҡытыусыға ла тулы эш хаҡы түләп булмаймы? Сөнки бер генә уҡытыусы эшләһә, уға дүрт синыфты бергә уҡытыуы ауыр, һөҙөмтәлә балаларҙың белем сифаты ла түбән. Беҙҙә балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, балалар мәктәпкә былай ҙа әҙерлекһеҙ бара. Балаларыбыҙҙың ныҡлы белем алыуын теләйбеҙ, шуға күрә беҙҙе ошо һорау бик ныҡ борсой.
– Белеүегеҙсә, бөгөн уҡытыусылар­ҙың эш хаҡы балалар һанынан сығып билдәләнә. Мәктәптәр йән башына ҡарап финанслауға күсте. Уҡыусылар һаны күберәк булған һайын, мәктәптең дә аҡсаһы күберәк. 11 уҡыусылы мәктәп бөгөн үҙен аҡламай. Шуға ҡарамаҫтан, түбән синыф уҡыусыһы ата-әсәһенә яҡын булырға тейеш, тигән маҡсаттан сығып, башланғыс мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалыу яғындабыҙ. Әммә һеҙҙең һорауығыҙ буйынса бер нисек тә, бер нәмә лә эшләп булмай, сөнки ул беҙҙән генә тормай. Шуға күрә йә бер генә уҡытыусы була, йә булмаһа, бер эш хаҡына ике уҡытыусы эшләй. Әлбиттә, был дөрөҫ түгел, быны бик яҡшы аңлайбыҙ. Икенсе йылға 1-се синыфҡа нисә уҡыусы бара?
– Ете бала бара, күрше ауылдан дүрт бала һәм беҙҙән өсәү. Сөнки күрше Ерек ауылында мәктәп ябылды, балалар беҙгә йөрөп уҡый.
– Ярай, һорауығыҙ аңлашылды. Был мәсьәләне тағы бер тапҡыр ҡарарбыҙ.
– Республика иҡтисад лицейының химия уҡытыусыһы Гөлнур Егорова булам. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың уҡыуға ҡарашы бик ныҡ һүлпәнәйҙе. Быны улар аттестаттағы баһаларҙың бер ниндәй көскә эйә булмауы менән аңлата. Сөнки уҡырға инеү өсөн хәҙер аттестаттағы баһа түгел, ә БДИ һөҙөмтәләре генә кәрәк. Ошонан сығып, шундай һорауым бар: БДИ һөҙөмтәләре тураһында сертификатҡа аттестаттың уртаса балын индереү күҙалланмаймы?
– Рәсәй мәғарифты күҙәтеү федераль хеҙмәте рәйесе Любовь Глебова менән һөйләшкән саҡта ул, БДИ-ны, уға мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙең йүнәлештәренең йәки проекттарының береһе – ул сертификатҡа аттестаттың уртаса балын индереү, тигәйне. Әммә әлегә ул проект ҡына. Һеҙ бик дөрөҫ һүҙ алып бараһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың уҡыуға мөнәсәбәтен үҙгәртеүҙә уҡытыусының ҙур роль уйнауын онотмайыҡ.
– Сибай институтының экология кафедраһы доценты Әлифә Әхмәтсафа ҡыҙы Әминева һеҙҙе борсой. Мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһе бик түбәнәйеп китте, тип уйлайбыҙ. Студенттар менән практикаға сығып, аҙналар буйы ҡырҙа йөрөгәндә күренә ул. Егеттәр балта ла тота белмәй, ут яғыу, палатка ҡороу үҙе бер проблемаға әйләнә. Шул хеҙмәт тәрбиәһенең түбән булыуынан килмәйме икән?
– 60-сы йылдарҙа педагогия институтының биология факультеты «Биология һәм ауыл хужалығы нигеҙҙәре факультеты» тип атала торғайны. Унда йәштәрҙе хеҙмәткә өйрәтеү ҙә яҡшы ғына ҡуйылғайны. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юҡ. Хатта мәктәптәге хеҙмәт дәрестәре лә технология менән алмаштырылды. Шуға күрә һеҙ күтәргән проблема дөрөҫ һәм был мәсьәлә тураһында уйланабыҙ, әммә программаларҙы үҙгәртә алмайбыҙ.
