14.06.2011 Уңыш йылмаямы һиңә?
Башҡортостанда рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 27448 кеше тапшырғайны.
Минималь сикте (быйыл 36 балдан алып 100 балға тиклем ине) мәктәпте тамамлаусыларҙың 2,4 проценты –660 кеше үтә алмаған. Былтыр 973 уҡыусы ошо фәндән имтиханды бирә алмағайны. Республикала тик бер генә уҡыусы 100 балл йыйған.
Математиканы уңышлы тапшырып, рус теленән аҙ балл йыйған уҡыусылар имтиханды 18 июндә ҡабаттан тапшыра ала.
Математика буйынса имтихан һөҙөмтәләре был аҙнала билдәле буласаҡ. Рус теле буйынса БДИ-ла ҡуйылған балдар менән килешмәүселәргә бөгөн һәм иртәгә аппеляцияға ғариза яҙырға мөмкин.
З. ХӘСӘНОВА.