RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Грант иң башлыларға бирелә

06.08.2011 Грант иң башлыларға бирелә

Грант иң башлыларға бирелә
Республикабыҙ ғалимдары, белгестәре ил кимәлендә лә юғары баһа алып эшләй – ошо көндәрҙә Башҡортос­тандың алты йәш ғалимы Рәсәй Федерацияһы Президентының грантына лайыҡ булды! Быны иҫбатлаған таныҡлыҡты уларға Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Алексей Ковальский тапшырҙы.

Грант алыусы талантлы йәштәр араһында Башҡорт дәүләт университетының ғәмәли физика кафедраһы доценты Рәсүл Зиннәтуллин да бар. Ул, нефть ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм яңынан эшкәртеү буйынса тикшеренеүҙәр үткәреп, һығымталар яһап, яңы технологиялар тәҡдим итеп уңышҡа өлгәшкән. Хәҙер йәш ғалимға быға тиклем тикшергән, өйрәнгән эшен дауам итергә, проектын тормошҡа ашырырға ғына ҡала.
«Инженер һәм техник фәндәр» йүнәлеше буйынса грант алыусылар иҫәбенә Башҡорт дәүләт университетынан бер юлы ике кеше инде – ғәмәли физика кафедраһы доценты Рәсүл Зиннәтуллин һәм уның хеҙмәттәше Вадим Захаров. Был номинацияла йәнә бер грант алыусы – Өфө дәүләт авиация техник университетынан Александр Кишалов. «Химия, яңы материалдар һәм химия технологиялары» йүнәлеше буйынса – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институтынан Вадим Миңғәлиев. «Биология, ауыл хужалығы фәндәре һәм тере система технологиялары» йүнәлеше буйынса – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтынан Юлиә Вахитова. «Ижтимағи һәм гуманитар фәндәр» йүнәлеше буйынса – Башҡорт дәүләт университетынан Сергей Шаулов.
– Пландарыбыҙ ҙур. Үткәргән тикшеренеүҙәрҙе артабан да файҙаланып, ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа минең менән тағы ла ике белгес эшләйәсәк. Бөгөнгө заман көнкүрештең бөтә тармаҡтарында ла инновацион технологиялар ҡулланыуҙы талап итә. Әммә был технологияларҙы уйлап табыу өсөн дәүләткә ғалимдар ғына түгел, шул ғалимдарға ярҙам итерлек, этәргес көс булырлыҡ матди ҡеүәт тә кәрәк. Әлбиттә, мин грант алыуыма шатмын, беҙгә күрһәтелгән ышанысты аҡларға, йәмғиәткә файҙа килтерерлек эштәр башҡарырға тырышасаҡмын, – ти Рәсүл Зиннәтуллин.
Грант иң башлыларға бирелә
Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты – 1 миллион 200 мең һум. Был аҡса проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡорамалдар алыу, командировкаларға йөрөү, төрлө кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә. Ул фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙе финанслау өсөн файҙаланылырға тейеш.
Үҙгәрештәр осорон дөрөҫ баһаламай, баҙар иҡтисады йүнәлешенә бирелеп китеп, әле күптән түгел илебеҙҙә фәнгә иғтибар бөтөнләй кәмегәйне. 90-сы йылдарҙа фәнни тикшеренеүҙәрҙе финанслау өлкәһендәге проблемалар арҡаһында йәш кадрҙар күпләп сит илдәргә китә башланы. Ғәмәли һәм фундаменталь фәндәр­ҙә яңы асыштар яһау өсөн аҡса булмауының насар һөҙөмтәһе әле һаман да үҙен һиҙҙерә. Шөкөр, бөгөн башында аҡыллы идеялары булған, уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләргә тырышҡан йәш ғалимдарға ил кимәлендә иғтибар көсәйә. Ғалимдарға матди ярҙам күрһәтеү уларҙың үҙҙәренә генә түгел, тотош йәмғиәткә кәрәк һәм перспективалы йүнәлеш.
Рәсүл Зиннәтуллин билдәләүенсә, эшләргә теләгән кешегә күрһәтелгән ярҙам юғары кимәлдә. 2010 – 2013 йылдарҙа фәнде үҫтереүгә тотоноу өсөн федераль бюджетта 14 миллиард һум аҡса ҡаралған. Был аҙ сумма түгел. Матди сараларҙы нисек файҙаланыу Рәсәй фәненең киләсәгенә туранан-тура йоғонто яһаясаҡ. Дәүләт наградаһы йәш ғалим Рәсүл Зиннәтуллин үткәргән тикшеренеүҙәр­ҙең көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы икәнен дәлилләй. Шуныһы ла мөһим – йәш кешеләр үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле тип һанап, дәртләнеп эшләйәсәк. Үҙ эшенә лайыҡлы баһаһын алған белгестәрҙән генә артабан да уңышлы проекттар көтөргә мөмкин.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!