Әлбиттә, егеттәрҙең балта ла тота белмәүе һәйбәт эш түгел. Мәсьәләне күтәргәнегеҙ өсөн рәхмәт, әйҙәгеҙ, бергәләп уны хәл итеү юлдарын эҙләйек.
– Әлфиә Хәмитова. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә генә түгел, беҙҙә лә төрлө юғары уҡыу йорттары, уларҙың филиалдары күбәйеп китте. Уларҙың күбеһе аҡса эшләү юлын ғына ҡыумаймы икән?
– Бындай проблема ла бар. Яңы асылған вуздарҙың күбеһе гуманитар йүнәлештә. Сөнки төплө нигеҙле техник белгестәр әҙерләү бик күп сығым талап итә. Уларҙы, әлбиттә, вуз тип әйтеп тә булмай. Был хәлдән сығыу өсөн иң беренсе сиратта уҡыу йорттарын аккредитациялауға ҡарата талаптарҙы көсәйтергә кәрәк.
Бер ваҡыт белем биреү эшмәкәрлеген йәшәгән урынға яҡынайтыу идеяһы көслө ине. Был бик яҡшы, әммә район үҙәгендә юғары белем алыу менән баш ҡалала юғары белем алыуҙы бер нисек тә сағыштырып булмай. Шуның кеүек, тиҫтә йылдар эшләп килгән вуздарҙы яңы эш башлағандары менән тиңләп булмай. Беҙ белгән, беҙ белем алған уҡыу йорттарының тейешле матди-техник базаһы ла, көслө уҡытыусы-профессорҙар составы ла бар, уларҙың абруйы ла ҙур, традициялары ла көслө, әҙерләп сығарған белгестәренең квалификацияһы ла юғары.
– Бюджет урындарын ҡыҫҡартыу мәсьәләһе...
– Әйткәндәй, быйыл бер урынды ла ҡыҫҡартманыҡ. ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ ҙә булманы һәм булмаясаҡ та. Киреһенсә, былтырғыға ҡарағанда урындар күберәк тә булды.
– Элек вуз тамамлаусы йәштәргә эш табыу проблемаһы булмай торғайны. Сөнки уҡыу йортон тамамлағас, улар­ҙы йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр ине. Хәҙер иһә йәштәргә эш табыу – үҙе бер ҙур проблема. Вуз тамамлаусы йәштәрҙең яҙмышы менән беҙҙең министрлыҡ ҡыҙыҡһынамы икән? Илештән Гөлнара Сәйетова.
– Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу ул вуз йәиһә министрлыҡтың ғына эше түгел, ә вуз менән эш биреүсе араһында бәйләнеш булырға тейеш. Бөгөн иһә эш биреүсе беҙҙең белгестәр менән ҡыҙыҡһынмай, уларға бер-ике генә кеше кәрәк, уҡыу йорттарында улар меңләп әҙерләнә. Педагогия өлкәһен алғанда ғына ла, педагогик кадрҙарға ихтыяж йылдан-йыл кәмей бара, шул уҡ ваҡытта урта һәм юғары уҡыу йорттары йыл һайын меңәрләп уҡытыусы әҙерләй. Әлбиттә, бында уйланырға урын бар, мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлдары эҙләнә.
– Зөһрә Йәһүҙина. Ошоға бәйле бер һорау бар ине: хеҙмәт баҙары талаптарынан сығып, заманға ярашлы белгестәр әҙерләү буйынса алға китеп планлаштырыу юҡмы? Сөнки бөгөн, һәр уҡыу йортонда күпләп әҙерләнгәнлектән, юристар, иҡтисад белгестәре менән донъя тулды…
– Яңы йүнәлештәр булдырыу, уның буйынса белгестәр әҙерләп сығарыу − ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Уның өсөн кәмендә биш йыл кәрәк. Тимәк, яңы йүнәлеш буйынса әҙерләнгән белгес тик биш йылдан һуң ғына хеҙмәт баҙарына сыға ала. Шуға күрә вузда уҡ өҫтәмә специальностар алыу системаһы аша эш итергә тейешбеҙ. Бының буйынса 500, 550 сәғәт иҫәбенә төрлө программалар бар. Икенсенән, бөгөн вуздар яңы специальностар асырға ашыҡмай, сөнки уға бюджет урындары бирелмәй, ә түләүлегә уҡырға әллә киләләр, әллә юҡ.
