RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хыялдар тормошҡа ашҡанда

03.09.2011 Хыялдар тормошҡа ашҡанда

Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Йыл һайын яңы уҡыу йылы алдынан республикабыҙҙа бер нисә белем усағы файҙаланыуға тапшырыла. Уҡыусыларға белем алыу, төрлө яҡлап һәләтен үҫтереү, сәләмәтлеген нығытыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. 1 сентябрь – Белем көнөндә Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан 5-се республика спорт мәктәп-интернатында спорт комплексы файҙаланыу­ға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
– Әлбиттә, комплекс уҡыусыларға беҙҙең бүләгебеҙ генә түгел, ә балалар алдында бурысыбыҙ. Бындай спорт комплекстары Рәсәйҙә лә бик һирәк. Был спорт залдарында чемпиондар, спорт “йондоҙҙар”ы тәрбиәләнер, тип ышанам. Киләсәктә республикала һәм Өфөлә ошондай объекттар төҙөү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Президент, уҡыусыларҙы яңы спорт комплексы асылыуы менән тәбрикләп.
5-се мәктәп – республикабыҙҙың данлыҡлы һәм бай тарихҡа эйә мәктәптәренең береһе. 1961 йылда аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙең балалары өсөн асыла ул. Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Тәүҙән үк бында балаларҙы физик тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә, бер нисә спорт класы була. 1999 йылда мәктәп спорт профилендәге республика мәктәп-интернаты итеп үҙгәртелә. Эшләү дәүерендә спорт мәктәбе бик күп донъя һәм Европа чемпионы, Олимпия һәм Паралимпия уйындары призерҙары тәрбиәләп сығара.
Бында уҡыусылар өсөн бокс, грек-рим көрәше, дзюдо, волейбол, фехтование буйынса секциялар эшләй. Еңел атлетика, волейбол, футбол, саңғы спорты менән шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлектәр булдырылған. Хәҙер иһә йәш спортсыларға күнекмәләр үткәреү өсөн мөмкинлектәр тағы ла киңәйҙе. Спорт комплексы өс спорт залынан тора. Беренсе зал бокс, грек-рим көрәше һәм дзюдо буйынса күнекмәләр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Икенсе залда фехтование, бадминтон менән шөғөлләнеү өсөн бөтә инвентарҙар бар. Өсөнсө залда иһә уҡыусылар баскетбол, волейбол, мини-футбол, гандбол уйнай ала. Шулай уҡ спорт комплексы биләмәһендә 90-ға 60 метр ҙурлыҡта футбол майҙаны, йүгереү һуҡмаҡтары ла бар.
Хыялдар тормошҡа ашҡанда
– Элек беҙҙең уҡыусылар ҡала мәктәптәренә йөрөп шөғөлләнергә мәжбүр булһа, хәҙер үҙебеҙҙә шундай матур комплекс барлыҡҡа килде. Бындай залдар беҙгә күптән кәрәк ине. Мәктәптә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән спорт менән етди шөғөлләнгән һәләтле уҡыусылар белем ала. Уларҙы уҡырға конкурс нигеҙендә һайлап алабыҙ, – тип һөйләй бында мәктәп асылғандан алып эшләүсе еңел атлетика буйынса уҡытыусы-тренер, Башҡортостандың атҡаҙанған физик тәрбиә хеҙмәткәре Борис Афанасьев.
Тренерҙың һүҙҙәрен уҡыусылар ҙа раҫлай.
Хыялдар тормошҡа ашҡанда
– Миңә спорт төрҙәренән иң оҡшағаны – фехтование. Мәктәптә уҡый башлағас, ошо секцияға яҙылдым. Спорт комплексы асылыуына, әлбиттә, бик шатбыҙ. Хәҙер был залдарҙан сыҡҡы ла килмәй, яҡты, иркен, өр-яңы ҡорамалдар, рәхәтләнеп күнекмәләр үткәрергә мөмкин, – ти 10-сы синыф уҡыусыһы Артур Шәрипов.
Дима Судеев Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһынан. Был мәктәптә 10-сы синыфҡа уҡырға килгән.
– Мәктәп миңә бик оҡшай, уҡытыу­сылар, тренерҙар һәйбәт. Спорт менән элек тә шөғөлләнә инем, бында килгәс иһә спортҡа һөйөүем тағы ла артты. Грек-рим көрәше секцияһын һайланым, сөнки ул – иң сәмле спорт төрө.
10-сы синыф уҡыусылары Айгөл Мирзаева менән Настя Иванова икеһе лә еңел атлетика менән шөғөлләнә. Шулай уҡ хыялдары ла бер улар­ҙың – мәктәпте тамамлағас, Эске эштәр министрлығының юридик институтына йәиһә берәй хәрби уҡыу йортона уҡырға инеү. Хәрбиә уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн ныҡлы физик әҙерлек талап ителеүен дә яҡшы аңлай ҡыҙҙар.
– Көн һайын спорт менән шөғөлләнәбеҙ. Ул беҙгә үҙебеҙҙе сыныҡтырыр­ға, формала тоторға ярҙам итә. Йәштәрҙе лә спорт менән дуҫ булырға саҡырабыҙ, сөнки ул сәләмәтлек өсөн файҙалы һәм төрлө насар компанияларға эләгеүҙән арындыра, – ти улар.
Спортҡа мәктәптә тәрбиәләнгән һөйөү уҡыусыларҙа ғүмерлеккә ҡала. Быны әлеге уҡыусыларҙың күптәренең үҙҙәренең киләсәген спорт менән бәйләргә уйлауы, шулай уҡ элекке сығарылыш синыф уҡыусылары араһында спортсыларҙың күп булыуы лә дәлилләй.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!