RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башланғыс синыф уҡытыусылары, һеҙ ҡайҙа?

27.08.2011 Башланғыс синыф уҡытыусылары, һеҙ ҡайҙа?

Йыл һайын яңы уҡыу йылы алдынан республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре, район-ҡалаларҙағы белем усаҡтары өсөн яуаплы кешеләр мәғарифҡа арналған кәңәшмәгә йыйыла. Унда уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһала, яңы уҡыу йылына пландар, эш йүнәлештәре билдәләнә, шулай уҡ алдынғы эш тәжрибәһе өйрәнелә. Быйыл мәртәбәле сара Өфөлә үтә. Баш ҡаланың мәғариф системаһы республика мәктәптәре һәм уҡытыусылары өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора. Шуға күрә мәктәптәр­ҙең, тәрбиә усаҡтарының, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең кәңәшмәлә ҡатнашыусылар­ға күрһәтер уңыштары, уртаҡлашыр яңылыҡтары, өйрәтер эш тәжрибәһе лә күп.
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә хакимиәт башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов менән мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Сәйфуллин ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ республика кәңәшмәһенә һәм баш ҡала мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеге хаҡында барҙы. Шулай уҡ улар уҡыу-уҡытыу системаһына ҡағылышлы бик күп һорауға асыҡлыҡ индерҙе.
– Баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларҙы һәм август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – 115 белем биреү учреждениеһында, шул иҫәптән 53 мәктәптә һәм 53 балалар баҡсаһында һәм 9 өҫтәмә белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелде.
Мәктәптәрҙә төҙөкләндереү эштәре башҡарылып ҡына ҡалмай, йыл һайын бер нисә өр-яңы белем усағы ла сафҡа индерелә. Билдәле булыуынса, быйыл ғинуарҙа Сипайлово биҫтәһендә 825 урынлыҡ мәктәп һәм бер нисә балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыл­ғайны. Әле иһә Дим биҫтәһендә тағы ике мәктәптә төҙөлөш эштәре бара. Ошо көндәрҙә Сипайловола ике балалар баҡсаһын, шулай уҡ Дим биҫтәһе менән Инорста яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын асыу күҙаллана. Улар – бассейны һәм башҡа уңайлыҡтары булған, 170 балаға иҫәпләнгән заманса тәрбиә усаҡтары.
Йыл һайын бер нисә балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылып тороуға ҡарамаҫтан, баш ҡалала уларға сират кәмемәй, шуға күрә мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлдары эҙләнә.
– Шәхси балалар баҡсаһы асырға теләп мөрәжәғәт итеүселәргә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Бик яҡшы шарттар тыуҙырып, матур итеп эшләп килгән ошондай мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары бар, – тине Сынтимер Биктимер улы, Көньяҡ микрорайондағы «Бала саҡ иле» шәхси балалар баҡсаһын миҫалға килтереп.
Мәктәптәр әҙер, уҡыу-уҡытыу программаһы бар, пландар раҫлана. Әммә бөтәһе лә ал да гөл тип әйтеп булмай, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта баш ҡала мәктәптәренә 34 башланғыс синыф уҡытыусыһы талап ителә. Шулай уҡ балалар баҡсаларына тәрбиәселәр, музыка етәкселәре, физик тәрбиә инструкторҙары етешмәй.
Күп кенә ата-әсәләр һәм уҡытыусылар быйыл туған һәм дәүләт телдәре нисек уҡытылыр тип борсола.
– Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу белем биреү учреждениеһы ҡарамағында, әммә барыһы ла килешеп, һөйләшеп хәл ителергә тейеш. Нигеҙҙә, дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу, өйрәнеү дауам итәсәк, уҡытыусылар ҙа эшһеҙ ҡалмаясаҡ, – тип аңлатма биреп үтте Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Сәйфуллин.
Уҡыу-уҡытыу системаһындағы һәр яңылыҡ иң беренсе сиратта баш ҡала мәктәптәрендә башлана. Автономлы режимға күсеү ҙә иң тәүгеләрҙән булып уларҙа күҙәтелгәйне. Әлеге ваҡытта 96 белем биреү учреждениеһы автономлы режимда эшләй, шуларҙың 74-е – балалар баҡсаһы. Әлбиттә, араларында көслөләре лә, көсһөҙҙәре лә бар, әммә әлегә тиклем, юҡҡа ғына автономлы режимға күскәнбеҙ, тип зарланыусылар юҡ, тип яуап бирҙе Азамат Сәйет улы журналистарҙың, белем биреү учреждениеларының автономлы режимға күсеүе үҙен аҡлаймы, тигән һорауына.
Яңы уҡыу йылынан иһә баш ҡаланың биш мәктәбендә уҡыусыларҙың туҡланыуы өсөн карточка менән түләү системаһы индерелә. Был, берҙән, мәктәптәрҙе туҡланыу өсөн аҡса йыйыу мәшәҡәтенән ҡотҡарһа, икенсенән, ата-әсәләргә контролдә тотоу өсөн дә ҡулай, уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн дә уңайлы. Әле иһә был мәктәптәргә терминалдар ҡуйыла, ә «Мәктәп туҡланыуы комбинаты» карточкалар әҙерләүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алған.
Бына шундай яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр көтә яңы уҡыу йылында.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!