30.08.2011 Мәғариф системаһының үҫеше – республика үҫешенең нигеҙе ул
27 августа Өфө ҡалаһында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе уҙҙы. Быйыл ул яңы форматта үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, республика министрлыҡ һәм ведомстволары етәкселәре, район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй мәғариф академияһы президенты Николай Никандров етәкселегендә Рәсәй мәғариф академияһы вәкилдәре лә саҡырылғайны.
Мәғариф буйынса август кәңәшмәләре республикала Башҡортостан Республикаһы Президенты инициативаһы буйынса 1997 йылдан үткәрелә. Быйыл ул 15-се тапҡыр ойошторолдо. Август кәңәшмәләре тәүҙә райондарҙа үтте. Унда күтәрелгән мәсьәләләр, индерелгән тәҡдимдәр һуңынан республика кәңәшмәһендә ҡаралды. Йылдағыса, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләнгән маршруттар буйынса баш ҡала мәктәптәре менән танышып, уларҙың эш тәжрибәһен өйрәнде. Быйылғы кәңәшмәнең тағы бер үҙенсәлеге – төрлө темалар буйынса фекер алышыу майҙандары булдырылғайны. Уларҙа мәғариф менән идара итеү, балаларҙың тормош хәүефһеҙлеген һәм сәләмәтлеген һаҡлау, федераль дәүләт стандарттарына күсеү, профессиональ белем биреүҙе модернизациялау, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең социаль-хеҙмәт хоҡуҡтары кеүек мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәрен кәңәшмәнең пленар ултырышына сығарҙы.
Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышы Конгресс-холда үтте.
– Бер нисә көндән яңы уҡыу йылы башлана. Мәктәптәрҙә, урта махсус һәм юғары белем биреү йорттарында яңы уҡыу йылына һуңғы әҙерлек эштәре бара. Балалар менән бергә беҙ ҙә яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ. Бөтә республика халҡының мәғарифҡа ҡағылышы бар. Шуға күрә мәғариф системаһы үҫеше мәсьәләләрен хәл итеп, беҙ дөйөм Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең алға үҫешен тәьмин итәбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп.
Республика Президенты быйылғы кәңәшмәнең Өфө ҡалаһында үтеүенә туҡталып, баш ҡаланың иң ҙур һәм ныҡлы үҫешкән мәғариф системаһына эйә булыуын, бында өйрәнеү өсөн ыңғай тәжрибәнең күп булыуын билдәләп үтте. Мәҫәлән, Өфө – уҡыусыларҙы туҡландырыу буйынса федераль конкурста еңеп, республикала 50 млн һумлыҡ грант алған берҙән-бер ҡала. һөҙөмтәлә 35 мәктәптә туҡланыу блоктары яңыртылған. 54-се мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған дистанцион белем биреү үҙәгенең эш тәжрибәһе лә өйрәнеүгә лайыҡ.
Башҡортостанда мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын республика бюджетының дүрттән бер өлөшө ошо өлкәгә бүленә. Ул яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөүгә, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, уҡыу йыһаздары, дәреслектәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә.
– Мәғариф өлкәһенә беҙ ресурстарҙы йәлләмәйбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы, быйыл республика бюджетынан балалар баҡсаһы төҙөүгә генә 1,5 млрд һум аҡса бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып. Киләһе йылға 2,5 – 3 млрд һум аҡса бүлеү планлаштырылған, ә 2014 йылға был һан 9 млрд һумға барып баҫасаҡ.
– Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаһына сират 1,5 тапҡырға кәмене, әммә әлегә беҙ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың барыһын да баҡса менән тәьмин итә алмайбыҙ. Тиҫтәләгән бала балалар баҡсаһына йөрөй алмай, сөнки урын етешмәй. 2013 йылға балалар баҡсаһында урындарҙы 24 меңгә арттырмаҡсыбыҙ, 2017 йылға тағы 18 меңгә. Шул уҡ ваҡытта һәр урындың күпмегә төшөүен дә яҡшы аңлайбыҙ. Өфө ҡалаһында, әгәр ҙә бассейны ла булһа, ул – 500 меңгә, ҡайһы берҙәрендә 900 мең һумға ла барып баҫа. Ә беҙгә 25 – 30 мең урын кәрәк. Тимәк, һүҙ тиҫтәләгән миллиард һум тураһында бара, – тине ул, мәғариф системаһында балалар баҡсаһы проблемаһын айырым билдәләп. Шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формаларын үҫтереүгә лә ҙур иғтибар биреләсәгенә баҫым яһаны.
Рөстәм Зәки улы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын тағы бер нисә көнүҙәк мәсьәләгә йүнәлтте. Улар иҫәбендә – быйыл берҙәм дәүләт имтихандарында балдарҙың үтә юғары булыуы. Информатика, география, тарих, химия, физика фәндәре буйынса балдар, дөйөм Рәсәй менән сағыштырғанда, уртаса алты пунктҡа юғарыраҡ. БДИ буйынса балдар бигерәк тә Саҡмағош, Илеш, Шишмә, Балтас, Кушнаренко, Бүздәк, Йәрмәкәй райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында юғары булған. Президент фекеренсә, был, тырышып, үҙ көсө менән белем алған уҡыусыларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә ҡаршылыҡтар тыуҙыра.
