28.05.2011 «Өмөттәрҙе аҡларбыҙ»
Һуңғы йылдарҙа, шөкөр, илебеҙҙә белем алыуға иғтибар ҙур, йәштәр генә түгел, ололар араһында ла уҡырға ынтылыусылар күбәйгәндән-күбәйә. Уҡыу йорттары етерлек, теләгең һәм тырышлығың булһын – үҙең һайлаған һөнәргә эйә булыу өсөн бөтә шарттар бар. Бәғзе сығарылыш уҡыусыларының Рәсәй юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе, шунда белем алыуы һоҡландыра.
Һеҙҙе нәҡ шундай алдынғы ҡарашлы, тырыш, рухлы егет – Иҙел Бохарбаев менән таныштырмаҡсымын.
Ул 2010 йылда Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, әлеге көндә Мәскәү дәүләт тау университетының тау электромеханика факультетында белем ала. Аҡъярҙағы ҡурай мәктәбен уңышлы тамамлаған егет етәксеһе Р. Аҡбалинға рәхмәтле. Мәскәүҙә лә, күңелһеҙ булып китһә, ҡурайын алып, үҙе яратҡан көйҙәрҙе уйнап ебәрә икән. Түбәндә уның менән әңгәмә тәҡдим итәм.
– Иҙел, Мәскәү дәүләт тау университетында уҡыу күптәнге теләгең инеме?
– Тәүҙә республикабыҙҙағы БДМУ-ға уҡырға инермен тип уйлай инем, ләкин үткән йәйҙә Мәскәүгә уҡырға барырға мөмкинлек килеп сыҡҡас, яҡындарым менән кәңәшләшеп, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Уҡырға берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре менән дәүләт программаһы буйынса индем.
– Ят ерҙә уҡып китеү ауыр булманымы?
– Тәүге аҙнала ауыр кеүек тойолһа ла, аҙаҡ өйрәндем. Дәрестәрҙә ҡатнашып, һорауҙар биреп, әүҙемлек күрһәтергә, бер лекцияны ла ҡалдырмаҫҡа тырышам. Беҙ бында – үҙ илебеҙҙең йөҙө. Беҙгә ҡарап, милләтебеҙ тураһында фекер йөрөтәсәктәр.
Дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ. Унда уңайлы шарттар булдырылған: һәр бүлмә душ, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес менән тәьмин ителгән. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған башҡа милләт вәкилдәре менән бергә татыу йәшәйбеҙ, уҡыйбыҙ. Азия, Кавказ, Африка илдәренән дә студенттар белем ала.
– Иҙел, ауылдан шундай ҙур ҡала мөхитенә барып ингәс, күңелеңдә ниндәйерәк кисерештәр булды һәм үҙеңдә ниндәй үҙгәрештәр тойҙоң?
– Халҡы менән ҡайнап торған баш ҡалаға барып урынлашыу, кешеләр менән аралашыу мине әҙ генә ваҡыт эсендә аҙмы-күпме үҫтерҙе, тип әйтә алам. Унда төрлө музейҙарға, иҫтәлекле урындарға, китапханаларға йөрөргә, күп нәмәгә өйрәнергә мөмкинлек ҙур. Ғөмүмән, Мәскәүҙә уҡыу йәштәргә юғары кимәлдә үҫергә ярҙам итә.
– Мәскәүҙә Башҡортостан йәштәре байтаҡ ҡына. Улар менән аралашып-күрешеп тораһығыҙмы?
– Сит ерҙә яҡташлыҡтың ни икәнен аңлайһың. Башҡортостанда әллә ни һиҙелмәһә лә, Мәскәүҙә, ғөмүмән, ят ерҙә бер-береңдең ҡәҙерен беләһең, ярҙам итергә тырышып тораһың.
Айына бер тапҡыр башҡорт йәштәре өсөн дискотека үткәрелә. Унда Башҡортостандан килгән студенттар осраша, таныша, күңел аса.
– Иҙел, һөнәрең буйынса тау инженеры булып сығасаҡһың. Уҡып бөткәс, Мәскәүҙә ҡалаһыңмы, әллә Башҡортостанға ҡайтырға теләйһеңме?
– Алла бирһә, биш йыл эсендә тырышып уҡып, тейешенсә белем алып, тыуған республикабыҙға эшкә ҡайтырмын тигән хыялым бар. Мәскәүҙә уҡыуыбыҙҙы республикала беләләр һәм өмөттәр бағлап көтәләр. Беҙ тыуған илебеҙ өсөн уҡырға, хеҙмәт итергә, уны күтәрергә бурыслыбыҙ.
– Быйылғы сығарылыш уҡыусыларына ниндәй теләктәрең, кәңәштәрең бар?
– Уҡыусылар ҡурҡып, икеләнеп тормаһын, БДИ-ны уңышлы тапшырып, Мәскәүгә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына ла уҡырға барһындар. Мәскәүҙә үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Теләгең һәм тырышлығың ғына булһын. Ә мин шундай ерҙә уҡыу бәхете тейгән өсөн атай-әсәйемә, уҡытыусыларыма, класс етәксем А. Байғужинаға рәхмәтлемен.
– Уңыштар һиңә!
Айгизә УЛТРАҡОВА,
БДУ студенты.