RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Имтихандар тамам, һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡмы?

25.06.2011 Имтихандар тамам, һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡмы?

Ниһайәт, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн берҙәм дәүләт имтихандары тамамланды. Имтиханды тапшыра алырмынмы-юҡмы, нисә генә балл алырмын икән, тип ҡурҡыуҙар ҙа артта ҡалды. Хәҙер инде юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү имтихандарына һөҙөмтәләрҙе генә тапшырырға ҡалды.
Әйткәндәй, быйылғы һөҙөмтәләр нисек һуң?

Имтихандар тамам,  һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡмы?Башҡортостанда барлығы 27448 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашты. Улар рус теле һәм математиканан, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған фәндәрҙән БДИ тапшырҙы. БР Мәғариф министрлығының берҙәм дәүләт имтиханы һәм белем сифатын билдәләү бүлеге етәксеһе Зәки Дамир улы Мырҙағәлин әйтеүенсә, һөҙөмтәләр былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ, ниндәй генә фән буйынса ҡарағанда ла уртаса балл 2 – 3 балға юғары. Шул уҡ ваҡытта 100 балл йыйыусы уҡыусылар һаны кәмегән. Былтыр 24 эш өсөн 100 балл ҡуйылһа, быйыл 19 уҡыусы имтиханды 100 балға тапшырған. Иң күп балл йыйыусылар химия буйынса – 9 эш өсөн иң юғары балл ҡуйылған. Биологиянан – 4, информатиканан – 3, географиянан – 2, рус теленән бер уҡыусы имтиханды 100 балға тапшыр­ған.
Рәсәй буйынса 8 мең уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмаһа, Башҡортостандан 143 уҡыусыға быйылғы мәктәптән аттестатһыҙ сығып, икенсе йыл яңынан БДИ тапшырырға тура киләсәк. Мотлаҡ фәндәр­ҙең береһенән тейешле балдар­ҙы йыя алмаған 668 уҡыусы иһә резерв көндәрендә яңынан БДИ тапшырҙы.

Быйылғы берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында ниндәйерәк көтөлмәгән хәлдәр булды?

Белорет ҡалаһы мәктәптәренең береһендә, уҡыусыларға бланкылар етмәү сәбәпле, улар­ҙың яуаптарҙы аҡ ҡағыҙға яҙыуы хаҡында күптәргә билдәле, бынан тыш, өс уҡыусының үҙ эштәрен интернетҡа ҡуйыуы ла бер аҙ шау-шыу тыуҙырҙы. Зәки Дамир улы әйтеүенсә, Белорет ҡалаһы уҡыусыларының ҡа­ғыҙға эшләгән эштәрен апелляция комиссияһы ҡараған һәм 11 уҡыусының дөрөҫ яуаптары өсөн балдар өҫтәлгән, ә ҡалғандарының яуаптары дөрөҫ булмаған. Ә уҡыусыларҙың ҡағыҙҙа эшләргә мәжбүр булыуына өҫтәмә бланкылар алмаусы ойоштороусылар ғәйепле икән.
Апелляция тигәндән, быйыл апелляцияға биреүселәр һаны ла артҡан. 1000-гә яҡын уҡыусы БДИ һөҙөмтәләре менән риза булмай, уларҙы ҡайтанан ҡарау­ҙы һораған. Уларҙың теләге, әлбиттә, ҡәнәғәтләндерелгән, әммә был апелляция комиссияһы ҡарағандан һуң барыһының да балы күтәрелә, тигәнде аңлатмай.

Биш вузға документ тапшырырға мөмкин

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы.
Уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә әллә ни үҙгәрештәр юҡ. БДИ һөҙөмтәләре буйынса уҡыр­ға инеүселәр документтарын 25 июлгә тиклем тапшыра ала. Ә кемдәр вуздың үҙенең өҫтәмә һынау төрө булған уҡыу йортона бара, уларға 5 июлгә тиклем документ тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Кемдәр быйыл БДИ тапшырмаған, 8 июлдән 18 июлгә тиклем икенсе этабында тапшырырға тейеш. Был мәктәпте 2009 йылдан алып тамамлаусыларға ҡағыла. Ә кемдәр алдараҡ уҡып бөткән, улар БДИ тапшырмай, ә уҡырға инеү өсөн вуз ойошторған имтиханда ғына ҡатнаша. Тимәк, биш-алты йыл элек мәктәпте тамамлаусылар юғары уҡыу йортона уҡырға барырға ниәтләһә, уларға берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға тура килмәйәсәк.
Быйылғы абитуриенттар­ға бер юлы биш юғары уҡыу йортона документтарын тапшырырға рөхсәт ителә. Уларҙың һәр береһендә өсәр специальносты һайлау мөмкинлеге бирелә. Шу­ныһына иғтибар итергә кәрәк: ниндәй уҡыу йортона уҡырға инергә теләйһегеҙ, шунда документтарҙың төп нөсхәһен тапшырыу кәрәк. Сөнки нимә генә тиһәләр ҙә, уҡыу йортонда быға иғтибар итәсәктәр. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадала еңеүсе уҡыусылар бер уҡыу йортона ғына ташлама менән файҙалана ала. 27 июлдә беренсе тулҡында уҡырға инеүселәрҙең исемлектәре вуздарҙың сайттарына ҡуйылырға тейеш. Исемлектең башында олим­пиадасылар, ташлама менән уҡырға инеүселәр, артабан маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килеүселәр, иң һуңынан иһә балдарына ҡарап БДИ тапшырыусылар килә. Доку­менттарҙы тапшырыу өсөн мотлаҡ вузға барырға түгел, уларҙы электрон вариантта ла ебәрергә мөмкин. Ғаризала БДИ буйынса балдар­ҙы күрһәтеү ҙә етә. Уларҙы вуз хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре тикшерәсәк.
Юғары уҡыу йортона ҡабул итеү ике этапта үтә: 30 июлдән 5 авгусҡа тиклем һәм 5 августан 10 авгусҡа тиклем.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!