RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Комендант сәғәте» АТА-ӘСӘлӘРҘЕҢ «КЕҪӘ»һЕН йоҠартасаҡ

02.07.2011 «Комендант сәғәте» АТА-ӘСӘлӘРҘЕҢ «КЕҪӘ»һЕН йоҠартасаҡ

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина бел­дереүенсә, 17 йәше тулмаған үҫмерҙең «комендант сәғәте»ндә (төнгө 22-нән алып таңғы 6-ға тиклем) йәмәғәт урындарында йөрөүе ата-әсәһе өсөн ҙур күләмдәге штрафҡа әйләнәсәк. Был хаҡта бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡ­лау буйынса Республика комиссияһының Хөкүмәт йортонда үткән ултырышында әйтелгән.
– Үҫмерҙәр өсөн «комендант сәғәте» бер йыл элек индерелеүенә ҡарамаҫтан, эске эштәр органдары статистикаһы күрһәтеүенсә, ата-әсәләрҙең күп­селеге, шул иҫәптән балалар үҙҙәре лә быны белмәй, – ти вице-премьер.
Бөгөнгә тиклем ҡанунды боҙоусылар тик иҫкәртеүҙәр менән генә ҡотол­ған. Хәҙер бындай осраҡтарҙа ата-әсәләргә матди яҡтан «көс төшәсәк». ҡанунға БР Президенты Рөстәм Хәмитов 23 июндә ҡул ҡуйған. Комиссияның маҡсаты – ошо мәғлүмәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ата-әсәләргә, үҫмерҙәргә еткереү. Ошо юҫыҡта БР Мәғариф, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Мәҙәниәт министрлыҡтарына, эске эштәр органдарына, муниципаль хакимиәттәргә күрһәтмәләр бирелгән.
Комиссия ултырышында ҡатнаш­ҡан БР буйынса Эске эштәр министрлығының Участка полицейскийы эшмәкәрлеге һәм бәлиғ булмағандар бүлексәләрен ойоштороу идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнүз Сол­танов билдәләүенсә, Башҡор­тостанда төндә балаларға ҡарата хоҡуҡ боҙоусылар­ҙың һаны түбәнәйгән. Йыл башында енәйәттәр 4,9 процентҡа кәмеһә, шул иҫәптән йәмәғәт урындарында 25,4 процентҡа әҙәйгән.
Наркотиктар әйләнеше лә ҡурҡыныс проблема булып тора. Иҫәптә торған наркомандар һаны йыл һайын үҫә.
Проблемаларҙы хәл итеү өсөн һаулыҡты һәм киләсәк быуынды һаҡлау, балаларыбыҙҙың тормошо хаҡында уйланыу мотлаҡ икәнен ата-әсәләр һәр саҡ иҫендә тотһон ине.

Эльмира ИШЕМОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!