– Уҡыу йорттарында мониторинг үткәреләсәк. 85 – 95 балл йыйып уҡырға инеүселәрҙең нисек уҡыуын ҡарап, анализ яһаясаҡбыҙ һәм етди һығымталар эшләйәсәкбеҙ, – тине ул.
Президент фекеренсә, туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә лә яңыса ҡараш талап ителә. Туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙың кәмеүе һөҙөмтәһеҙ уҡыу программаһына бәйле тип иҫәпләй ул.
– 15 – 20 йыл элек әҙерләнгән телде өйрәнеү программалары ялҡытҡыс һәм ҡыҙыҡ түгел. Инглиз, немец, француз телдәре бөтөнләй башҡаса – сағыу, уйын формаһын ҡулланып өйрәнелә. Туған телдәрҙе элеккесә уҡытыуҙы дауам итеү уларҙы конкуренцияға һәләтһеҙ итә. Әле мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәтеүгә ҡаршы белдерелгән ризаһыҙлыҡтарҙың телгә ҡағылышы юҡ, иң беренсе сиратта уларҙың нисек уҡытылыуына ҡарата килә улар. Мин үҙем дә балаларымдың һәм ейәндәремдең дәреслектәрҙе дәфтәргә күсереп яҙыу менән шөғөлләнеүен теләмәҫ инем. Бында мин уҡытыусыларҙы ла ғәйепләргә теләмәйем, ә күберәк педагогика фәненә һәм методистарға мөрәжәғәт итәм, уҡытыу методикаһын, дәреслектәрҙе үҙгәртергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.
Был теманы дауам итеп, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, профилле уҡытыуға күсеү сәбәпле, 10 – 11-се синыф уҡыусылары туған телде тик үҙ теләктәре буйынса ғына өйрәнәсәк, тип белдерҙе.
Кәңәшмәлә билдәләп үтелгән проблемалар иҫәбендә уҡытыусыларҙың социаль хәле, эш хаҡы, мәктәптәрҙең матди-техник базаһы, ҡулайлаштырыу мәсьәләләре, профессиональ белем биреү системаһының конкуренцияға һәләтһеҙлеге лә бар.
Быйыл мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыуға 900 млн һумға яҡын аҡса бүленгән. Республикала барлығы 1817 мәктәп бар, әлеге көндә шуларҙың 12-һе авария хәлендә, өстән бер өлөшөнә капиталь төҙөкләндереү талап ителә, яртыһында тиерлек йыһазландырылған туҡланыу блоктары, һәр унынсы мәктәптә спорт залы юҡ.
– XXI быуатта балаларҙы бындай шарттарҙа уҡытыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел, – тине Президент Рөстәм Хәмитов.
Мәктәптәрҙе оптималләштереү ҙә – күптәрҙе борсоуға һалған мәсьәләләрҙең береһе. Һуңғы өс йыл эсендә республикала ҡулайлаштырыу барышында 623 мәктәп үҙгәртеп ҡоролған, 358 мәктәп ябылған һәм 20 меңгә яҡын хеҙмәткәр, шул иҫәптән 7 меңләп уҡытыусы ҡыҫҡартылған.
Әммә Рөстәм Зәки улы фекеренсә, ул белем биреү сифатын күтәреүгә лә, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға ла булышлыҡ итмәгән, киреһенсә, уҡытыусылар араһында ризаһыҙлыҡты ғына көсәйткән.
– Беҙҙең юғары уҡыу йорттары дәғүәселеккә һәләтле түгел, уларҙа унар мең генә студент белем ала. Республикала 50-шәр мең студенты булған эре вуздар юҡ. Шуға күрә ошо вуздар нигеҙендә 2 – 3 эре вуз булдырыу тураһында уйларға кәрәк, – тине Президент, профессиональ белем биреү системаһына ҡағылып.
БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов үҙенең сығышында, уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһап, балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, профессиональ белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлегенә, уҡыу-уҡытыу процесындағы үҙгәрештәргә, йүнәлештәргә һәм проблемаларға туҡталды.
Рәсәй мәғариф академияһы президенты Николай Никандровтың сығышы ла кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Аныҡ миҫалдарға ҡоролған йәнле сығышын ул уҡыусыларҙы тормошҡа әҙерләү, тәрбиә мәсьәләһенә арнағайны.