– Илдар Ғәбитов. Белеүебеҙсә, вуздарҙың рейтингы төҙөлә. Шуның кеүек үк, Башҡортостан кимәлендә район-ҡала мәғариф бүлектәренең рейтингы бармы икән?
– Министрлыҡ кимәлендә министрлыҡ эшмәкәрлегенең маҡсатлы күрһәткестәре тигән төшөнсә бар. Ғөмүмән, һеҙ бик ҡыҙыҡ фекер әйттегеҙ.
– Һаумыһығыҙ, мин Ғафури районының Красноусол гимназияһында тәрбиәсе булып эшләйем. Бына уҡытыу­сыларға эш хаҡы артты бит инде. Әммә беҙ улар рәтенә инмәнек, шулай уҡ балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәргә эш хаҡы өҫтәлгәндә лә беҙгә булманы.
– Ысынлап та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ унда ла түгел, бында ла. Был беҙҙең республикала ғына түгел, тотош Рәсәй буйынса шулай. Мәсьәләне бик яҡшы аңлайбыҙ һәм тиҙ арала уны хәл итербеҙ, тип уйлайым. Был һорау буйынса һеҙҙән алда ла мөрәжәғәт иткәйнеләр.
– Илдар Ғәбитов. Заманында Ельцин беренсе указы менән, иҫләйһегеҙҙер, уҡытыусыларҙың эш хаҡын сәнәғәттә эшләүселәрҙеке менән «тиңләштергәйне». Кеше күҙлегенән сығып ҡарағанда, уҡытыусы бер башҡа юғары торорға, эш хаҡы ла башҡаларҙыҡынан юғарыраҡ булырға тейеш. Мәҫәлән, КПРФ программаһы буйынса ул – 150 процентҡа, ә вуз уҡытыусыһыныҡы ике тапҡырға күберәк булырға тейеш...
– Ваҡытында, коммунистар партияһы идара иткәндә мәктәп уҡытыу­сыһы ла булып эшләнем, вузда ла уҡыттым, эш хаҡының ҙур булғанын хәтерләмәйем. Институтта эшләй башлағанда ассистенттың эш хаҡы 125 һум ине. Шул уҡ ваҡытта ауылдағы бер ниндәй белеме булмаған ябай механизатор өс-дүрт тапҡырға күберәк аҡса ала торғайны. Бөгөн уҡытыусыларҙың эш хаҡы регион буйынса иҡтисад өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы менән тигеҙләште. Шул кимәлгә килеп еттек, әҙме ул, күпме тигәндәй.
– Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Ғәлина булам. 2011 йылда беҙҙең балалар баҡсаһын мәктәпкә ҡуштылар һәм ике тәрбиәсегә 1,25 ставка бирҙеләр. Ә беҙ көнөнә туғыҙышар сәғәт эшләйбеҙ. Бер тәрбиәсе тулы эш хаҡына эшләй, ә икенсеһе 0,25 кенә ставка буйынса эш хаҡы ала. Өҫтәүенә, икенсе тәрбиәсенең белеме лә юғары, категорияһы ла. Был дөрөҫмө? Ғөмүмән, мәктәпкә ҡушылғас, тәрбиәсе ярҙамсыһының эш сәғәте аҙнаһына күпме булырға тейеш?
– Балалар баҡсаһына күпме бала йөрөй?
– Әле 20 бала йөрөй, киләһе йылда тағы ун бала өҫтәлергә тейеш.
– Был һорау күберәк юристарға ҡағыла. Шуға күрә һорауығыҙҙы асыҡларбыҙ һәм үҙегеҙгә яуап ебәрербеҙ.
– Күмертау ҡалаһынан шылтыратабыҙ, министрға һорауыбыҙ бар ине.
