RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Берҙәм дәүләт имтихандары – студенттарға?

27.09.2011 Берҙәм дәүләт имтихандары – студенттарға?

Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре БДИ-ға күнегеп тә өлгөрмәне, илебеҙ хөкүмәте юғары уҡыу йорттарында яңы берҙәм дәүләт имтихандары индереү хаҡында уйлай ҙа башланы. Уны студенттарға күнегелгән дәүләт имтиханы урынына тапшырырға тура киләсәк. Ул халыҡ-ара ТOEFL һәм GRE моделендә буласаҡ. Юғары иҡтисад мәктәбе сығарылышы был яңылыҡ менән танышҡас, яңы тәжрибә бөтә Рәсәйҙә таратыла башлаясаҡ.
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко былтыр уҡ: «Юғары уҡыу йорттарының сығарылыш курсы студенттарының белем сифатын объектив билдәләү өсөн яңы саралар талап ителә. Әле юристар беренсе аҙым яһаны – улар һөнәр буйынса имтихан индер­ҙе. Ниндәйҙер кимәлдә был алым медицина өлкәһендә лә тормошҡа ашырыла», – тигәйне.
Юғары уҡыу йорттарының сығарылыш курстарында белем алыусылар өсөн берҙәм имтихан проекты быйыл ике дәүләт программаһы менән тулыланды. РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының «2020 йылға тиклем инновацион үҫеш стратегияһы»на GRE subject test миҫалындағы имтихан индерелгән. Был һынауҙы бакалавриатты тамамлаусылар магистратураға инеү өсөн тапшырасаҡ. Ул студенттарҙың математика һәм телдән белем сифатын асыҡ күрһәтәсәк.
Имтихандарҙың ниндәйерәк юҫыҡта булыуы әлегә билдәһеҙ. Проектты әҙерләүселәр әйтеүенсә, һынауҙар ябай тест формаһында түгел, ә ижади, комплекслы буласаҡ. Был система дәүләттән айырым эшләйәсәк. «ТOEFL һәм GRE кеүек халыҡ-ара имтихандарҙы әҙерләүсе компания менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла. Улар үҙ репутацияһы хаҡында ҡайғырта, тимәк, һынауҙар асыҡ һәм намыҫлы барасаҡ. Бер ҡасан да, кемдер уларҙа баһаны һатып алған, тигән һүҙҙәр ишетелмәне», – ти белгестәр.
РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы Инновацион үҫеш һәм корпоратив идара итеү департаменты етәксеһе Иван Осколков: «Әлеге имтихандың ниндәй формала булыуы мөһим түгел. Беҙҙең өсөн студенттарҙың белем кимәле мөһим», – тип белдергән.
Бындай һынауҙарҙы индереүгә ҡаршы булыусылар ҙа бар. Улар, белем биреү системаһына бындай контроль индереү зарарлы, ти. Ысынлап та, төрлө кимәлдәге юғары уҡыу йорттары (мәҫәлән, консерватория һәм институт) бакалаврҙарының белем сифатының бер төрлө булмауы көн кеүек асыҡ.
Әлегә был имтиханға ҡағылышлы мәсьәләләр хәл ителеү өҫтөндә. Ә студенттарға сабырлыҡ һәм тырышып-тырмашып белем үрҙәрен яулауҙарын теләргә генә ҡала.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!