RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

23.08.2011 Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?
1 сентябргә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бигерәк тә беренсе синыфҡа барыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар көндәрҙе һанап, тәүге тапҡыр мәктәпкә барасаҡ көндө көтәлер. Өҫтәүенә, ата-әсәһе алып ҡуйған күлдәк-костюмдарҙы тиҙерәк кейгеһе һәм дә ручка-дәфтәрҙәр тултырылған портфелде тиҙерәк тотҡоһо килә уларҙың. Йорттарына килгән һәр кешегә үҙҙәренең мәктәпкә әҙерлеген күрһәтергә ашҡыналар.
Быйыл 1-се синыф уҡыусыһын мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә, ҡайҙа нимә һатып алырға мөмкин, тигән һорауҙарға яуап эҙләп, мәктәп йәрминкәләре менән танышам. Шөкөр, хәҙер әйбер күп, теләгәнен һайлап алырға була. Баш ҡаланың да сауҙа нөктәләре, баҙарҙары, береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып, мәктәп йәрминкәләре ойоштора. Уларҙа һатылған мәктәп формаһының, портфелдәрҙең, ручка-ҡәләмдәрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша, ниндәйен һайлап алырға белмәҫһең. Һәр кем, үҙенең кеҫәһенә, әйберҙең сифатына ҡарап, күңеленә оҡшағанын эҙләй.
Әлбиттә, яҡшыраҡ әйберҙәрҙе алырға тырышаһың. Юҡ, ҡытай тауарына әйләнеп тә ҡарағым килмәй. Минең өсөн алған әйберҙең сифатлы ла, уңайлылығы ла, артыҡ ҡиммәт тә булмауы мөһим. Иң беренсе сиратта төрлө сауҙа нөктәләрендәге хаҡтарҙы сағыштырып ҡарап сыҡтым. Беҙҙең мәктәптә барыһы өсөн дә бер төрлө форма булырға тейеш, ҡыҙҙар өсөн жилет, жакет һәм юбка 2300 һумға төштө. «Юничел» магазинынан 800 һумға туфли алдыҡ, блузка – 250, аҡ водолазка – 450, аҡ колготки 155 һумлыҡ булды. Әле берәрҙе генә алдым, алмашҡа ла кәрәк бит әле. Портфелдең һәйбәтерәген алам тиһәң, 1000 – 1200 һум аҡса кәрәк. Алаһы әйберҙәр күп әле. Белмәйем, баланы тулыһынса әҙерләү өсөн 10 – 15 мең һум ғына аҡса китәлер ул, – тип үҙ фекере менән уртаҡлаша ҡыҙы Әҡлимәне 1-се синыфҡа әҙерләүсе Гөлназ.
Ысынлап та, хаҡтарҙы сағыштырып ҡараһаң, айырманы күрергә мөмкин. Мәҫәлән, «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә ҡыҙҙар өсөн аҡ блузканы 550 – 870 һумға алыр­ға була. Туфли кәмендә 1100 – 1200 һум. Портфель иһә 1200 – 5000 һум. Шул уҡ ваҡытта Үҙәк баҙарҙа, йәиһә башҡа сауҙа нөктәләрендә уларҙы арзаныраҡҡа ла та­быр­ға мөмкин. ҡытай баҙарында улар тағы ла арзаныраҡ, әммә сифаты ла түбәнерәк бит инде ул.
Кемдәр ул үҫтерә, улар «Пеплос» магазины менән дә яҡшы таныш. Унда ир-егеттәр өсөн костюмдар, күлдәктәр һатыла. Бында 1-се синыфҡа барыусы улыңды ни хаҡҡа кейендереп була һуң? Костюмды 2200 – 2450 һумға алып була, әлбиттә, ҡиммәтерәктәре лә бар. Күлдәктәр 450 һум тора. Кит инде, 1-се синыф уҡыусыһы өсөн дә шуның сама хаҡҡа күлдәк ал инде! Галстук 110 – 170 һум. Тимәк, кәм тигәндә был магазинға инеп сығыу өсөн генә 3000 һумдан ашыу аҡсаң яныңда булырға тейеш.
Аяҡ кейеменә килгәндә, ата-әсәләрҙең күбеһе уны «Юничел» магазинынан эҙләй. Бында хаҡтар ҙа сағыштырмаса арзан, сифаты ла яҡшы. Малайҙар өсөн туфли-кроссовкаларҙы, мәҫәлән, 500 – 800 һумға алып була. ҡыҙҙар өсөн дә аяҡ кейеме яҡынса шул тирә тора.
Дәфтәр-ручкаларға килгәндә, уларҙың ниндәйе генә юҡ. Әммә белгестәр 1-се синыф уҡыусыһына иң ябайын алырға тәҡдим итә. Тимәк, ялтырап ятҡан, ҡалын тышлы дәфтәр­ҙәргә ҡыҙыҡмағыҙ, 2 – 3 һумлыҡ 12 битлек ябай дәфтәрҙәр ҙә ярай. Балағыҙ бик тә сағыу һүрәтле ҡалын дәфтәргә ҡыҙыға икән, өйҙә яҙышыу өсөн генә берәрҙе алырға мөмкин. Пеналдар ҙа, буяу ҡәләмдәре лә иң бәләкәйе, иң ябайы булһын, тип кәңәш итә белгестәр. Сөнки ҡатлы-ҡатлы пеналды 1-се синыф уҡыу­сыһы аса алмаясаҡ, ә буяу ҡәләмдәренең барыбер бер нисә төҫө генә кәрәк буласаҡ, ул барыһы менән дә файҙаланмаясаҡ. Ручка тотор­ға уңайлы булһын. Яҙырға өйрәнгәндә былай ҙа уларҙың ҡулы тиҙ тала. Ағас линейка яҡшыраҡ – ул һыҙған ваҡытта дәфтәр өҫтөнән шыумай.
ҡайһы ғына ата-әсә менән һөйләшһәң дә, йылдан-йыл хаҡтар арта бара, беҙ уҡырға барғанда әйбере лә улай күп түгел ине, хаҡы ла тешләшмәне, атай-әсәйҙәрҙең, ҡайҙан аҡса алып баланы кейендерергә тип ултырғанын иҫләмәйбеҙ, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар. Шулай ҙа баланы 1-се синыф­ҡа әҙерләү – ғүмер эсендә бер тапҡыр ғына була торған иң матур мәл. Ата-әсәләрҙең барыһы ла 1 сентябрь балаһының күңелендә иң матур көн булып иҫтә ҡалһын тип тырыша.

С. ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!