RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмер тәмен белеп кенә

14.09.2010 Ғүмер тәмен белеп кенә

Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғиндулла ШӘЙӘХМӘТОВҡА – 80 йәш
Ғүмер тәмен белеп кенә... ... Кеше ғүмере йомғаҡ ул. Тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Белеп-аңлап тәгәрәй.
Миңә унан һабаҡтар алыу бәхете тейҙе. Дүртенсе-бишенсе синыфтарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрҙө Уҡытыусы. Төшөндөрөп кенә ҡалманы, һөйөү уята алды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла нисектер ылыҡтырғыс көскә эйә ине ул саҡ. Стеналарҙа, иҫләйем, Ғ. Сәләм менән М. Хәйҙең ғүмер һәм ватан хаҡында ялҡынлы шиғри һүҙҙәре, алда, таҡта башында, Һәҙиә Дәүләтшинаның халыҡҡа хеҙмәт итеү – иң бөйөк эш, тигәнерәк мәғәнәләге фекере һәм портреты урын алғайны. Йыш ҡына теге йәки был яҙыусының юбилейына стена гәзите эленеп тора торғайны. Артҡы яҡ шкафта яңы китаптар, әҙәбиәткә ҡағылышлы күргәҙмә материалдар, яҙыусылар хаҡында гәзит-журналдарҙан ҡырҡып йыйылған материалдар, тоноҡ ҡына аҡ-ҡара төҫтәге портреттар... Эйе, хәҙерге заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа уҡыған балалар алда әйтеп үткән байлыҡтарҙан иҫ китерлек бер ни ҙә тапмаҫ. Ә беҙ ундағы һарғайып бөткән, саң бөркөлөп торған иҫке гәзит биттәренән, ябай ручка менән яҙып, ябай ҡәләм менән биҙәп сығарылған күргәҙмә материалдан, ябай таҡтаға буяу менән буяп үҙҙәренсә тигеҙ генә итеп яҙырға тырышҡан аҡыллы һүҙҙәрҙән бөтмәҫ йылылыҡ, һүнмәҫ яҡтылыҡ, һүрелмәҫ яҡшылыҡ тоя инек, һаман тоябыҙ. Ошо кабинетты Уҡытыусыбыҙҙың үҙ ҡулы менән йыһазландырғанын, кәрәкле материалды йылдар буйы йыйып, беҙгә фәнде үҙләштереү еңелерәк булһын тип тырышыуын ул саҡта белмәгәнбеҙҙер ҙә.
Уҡытыусыбыҙ етди булды, һис тә йылмайып-көлөп торманы. Дәресте белмәйһең икән, «икеле» менән өркөтмәне, яңынан ултыртып шул темаға ҡабат ҡайтарҙы, дәрестән һуңға ҡалдырҙы. Беҙҙең ҡалғы килмәне, шуға тырыштыҡ. Ғәҙәттә, ҡаты уҡытыусының дәресенә инге килмәй, ә беҙ тел һәм әҙәбиәткә теләп, кинәнеп килә инек. Ни өсөнмө? Сөнки беҙ Сәғит Агиш, Жәлил Кейекбаев, Фәрит Иҫәнғолов, Ғәйнан Әмири, Шакир Насиров, Мөхөтдин Тажи, Мостай Кәрим, Назар Нәжми һәм башҡалар менән бергә «йөрөйбөҙ», улар менән һөйләшәбеҙ, кисәләрҙә осрашабыҙ. Беҙҙең мөкиббән китеп әҙәби китап уҡыған саҡ. Китаптары менән бергә яҙыусыларҙың үҙҙәре хаҡында ла белге килә. Уҡытыусыбыҙ, тормош күргән, донъя гиҙгән остазыбыҙ, был яҙыусыларҙың күбеһен күргән, улар менән аралашҡан. Һәм ул үҙенең хәтирәләре менән беҙгә лә уртаҡлаша. Беҙ әкиәт (тормош әкиәт түгел икәнен аңлайбыҙ) тыңлаған кеүек иҫебеҙ китеп тыңлай торғайныҡ. Һуңынан мөғәллим талғын ғына тейешле темаға күсеп, уны ла аңлатып ҡуя. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән программаға ярашлы кәрәк белемде һеңдереп ҡуябыҙ. Уҡытыу­сың аша ул белгән, аралашҡан яҙыусы һиңә икеләтә яҡын булып китә, бер танышыңа әйләнә һәм уның яҙған әҫәрен дә уҡығы килә. Китапханала беҙ уҡымаған китап ҡалмағандыр ҙа.
Хәтеремдә, дүртенсе синыфта көҙ темаһына инша яҙҙыҡ.
– Үҙең яҙҙыңмы, ярҙам итеүсе булманымы? – Уҡытыусы минән һорай.
– Юҡ. Үҙем яҙҙым, – тим.
Уҡытыусы минең иншаны ҡысҡырып уҡып сыҡты ла, класҡа баҡты:
