RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Белгестәр әҙерләүҙең яңы системаһы раҫлана

14.09.2010 Белгестәр әҙерләүҙең яңы системаһы раҫлана

10 сентябрҙә Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү шарттарында урта махсус уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү мәсьәләһенә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Мәғарифты үҫтереү федераль институты белгестәре, республиканың урта һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылар ҡатнашты.
Конференция барышында баш­ланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, уҡыу йорттары етәкселәре алдына аныҡ бурыстар ҡуйылды. Башҡортостандың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров үҙенең сығышында республиканың башланғыс һәм урта махсус уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Башҡортостандың уҡыу йорттары Рәсәй мәғариф системаһында барған үҙгәрештәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.
2009 йылдың сентябренән үҙ көсөнә ингән һөнәрҙәр һәм специальностар исемлеге һәм 2010 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаған яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү системаһы алдына етди бурыстар ҡуя. Иң беренсе сиратта уҡыу йорто бөгөнгө хеҙмәт баҙары талап иткән белгестәрҙе әҙерләргә, һәм улар үҙҙәрен һәм ғаиләһен тәьмин итә алырға тейеш. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн белгестәр әҙерләү системаһында ҙур ғына үҙгәрештәр талап ителә.
Конференцияла ҡатнашыусылар башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереүҙең һәр уҡыу йортоноң етәксеһенең генә түгел, ә системалы һәм дөйөм эш булыуын билдәләп үтте. Уның нигеҙендә уҡыу йорттарының, эш биреүселәрҙең, төбәк хакимиәттәренең, ата-әсә­ләрҙең һәм студенттарҙың мәнфәғәте ята.
Конференцияла ҡатнашыусылар фекеренсә, Рәсәй субъекттарында яңы стандарттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса уҡыу йорттарына ярҙам күрһәтеү үҙәктәрен булдырыу Рәсәйҙең белем биреү мөхитендә берҙәм төбәк-ара сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға, төп профессиональ белем биреү программаларын төҙөүгә һәм уҡыу йорто коллективтарының ғилми-методик ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Төп проблемаларға килгәндә, улар:
– федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, белем биреү процесын ойоштороу өсөн уҡыу йорттарының матди-техник базаһының тейешле кимәлдә тәьмин ителмәүе;
– федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, төп профессиональ белем биреү программаларын проектлау буйынса квалификациялы педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең етешмәүе;
– белем биреү программаларын проектлау буйынса эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ механизмдары, эш биреүселәр менән даими бәйләнештең булмауы, тип билдәләнде.
Конференция һуңында федераль дәүләт белем биреү стандарттарын ғәмәлгә индереүгә бәйле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр ҡабул ителде.

С. ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!