RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғариф министры блогынан

23.08.2011 Мәғариф министры блогынан

Мәғариф министры блогынан
Уҙған аҙнала сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң ҡыҙыу осор тамамланды – вуздарға уҡырға алыныусы абитуриенттарҙың исемлеге асыҡланды. Юғары уҡыу йортон һайлау һәм уҡырға инеү мәсьәләһе уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе һәр саҡ борсоп торҙо. Билдәле булыуынса, берҙәм дәүләт имтиханы ошо көсөргәнеште сисергә тейеш ине. Әммә әлегә быға тулыһынса өлгәшеп булмай. Эйе, ниндәйҙер кимәлдә беҙ уҡыусыларҙы ике тапҡыр стресс кисереүҙән ҡотҡар­ҙыҡ. Бөгөн уҡыусы өйөнән сыҡмайынса ғына үҙе теләгән уҡыу йортона уҡырға инә ала. Өҫтәүенә, уның уҡыу йортон һайлау мөмкинлеге лә бар. Йомғаҡлау аттестацияһын һәм ҡабул итеү имтихандарын берләштергән берҙәм дәүләт имтиханы балаға физик, аҡыл һәм психологик көсөргәнеште кәметә. Был үҙе генә лә БДИ-ға өҫтәмә плюс булып тора түгелме?! Шулай һәр кем үҙе өсөн был һынауҙың ниндәйҙер ыңғай яғын таба ала.
Имтиханды ойоштороу, уның етешһеҙлектәре һәм ыңғай яҡтары тураһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үткән селектор кәңәшмәһендә әйтелде. Уларға ентекләп туҡталып тормайым, тик иң мөһимен генә билдәләп үтәм. Берҙәм дәүләт имтиханы республикала быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Быйылғы сығарылыш си­ныф уҡыусыларынан тыш, мәктәпте алдағы йылдарҙа тамамлаусылар, һөнәрселек училищелары һәм лицейҙарында, урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусылар ҙа БДИ тапшыр­ҙы. 27 меңдән ашыу кеше рус теленән БДИ тапшырҙы, шуларҙың 2,4 проценты тейешле минималь балды йыя алманы. Былтыр ул 3,71 процент булды. Математика буйынса ла шундай уҡ күренеш. 27 меңдән ашыу кешенең 2,5 проценты минималь сикте үтә алманы. Былтыр ундайҙар 3,6 процент ине. Үкенескә күрә, ҡабаттан имтихан тапшырғандан һуң да тейешле балл йыя алмаусылар һаны 0,8 процент тәшкил итте. Был уҡыусылар мәктәпте тамамлау тураһында белешмә алды һәм улар һөнәрселек училищелары һәм лицейҙарында уҡыуын дауам итә ала.
Күптәр БДИ тапшырыу өсөн йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған, имтихан тапшырыусыларҙың дөйөм иҫәбенең 45,2 проценты был фәндән БДИ тапшырҙы. Шулай уҡ физика, биология, химия, тарих фәндәрен дә һайлаусылар күп кенә. Тап ошо фәндәр буйынса беҙҙең уҡыусылар Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадаларҙа призлы урындар яулай ҙа.
БДИ-ны 100 балға тапшырыусылар һаны бер аҙ кәмене. Бер уҡыусы ике фән буйынса иң юғары балл алды. Ул – Нефтекама ҡалаһынан Данил Ғәлиев, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткән олимпиадалар еңеүсеһе, Президент стипендианты, һәләтле уҡыусылар өсөн РФ Президенты премияһы лауреаты.
Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында ҡайһы бер фекерҙәремде ата-әсәләргә һәм уҡытыу­сыларға еткермәксемен. Улар был хаҡта уйлан­һын ине. Кәңәшмәлә баһаларҙың ғәҙел булмауы (балдар үтә юғары!) тураһында һүҙ булды. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн БР Хөкүмәте ҡарамағында ведомство-ара комиссия төҙөләсәк. Берҙәм дәүләт имтиханы индерелеү менән Башҡортостандан Рәсәйҙең алдынғы вуздарына уҡырға инеүселәр һаны артты. Ул беҙҙең уҡыусыларҙың юғары конкурент һәләтлеген, хатта ҡайһы бер осраҡта Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы тиҫтерҙәренән дә өҫтөнлөгөн күрһәтте. Был юғары күрһәткес һәм республиканың мәғариф системаһы өсөн ҙур плюс булып тора. Әммә ойошто­роу­сыларҙың һәм ҡайһы бер ата-әсәләрҙең ғәйебе менән бөтә был ыңғай ниәттәргә бысраҡ яғыла. Шуға күрә хәҙер үк имтиханды үткәреү урынын билдәләүгә, БДИ үткәреүгә йәлеп ителәсәк кешеләрҙе һайлауға яңыса ҡараш булдырырға кәрәк. Был эштә йәмәғәтселек күҙәтеүен көсәйтергә тейешбеҙ. Эште камиллаштырыу дауам ителәсәк: һәр районда, һәр мәктәптә алынған һөҙөмтәләргә ентекле анализ үткәреү зарур. Балаларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелгән яҡшы идея зыян күрергә тейеш түгел, ә йәштәр­ҙең киләсәге өсөн эшләргә тейеш.

С. НИЯЗОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!