– Рәхим итегеҙ, министр һеҙҙе тыңлай.
– Бөгөн уҡытыусыларҙы иң борсоғаны – торлаҡ мәсьәләһе. Күпме уҡытыу­сы фатирһыҙ интегә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Мәғарифты модернизациялау» программаһы буйынса уҡы­тыу­сыларға йорт төҙөлә, тигәйнеләр. Был проект беҙҙә ғәмәлгә ашырылырмы?
­– Билдәле булыуынса, был программаға ярашлы уҡытыусылар өсөн йорттар төҙөләсәк. Уның буйынса республикала эш башланды. Әле исемлектәр әҙерләнә, уларҙы ҡарап, барлап сығабыҙ, күпме кеше мохтаж һ.б. Әлегә Башҡортостандың биш ҡалаһында уҡытыусылар йорто төҙөү күҙаллана. Атап әйткәндә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Салауат ҡалаларында.
– Әлфиә Хәмитова. Һөнәрселек училищелары буйынса бер һорау бар ине. Белеүемсә, Мәскәү күп кенә училищеларҙы төбәктәр ҡарамағына күсермәксе...
– һеҙ башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары тура­һында һүҙ алып бараһығыҙҙыр. Башҡор­тостанда улар бөтәһе 94. Элек тә улар республика ҡарамағында ине, әле лә. Республиканың һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары һәйбәт кенә эшләп килә, уларҙа тормошта бик кәрәкле эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләнә. Тағы урта махсус профессиональ уҡыу йорттары бар. Башҡортостанда уларҙың һаны − 37. Шуларҙан тыш, 21 урта махсус профессиональ уҡыу йорто Мәскәү ҡарамағында ине, яңы йылдан барыһы ла республика ҡарамағына күсерелә.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙҙе республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының береһенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы борсой. Республикала дәүләт телдәрен уҡытыуҙың яҙмышы нисек? Стандарт менән бирелгән дәрес һандарын (башҡорт телен) мәктәп етәкселегенең ҡыҫҡартырға хоҡуғы бармы?
– Бында ике төшөнсәне айырып ҡарарға кәрәк: башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытыла һәм башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Туған тел булараҡ, ул мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың теләге буйынса өйрәнелә. 2-се синыфтан 9-сы класҡа тиклем башҡорт теле дәүләт теле булараҡ элекке күләмдә уҡытыла. 10 − 11-се кластарҙа ул сәғәттәр милли-төбәк компоненты сиктәрендә туған телдәргә бирелә. Шуға күрә туған тел ҡала һәм бында бер ниндәй ҙә һорау булырға тейеш түгел. Ә бына уны уҡытыу­ҙың йөкмәткеһенә килгәндә, беҙ бер урында тапанабыҙ.
Икенсе һорауығыҙға килгәндә, стандарт менән бирелгән дәрес һандарын бер кемдең дә ҡыҫҡартырға хоҡуғы юҡ.
– Өфө ҡалаһынан һеҙгә һорау бар ине. Айҙар Күсәев булам. 10 – 11-се синыфтарҙа милли телдәрҙе теләк буйынса уҡытырға тигәндәр. Дәүләт теле һаналған башҡорт телен һаҡлау өсөн министрлыҡ нимә эшләй?
– Мәғарифҡа һәм тел уҡытыуға ҡағылышлы бөтә закондарҙы ла тулыһынса үтәйәсәкбеҙ. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында», Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында», «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» закондарҙы боҙорға хоҡуғыбыҙ юҡ. Әҙерәк көсөргәнеште кәметеү өсөн дәүләт телен уҡытыуҙы ике сәғәткә ҡыҫҡарттыҡ. Ә уны эшләр алдынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән, «Аҡ тирмә» һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән дә һөйләштек. Беҙ әле тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн тырышабыҙ, тип аңлаттыҡ. Икенсенән, телде һаҡлауҙы ниңәлер министрлыҡҡа ғына япһарып ҡалалар. Ә ҡайҙа беҙҙең ғалимдарыбыҙ, телселәребеҙ, ҡоролтай вәкилдәре, депутаттар һ.б.?! Телде һаҡлау – һәр кемебеҙҙең мөҡәддәс бурысы.