– Был егеттән киләсәктә яҙыусы сығасаҡ, күп йылдар үткәс, мин әйтте тип иҫләрһегеҙ, – тип һаран ғына йыл­майҙы. Мин ул ваҡытта яҙыусы булырға хыялланғанмындырмы-юҡмы, белмәйем, тик бөгөн эш ҡоралым ҡәләм булғанда, мөғәллимдең ул саҡтағы һүҙҙәрен фатиха тип ҡабул итергә баҙнат итәм.
Уҡытыусым – Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов ауылыбыҙҙа, районыбыҙҙа ғына түгел, республикала ла билдәле шәхестәрҙең береһе. Ул ғүмере буйы мөғәллимлек һөнәренә тоғро, дүрт тиҫтә йылдан ашыу балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәне. Һикһән йәшен тултырған ил ағаһы бөгөн дә ил йөҙөндә, халыҡ эшендә. Республикабыҙҙың тарихи боролош осоронда, тел, халыҡ яҙмышы мәсьәләләре хәл ителгән йылдарҙа Уҡытыусым тәүгеләрҙән булып матбуғат, телевидение, радио аша ла аҡ һүҙен еткерҙе, берҙәмлеккә, үҙаллылыҡҡа саҡырҙы.
– Бар ғүмерем йәмәғәт эштәрендә, ил яҙмышын хәстәрләп үтте. Тормоштоң асылын, йәшәүҙең серен мин шунда таптым, – ти бөгөн аҡһаҡал.
Ауылыма ҡайтһам, Сәйетбабаның беҙҙең урамдан уның көн дә йәш егеттәрсә етеҙ генә, дәртле баҫып ҡаранйылға ауылына табан атлағанын күрәм. Унда уның эше. Бер нисә тиҫтә йыл элек үҙе ойошторған Жәлил Кейекбаев музейына ашыға ул. Яныма туҡталһа, мотлаҡ эштәрем, Өфө хәлдәрен һораша. Кәңәштәрен бирә, белгән-күргәндәргә сәләмен тапшыра. Илдә теге йәки был хәл булһа йә көтөл­һә, мотлаҡ үҙ фекерен белдерә, һис замандан артҡа ҡалып, йә булмаһа, йәбешеп йәшәмәй. Киреһенсә, һәр ваҡыттағыса бер аҙым алда бара әле. ҡасандыр бер мөйөштән генә башланған Жәлил Кейекбаев музейы бөгөн айырым йортта урынлашҡан, республикала төп әҙәби үҙәктәрҙең береһе ул. Районға килгән ҡунаҡ­тарҙың күбеһе мотлаҡ бында булырға тырыша. Килеүселәр кенәгәһендә донъяға билдәле ғалимдарҙың да, арҙаҡлы яҙыусыларҙың да, билдәле дәүләт эшмәкәрҙәренең дә теләк-фекерҙәре теркәлгән. Ғиндулла Ширияздан улы һәр кем менән ихлас, ә музейҙа йөкмәткеле материал шул тиклем күп, бында шуға йәнең ял итә, зиһенең арта.
Остазым имам-хатип та. Уның уҡыған аяттары шифалы, биргән вәғәздәре фәһемле. Атаһы, өләсәһе яғынан килә уға был Хоҙай бүләге.
– Ниндәй генә замандар кисерһәк тә, беҙ Аллаһыҙ йәшәмәнек, – тип һөйләй ул. – ҡайҙа йөрөһәм дә, боронғо китаптарҙы йыйыуымды ташламаным. Бөгөн ҡулымда ҡөрьән – изге китаптан тыш, «Шура» кеүек дини журналдар­ҙың үткән быуат башындағы һандары ла һаҡлана.
Сәйетбабалағы һуңғы мәсеттең манараһын 1952 йылдың һыуыҡ февралендә ауҙарғандар. Ул саҡта институтта уҡый инем. Егет-ҡыҙҙар ҡайтып киләбеҙ, алыҫтан ауылыбыҙға күҙ һалабыҙ. Уны нисектер бушлыҡ ҡаплаған кеүек, нишләп улай икән – аңламайбыҙ. Шунан кемдер манара юҡлығына иғтибар итте. Мәсет ауылдың бер күрке, йәне булған икән. Аҙаҡ ул мәсетте клуб та, келәт тә итеп ҡаранылар, тик бәрәкәте булманы...
Сәйетбабала иман йорто яңынан бынан егерме йыл элек ҡалҡты. Халыҡ үҙе һалды. Бөгөн уның янындағы ҡолҡан, ҡаранйылға ауылдарында ла айлы, нурлы йорттар бар. Һуңғыһын Ғиндулла Шәйәхмәтов халыҡ менән бергә, хәллерәк ағайҙарҙы йәлеп итеп күтәртте.
– ҡаранйылға халҡының ихтыяжы булып ҡалҡты Хоҙай йорто. Кешеләр үҙҙәре теләмәһә, бындай эштәрҙе берҙәм генә башҡарып булмай, изге уйҙар изге эшкә үҙе этәрә, – ти имам-хатип.
... Кеше ғүмере йомаҡ ул. Серле ул, уйлы ул, мәғәнәле ул.

Мөнир ҡУНАФИН, Рәсәй һәм
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!