17.09.2011 Уҡытыусылар һәм студенттар белемде яңыса баһалау тураһында нимә уйлай һуң?
Әнисә ЮНЫСБАЕВА, биология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының экология кафедраһы доценты:
– Студенттарҙың белеме яңыса баһаланыуына ыңғай ҡарайым. Сөнки, минең ҡарашҡа, хәҙер йәштәр тырышып уҡымай, мәктәптән улар шулай килә, вузда ла шул илке-һалҡылыҡ дауам итә. Минеңсә, был система − уларҙы әҙ генә булһа ла тәртипкә өйрәтеүҙең бер сараһы ул. Студент күберәк балл йыйыу өсөн тырышасаҡ. Сөнки һуңынан дөйөм балдар иҫәбе буйынса уның рейтингы билдәләнәсәк. Икенсенән, әлегә тиклем лекцияға йөрөмәһәм дә була тип уйлаған студентҡа ла уйланырға урын бар. Ни өсөн тигәндә, дәрескә йөрөгән өсөн генә уға балл өҫтәләсәк. Әле беҙ студенттың дәрестәге яуабы, курс эше һәм башҡалар өсөн күпме балл ҡуйырға – шуларҙың өҫтөндә эшләйбеҙ. Дөрөҫ, быға тиклем дә күпмелер кимәлдә белемде балдар менән баһалау системаһын файҙалана инек. Тик элек барыһы ла биш баллы системаға ҡайтып ҡалһа, хәҙер улай булмаясаҡ.
Дөрөҫ, яңы система аҙаҡҡаса камиллаштырып бөтөлмәгән, етешһеҙлектәре лә бар. Миңә айырыуса, «автомат» зачет, «автомат» имтихан алырға була, тигәндәре оҡшамай. Сөнки зачетҡа һәм имтиханға әҙерләнгәндә студент үтелгәндәрҙе ҡабатлап сығып, уларҙы бер системаға һала һәм белемен нығыта. Һөҙөмтәлә «автомат» зачет йәиһә имтихан алған фәндән уның белеме ныҡлы булмаясаҡ.
Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА, БДУ-ның Нефтекама филиалының башҡорт филологияһы һәм журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент:
– Беҙ 3 – 4 йыл инде ошондай система буйынса эшләйбеҙ. Студенттар тәүҙә уға ныҡ ҡына ҡаршы булғайны, һуңынан үҙҙәре өсөн яҡшы икәнен аңлап ҡалдылар ҙа, сессияны алдан ябыр өсөн тырышып торалар. Сессия араһында өҫтәмә һынауҙар үткәрәбеҙ. Шунда һәр береһе үҙенең баһаһын күреп, балдары әҙерәк булһа, сессияға тиклем тейешле балдарҙы йыйырға ынтыла. Минеңсә, студенттарға көсөргәнеште кәметә ул, юғиһә йыл буйы уҡымай йөрөйҙәр ҙә, сессия етһә, төн йоҡламай имтиханға әҙерләнә торғайнылар. Ә был организм өсөн ҙур стресс. Йәштәргә үҙҙәренең ваҡытын һәм көсөн дөрөҫ бүлергә ярҙам итә, тип уйлайым.
Гөлфиә Фәхретдинова, география факультетының беренсе курс студенты:
– Белемде баһалауҙың яңы системаһына ыңғай ҡарайым. Уҡырға ынтылған тырыш студент өсөн бер ҡыйынлығын да күрмәйем. Ул барыбер дәрес ҡалдырмаясаҡ. Ә инде үткән теманы ваҡытында ҡабатлап йөрөһәң, имтиханда үҙеңә еңел буласаҡ. Шулай уҡ элекке система буйынса бер зачетты бирә алмаһаң, ҡабат-ҡабат йөрөргә тура килһә, хәҙер ҡайһы фәндән зачетҡа йәиһә имтиханға нығыраҡ әҙерләнергә кәрәклеген алдан уҡ белеп тораһың.
Венера Сабитова, 5-се курс студенты, уҡыу алдынғыһы:
– Кемдәр лекцияларға йөрөмәй, сессия ваҡытында ла имтиханды үҙ көсө менән тапшырмай – уларға ҡыйыныраҡ буласаҡ тип уйлайым. Минең өсөн әллә ни айырмаһы юҡ кеүек. Былай ҙа һәр лекцияны ҡалдырмаҫҡа тырышам, имтихандарҙан да йыш ҡына «автомат» алам. Әлбиттә, ҡайһы саҡта бөтөнләй уҡымай йөрөгән студенттарҙың имтихандан еңел генә «бишле» билдәһе алыуы асыуға тейә торғайны. Шуға күрә модуль-рейтинг системаһы бик тә һәйбәт уйлап табылған, минеңсә. Һәр кем үҙенең эшенең, тырышлығының ғәҙел баһаланыуын күрергә теләй.
Сәғит РӘШИТОВ, 2-се курс студенты:
– Әлдә генә бер йыл алда уҡырға инеп ҡалғанмын, быйылғы беренселәргә әле бер, әле икенсе нәмәһен уйлап табып ҡына торалар. Беренсенән, бакалавриат һәм магистратура системаһы. БДИ буйынса ла ҙур ғына шау-шыу булып, контролде көсәйтәбеҙ, тип ҡурҡыттылар. Хәҙер модуль-рейтинг системаһын уйлап таптылар. Мин уның менән бер ҙә килешмәйем. Һин яҡшыраҡ, ә һин насарыраҡ, тип кешене аҡҡа-ҡараға бүлеү килеп сыға бит инде. Студенттар бала-саға түгел, уларҙы арттарынан ҡыуалап уҡытыу ҙа кәрәкмәй. Үҙенә кәрәк икән, ул уҡый, лекцияларға ла йөрөй һ.б. Вузға ул аңлы рәүештә үҙенә оҡшаған специальносты үҙләштерергә килгән һәм яҡшы белгес булып сығыу өсөн тырышасаҡ.
Бына бит ул: нисә кеше, шул тиклем фекер. Һәр береһенең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Башҡорт дәүләт университетының уҡыу эштәре буйынса проректоры Йәүҙәт Солтанаев, әлегә ниндәйҙер һығымталар яһарға иртәрәк, тигәйне. Ысынлап та, системаның өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре тураһында әле һүҙ йөрөтөргә, бәлки, иртәрәктер. Уның тәүге һөҙөмтәләре ҡышҡы сессиянан һуң күренер, ә инде ныҡлы һығымта яһау өсөн бер нисә йыл ваҡыт талап ителеүе лә ихтимал.