Был һорау быйыл Рәсәй кимәленә сығарылды. 29 – 30 июндә «Эхо Москвы» радиоһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға бағышланған махсус интервью булды. Күп бәхәсләшкәндән һуң тапшырыуҙы алып барыусы Матвей Ганапольский еңелеүен таныны, беҙ позициябыҙҙы яҡлап алып ҡала алдыҡ.
– Сажиҙә Лотфуллина. Федераль дәүләт стандарттары тураһында ла фекерегеҙҙе ишетке килә. Һеҙҙеңсә, улар ниндәйҙер ҙур һөҙөмтәләргә килтерерме?
– Федераль дәүләт стандарттары мәғарифты яңы кимәлгә сығарырға тейеш. Улар белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороуға, уның йөкмәткеһенә һәм һөҙөмтәләргә талаптарҙы бергә бәйләй. Әлегә тиклем улар бер-береһе менән бәйләнештә ҡаралғаны юҡ ине. Ошо өс талап үтәлгән хәлдә беҙ бик яҡшы күрһәткестәргә өлгәшергә тейешбеҙ. Әлбиттә, дәүләт стандарттарының уйланып бөтмәгән, камиллаштырыу талап иткән урындары бар, әммә, шуға ҡарамаҫтан, улар әле үк ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
– Әбйәлил районынан 2009 йылғы, 2010 йылғы сығарылыш синыф уҡыу­сыларының ата-әсәләре исеменән шылтыратам. Беҙҙең балалар мәктәпте тамамлағанда, берҙәм дәүләт имтиханына ярҙамға тип, ата-әсәләрҙән 500-әр һум аҡса йыйҙылар. Ата-әсәләр­ҙән аҡса йыйыу дөрөҫмө ул?
– Бының булыуы мөмкин түгел, ундай хәлде ишеткәнебеҙ ҙә юҡ. Ул бөтөнләй дөрөҫ түгел һәм законға ҡаршы килә. Мәғариф бүлеге етәксеһенә шылтыратып, хәлде асыҡларбыҙ һәм һеҙгә аңлатырҙар.
– ҡулайлаштырыу мәсьәләһе лә бөгөн ауыл халҡын борсоуға һала. Айырыуса ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы ата-әсәләр араһында ри­заһыҙлыҡ тыуҙыра. Мәктәп янда була тороп, балалар ситкә йөрөп уҡыр­ға мәжбүр. ҡасан тамамланыр икән был хәл?
– Быйыл 1-се класҡа 43600 бала барҙы, 29500 уҡыусы мәктәпте тамамлап сыҡты. Ошонан сығып ҡарағанда, балалар һаны арта кеүек, шуға ҡарамаҫтан, дөйөм балалар һаны йыл һайын кәмей. Шуға күрә бер нисә йыл ҡулайлаштырыу дауам итәсәк әле. Мәктәптәр йән башына ҡарап финанс­ланыуға күсеү сәбәпле, уларҙың яҙмышы туранан-тура балалар һанына бәйле. Әммә, нисек кенә ауыр булмаһын, башланғыс мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Башланғыс синыф уҡыусыһы ата-әсәһенең янында булырға тейеш.
– Р. Дәүләтова. Балаларҙы йөрөтөп уҡытыу ауырлыҡтар тыуҙырмаймы? Мәктәптәр тейешле кимәлдә автобус­тар менән тәьмин ителгәнме?
­– Автобустар етә, йыл һайын яңыларын алып торабыҙ, бында барыһы ла хәл ителгән. Июндә 28 автобус алдыҡ һәм мәктәптәргә ебәрҙек. Быйыл автобустар һатып алыу өсөн 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Әммә икенсе бер мәсьәлә: уларҙың файҙаланыу ваҡыты сыға башланы. Икенсенән, автобустарға ҡарата талаптар үҙгәрҙе: уларҙа мотлаҡ ҡайыштар булырға тейеш, водителдәргә лә талаптар көсәйҙе. Яңы автобустар барыһы ла шул талаптарға ярашлы йыһазландырылған, тәүҙәрәк алынғандары иһә уларға яуап бирмәй.
