RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр

03.09.2011 Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр

Баш ҡаланың «Динамо» стадионында республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов беренсе курс студенттарын тәбрикләне
Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр
Өфөнөң «Динамо» стадионында ниндәйҙер шәп тамаша барғанлығы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора ине. Дәртле көйҙәр яңғырай, эскә үтә алмағандар тимер рәшәткәләр аша һонолоп байрам ҡарай, динамиктарҙан кемделер ҡотлайҙар. Хәйер, кемде, тип, 1 сентябрь – Белем көнөндә уҡыусыларҙы, студенттарҙы ҡотлайҙар инде. Бындағы ҙур байрам да баш ҡаланың 14 юғары уҡыу йортона һынауҙы уңышлы үтеп, беренсе көн генә студент исемен йөрөтөүсе беренсе курстар өсөн ойошторолғайны. Артистарҙың аллы-гөллө кейеменән, һауаға атлығып торған төҫлө шарҙарҙан, дәртле көй-моңдарҙан сағыуыраҡ балҡыған, тантаналы, байрам рухы аңҡыған мөхит стадионға йыйылған биш меңләп студент өсөн баш ҡаланың яғымлы сәләме булып яңғыраны. Университеттарының бәләкәй генә флагтарын, шарҙар тотҡан, байрамса матур итеп кейенгән студенттар байрам рухын тиҙ тойоп алды, күҙҙәренә лә ниндәйҙер тантана төҫө менән янған осҡондар ҡунды. Вуз тормошондағы тәүге студенттарҙы барлау барышында ла тауыштарының ныҡлығын раҫланылар.
Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр
Беренселәрҙе ҡотларға Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов та килгәйне. Республикабыҙ етәксеһе, юғары уҡыу йорттары тупһаһы аша атлап ингән егет-ҡыҙҙар­ҙы сәләмләп, тәүге көндәрҙән һайлаған һөнәрҙәре буйынса тырышып белем алыуҙарын теләне һәм улар­ҙы тантаналы рәүештә студентҡа алыу мәлендә ҡатнашты. Уҡырға ҡабул ителеүселәрҙең традицион анты яңғыраны. Беренсе курсҡа килеүсе өс ҡыҙ, Президентҡа яуап итеп тырышып уҡырға, бары тик алға ғына атларға, белем тауҙарына үрләргә вәғәҙә биреп, Рөстәм Зәки улына бинокль бүләк итте һәм уны Белем карабының капитаны булырға әйҙәне. Стадион буйлап «йөҙөп» йөрөгән был ап-аҡ карап, әйтерһең дә, ҙур юлға сыҡҡан беренсе курстарҙы яңы киңлектәргә, әле асылмаған серҙәр донъяһына әйҙәне. Биш йыл буйына моңо менән етәкләп барасаҡ һәм аҙаҡ та хәтер­ҙәргә иң гүзәл, иң күңелле мәлдәрҙең яҡты иҫтәлеге булып уйыласаҡ «Гаудеамус» студенттар гимнын барыһы ла баҫып ҡаршы алды. Бына ошо мәлдә беренселәр үҙҙәрен студент итеп тойғандыр. Әлбиттә, тәүге сессияны тапшырмай тороп беренсе курсҡа алыныусы ысын студент булып китмәй әле, тиһәләр ҙә, иңдәргә ятҡан яуаплылыҡты тәүге көндән тойоу зарур, юғиһә ысын студенттың нимә икәнен татып өлгөрмәй ҡалыуың да бар. Әммә стадионға йыйылыусылар, йылмайып, шаян һүҙҙәр менән бер-береһен шаяртып алһа ла, уҡыу йорттарына шаярыр өсөн килмәгәндәрен яҡшы аңлағанға оҡшағандар. Уларҙың тәьҫораттарын, киләһе уҡыу йылына уй-ниәттәрен белергә тип, бер нисәһе менән әңгәмә лә ҡороп алдым. Айгөл Арыҫланова менән Гөлназ Юнысова Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән. ҡыҙҙарҙың береһе – Бишбүләк, икенсеһе Дыуан районынан. Ихлас аралашалар, байрамдан да, баш ҡаланан да тәьҫораттары күп. «Әммә әлегә хис-тойғоларыбыҙҙы аңлап бөтә алмайбыҙ. Алда – бөтөнләй яңы, хатта аңлашылып та бөтмәгән донъя, тиҙерәк уның ишектәрен асҡы ла килә, тик бер аҙ ҡурҡыттыра ла. Был һынау­ҙарҙы уңышлы үтә алырбыҙмы, ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫбыҙмы, тип тә борсолабыҙ. Бөгөн байрам көнө, ә иртәгәнән уҡыу башлана. Бына тап шунда һынатмаҫҡа кәрәк», – ти ҡыҙҙар.
Аҡ елкәнле Белем карабына аяҡ баҫты беренселәр
Бер нисә көн элек килеп, ятаҡҡа ла урынлашҡандар. Бүлмәләштәребеҙ һәйбәт, шуға ла ятаҡ тормошона өйрәнеп китеүе ауыр булмаҫ, тип фекерҙәре менән уртаҡлаша улар. Байрамда әллә күпме йырсы-бейеүсе төркөмдөң, каратэ һәм художестволы гимнастика мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығыштарын, күккә шарҙар осоролоуын бик оҡшатты ҡыҙҙар. Күҙ асып йомған арала үтеп китәсәк күңелле студент йылдарының ҡәҙерен белеүҙәрен теләп хушлаштым улар менән.
Яңы юл, яңы үрҙәр көтә студенттарҙы. Үҙенең ҡыйынлыҡтары ла, мәҙәк хәлдәре лә, яңы таныштары, дуҫтары менән дә ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ тормош миҙгеленә рәхим итегеҙ, беренселәр. Һәм иң мөһиме, ошо юлға алып килеүсе иң ҙур маҡсатығыҙҙы – белемле һөнәр эйәһе булып сығырға тейешлегегеҙҙе лә онотмағыҙ. Тап һеҙгә ышанып тапшырыла бит киләсәктең теҙгене.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!