04.09.2010 Мәктәп йылдарының яҡты байрамы
1 сентябрь – Белем байрамы. Һәр мәктәптә үҙенсә матур үтә ул. Бер-береһен ҡабатламай ҙа, һәр береһе яңы тәьҫораттар, кисерештәр уята. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында ла быйылғы 1 сентябрь байрамы бик матур үтте. Көндөң һыуытып тороуы ла байрамдың йәмен ебәрә алманы.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты – республикабыҙға бик күп шәхестәр тәрбиәләп сығарған абруйлы уҡыу йорто. Күптәр был данлыҡлы уҡыу йортонда белем алырға хыяллана. Быйыл 9-сы синыфҡа уҡырға килгән өс егеттең дә гимназияла уҡыу күптәнге ҙур хыялы була. Өсөһө өс райондан улар. Азат Ниғмәтуллин – Баймаҡтан, Илһам Факиев – Әбйәлилдән һәм Азамат ҡырғыҙбаев – Хәйбулла районынан. Әлегә бер-береһен яҡшылап белеп тә бөтмәйҙәр, әммә тиҙҙән бер туғанынан да ҡәҙерле иң яҡын дуҫтар булып китерҙәр. 1 сентябрҙе баш ҡалала, өҫтәүенә, шундай ҙур һәм матур, республикабыҙҙың иң данлыҡлы мәктәбендә ҡаршы алыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай улар.
– Әлбиттә, быйылғы 1 сентябрь иҫтәлекле, сөнки мин яңы мәктәптә уҡый башлайым. 1-се гимназия тураһында күптән ишетеп беләм һәм бында уҡырға теләгем көслө ине. Уҡырға инеүемә бик шатмын. Берҙән, төрлө ауыл-ҡалаларҙан килгән тиҫтерҙәрем менән уҡыуы ҡыҙыҡ булһа, икенсенән, артабан уҡырға инер өсөн төплө белем алырмын тип ышанам, – ти 8-се синыфты ике «дүртле» менән генә тамамлаусы Азат.
– Бөгөнгө байрам икеләтә ҡыуаныслы. Сөнки билдәле уҡыу йортонда уҡый башлаясаҡмын. Уҡырға инеүен ингәс, хәҙер тырышырға кәрәк буласаҡ. Гимназия оҡшай, ауыл мәктәбе кеүек түгел. ҡайһы бер синыфташтарым менән танышырға ла өлгөрҙөм, – ти Әбйәлил районының Рәүил ауылынан килгән Илһам.
Эйе, әлегә уларға бөтә нәмә яңы һәм ят. Ә бына бында кемдәр бер нисә йыл уҡый, улар туған мәктәптәрен һағынып, синыфташтары, уҡытыусылары менән яңынан осрашыр көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алған.
– Мәктәп һағындырҙы, синыфташтар ҙа. Беҙҙең гимназия иң шәбе бит ул, бында уҡыуы иҫ киткес оҡшай. Быйыл беҙҙең өсөн айырыуса яуаплы осор. Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы тапшырыу өсөн тырышып уҡырға кәрәк буласаҡ. Сөнки уҡырға инеү-инмәүең дә берҙәм дәүләт имтихандарын нисек тапшырыуҙан тора, – ти 11-се «В» синыфынан Эльмира Ғәлләмова менән Илдар Өмөтбаев.
– Бөгөн – йылдың иң матур көнө. Республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә Белем байрамына арналған тантаналар үтә. Гимназиябыҙҙың уңыштары бик күп. Беҙҙең уҡыусылар олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Былтыр беҙҙең мәктәпте 175 уҡыусы тамамлаһа, шуларҙың 174-е юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Ә 27 уҡыусыбыҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында белем аласаҡ. Был – һуңғы йылдарҙағы иң юғары күрһәткес. Һеҙ ҙә тырышырға, яҡшы белем алып, юғары уҡыу йорто студенты булып, республикабыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫергә ынтылырға тейешһегеҙ, – тине гимназия директоры Әлфир Ғайсин, уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән тәбрикләп.
Гимназияла элек-электән уҡытыуға ғына түгел, балаларҙы һәр яҡтан камил шәхестәр итеп тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә.
Уҡытыусылар, ветерандар коллективы исеменән ҡотлап, Гөлсирә Фазыл ҡыҙы Юлдыбаева ла:
– Аҡса бөтә, кейем туҙа, байлыҡ та юғала, белем һәм әҙәп кенә һәр саҡ ҡала. Уҡытыусы биргән белем генә етмәй, һеҙҙең тырышлыҡ кәрәк. Барыһы ла, маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыуҙан тора. Киләсәктә милләтебеҙҙе яҡларҙай ҙур шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем, – тип, уҡыусыларҙы оло маҡсаттарға әйҙәне.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.