– С. Лотфуллина. 1 сентябрҙән яңы санитария ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде. Белеүебеҙсә, унда талаптар бик ҡаты һәм республика мәктәптәренең береһе лә, хатта яңы ғына төҙөлгәндәре лә уларға яуап бирмәй. Яңы ҡағиҙәләргә яраҡлаштырыу өсөн хәҙер өр-яңы мәктәптәр төҙөргәме ни?
– Беренсенән, республика мәктәптәренең күбеһе 1960 – 1980 йылдарҙа төҙөлгән. Икенсенән, күбеһен ауылдағы төҙөлөш ойошмалары, төҙөлөш отрядтары төҙөгән. Уларҙың береһе лә күптән инде заман талаптарына яуап бирмәй һәм яңы санитария ҡағиҙәләре тураһында әйтеп тә торорға түгел. Шуға күрә иҫке мәктәптәргә элекке санитария ҡағиҙәләре буйынса эшләргә рөхсәт ителгән яңы ҡарар ҡабул ителде. Шулай итмәгәндә, беҙҙең балаларҙың күбеһе бөгөн уҡый ҙа алмаҫ ине.
Яңы санитария ҡағиҙәләрендә бөгөн генә үтәй алмаҫлыҡ бик күп урындар бар, мәҫәлән, ишектәрҙе генә алғанда ла, уларҙы киңәйтеү өсөн беҙ стенаны емерергә тейеш булып сығабыҙ. Унда, шулай уҡ беренсе синыф уҡыусыларына йоҡо бүлмәләре булырға тейеш, тиелгән. Быны ла бөгөндән һәр мәктәптә булдырыу мөмкин түгел, шуға күрә ул да әлегә мәктәптәр ҡарамағына ҡалдырыла. Әммә был ваҡытлыса ғына, бер көн килеп ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк булыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, бөгөн бер генә мәктәп тә яңы санитария ҡағиҙәләренә яуап бирмәй, сөнки талаптар бик ҡәтғи.
– Уҡытыусыларҙың профессиональ байрамы яҡынлаша. Уларҙы беҙ һәр саҡ йәмғиәтебеҙҙең алдынғы сафында барыусылар тип ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Һеҙҙеңсә, заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш? Республика уҡытыусылары мәғариф киңлегендә ниндәй урын биләй?
– Күңелде ҡырған мәсьәләнән башлайыҡ. Донъя артынан ҡыуыу, донъя арбаһынан төшөп ҡалмаҫҡа тырышыу, тормош ығы-зығыһы, көндәлек йәшәү проблемалары бөгөнгө уҡытыусылар­ҙы ижади эштән айыра. Бына шул борсой мине. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн республика мөғәллимдәре уҡытыусы исеменә тап төшөрмәй. Уларҙың белем кимәле юғары, аң даирәһе киң, фекерләү ҡеүәһе көслө, яңы технологиялар менән эш итә беләләр. Беҙҙең заманда ҙур тәжрибә аша өлгәшелгән тиҙлек, оҫталыҡ йәш уҡытыусыларҙа әле үк бар. Шуға күрә беҙҙең уҡытыу­сылар – юғары кимәлдә, ижади, матур итеп эшләрлек белгестәр, тип әйтә алабыҙ. Һуңғы йылдарҙа ҙур-ҙур конкурстарҙа юғары уңыштарға өлгәшәләр. Йыл һайын тиҫтәләгән уҡытыусының Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булыуы ла беҙҙең уҡытыусылар­ҙың профессиональ кимәлен күрһәтә. Быйыл 37 уҡытыусыға 200 мең һумлыҡ грант тапшырыласаҡ.
– Уҡытыусыларҙы ҡотлап, ниндәй теләктәр әйтерһегеҙ?
– Алға ҡарап, яңы идеялар менән янып, ижади эшләргә яҙһын. Киләсәктә йәмғиәтебеҙҙә уҡытыусының абруйы тағы ла юғарыраҡ булыуын һәм уларға изге эштәрендә уңыштар теләйек.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!