Кәңәшмә һуңында алдынғы уҡытыусыларға дәүләт наградаларын тапшырыу һәм «Йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Ике уҡытыусыға – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Флүзә Ғәлимова менән математика уҡытыусыһы Нина Усковаға “Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды. Һәм, әлбиттә, уҡытыусылар өсөн иң һөйөнөслө яңылыҡ та яңғыраны – 1 сентябрҙән уларҙың эш хаҡы 30 процентҡа артасаҡ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан республикаға 700 млн һум аҡса күскән дә инде, 2012 йылда тағы ла 2 млрд һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
һүҙ – кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға
Лиза ӘҺЛИУЛЛИНА, Өфө ҡалаһындағы 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы:
– Тәүге тапҡыр август кәңәшмәһенән ҙур кинәнес, ҡәнәғәтләнеү менән сығам. Сөнки бөгөнгө кәңәшмәлә, ниһайәт, әхлаҡи тәрбиәне беренсе планға ҡуйҙылар. Ә мин ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да гел шул хаҡта һүҙ алып бара инем, уҡытыусылар съезында ла был мәсьәләне күтәрҙем.
Минеңсә, мәктәп иң беренсе сиратта кеше тәрбиәләргә тейеш. Әгәр ҙә уҡыусы әхлаҡи яҡтан ныҡлы тәрбиә алған кеше булып сыға икән, нимә уҡырға, күпме уҡырға һәм кем булырға икәнен үҙе лә хәл итә аласаҡ. Беҙ иң беренсе сиратта балаларҙа кешелек сифаттары тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Флүзә ҒӘЛИМОВА, Өфө ҡалаһындағы 5-се лицейҙың башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы:
– Ябай уҡытыусының эшен шул тиклем ҙур баһалауҙары өсөн, әлбиттә, бик шатмын. Минең педагогик стажым – 45 йыл. Шуның 22 йылы 5-се лицейға тура килә. Ғүмер буйы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләнем. Тағы берәй йыл эшләрмен дә ялға китермен, тип йөрөй инем, әле килеп шундай ҙур награда. Минеңсә, халыҡ уҡытыусыһы, иң беренсе сиратта, битараф булмаҫҡа тейеш. Бында балалар ғына күҙ уңында тотолмай. Икенсенән, ул балаларҙы, үҙенең эшен яратырға тейеш. Өсөнсөнән, беҙ нимә бирәбеҙ, шуны уҡ алабыҙ. Минең класымда «Изгелек изгелеккә илтә» тигән һүҙҙәр яҙып эленгән. Элекке уҡыусыларым да йыш ҡына шылтыратып, шул һүҙҙәр һаман торамы, тип һораша.
– Кәңәшмәгә килгәндә, унда бик дөрөҫ мәсьәләләр күтәрелде. Мәғариф министры әйтеүенсә, беҙҙә барыһы ла насар түгел, ә нимәлер эшләнә икән, был тағы ла яҡшы, бөтә тармаҡтарҙа ла ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп.
Миңзифа КӘЛИМУЛЛИНА, Сибай ҡалаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең территориаль профсоюз ойошмаһы рәйесе:
– Быйыл беренсе тапҡыр профсоюз хеҙмәткәрҙәре лә август кәңәшмәһендә ҡатнашты. Был бик яҡшы, тип уйлайым. Сөнки, мәҫәлән, бөгөнгө пленар ултырыштан алда булған фекер алышыуҙа «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закон проектын ҡараныҡ, үҙебеҙҙең тәҡдимдәребеҙҙе индерҙек. Практиктарҙың закон проекты буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыуы үҙе үк яҡшы. Йылдан-йыл уҡытыусының статусын күтәреү буйынса эш алып барыла, тип иҫәпләйем. Уҡыу-уҡытыу һәм уҡытыусының проблемалары ошондай ҙур кәңәшмәләрҙә күтәрелә. Беҙ ҙә уҡытыусының йәшәү шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыу мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Яңы уҡыу йылынан башланғыс синыф уҡытыусыларының ставкаһы 18 сәғәткә ҡалдырылыуы ҡыуандыра, шул уҡ ваҡытта тағы ике сәғәт өсөн өҫтәмә эш хаҡы түләнәсәк. Шулай уҡ башланғыс синыфтарҙа өсөнсө физкультура дәресе индерелә, был иһә уҡыусыларҙың сәләмәтлеге өсөн һәйбәт.
Раушания РЫСАЕВА, Стәрлебаш районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең территориаль профсоюз ойошмаһы рәйесе:
– 1 сентябрҙән 1-се синыфтарға федераль дәүләт стандарттары индерелә. Әле китаптар алынған, уҡытыусылар әҙер, белгестәр ҙә бар. Был эш ыңғай ғына китер тип уйлайбыҙ. Балаларға синыфтан тыш шөғөлләнеү өсөн күп ваҡыт бирелә, был бик яҡшы. Әлбиттә, ауыл мәктәптәрендә тейешле йыһаздар булмауы – ҙур мәсьәлә. Беҙ ҡайҙан мультимедиапроекттар алырға тейешбеҙ?! Шулай уҡ ауыл мәктәптәре өсөн нормативтар уйлап табыуҙары ла башҡа һыймай, ауылдар бөтөп бара, ҡайҙан һәр синыфҡа 14-әр бала табырға?!
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.