28.05.2011 Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерһегеҙме?
27 майҙа сығарылыш синыф уҡыусылары информатика, информацион-коммуникатив технологиялар, биология һәм рус әҙәбиәтенән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. 30 майҙа иһә уларҙың барыһы ла рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Шулай итеп, мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн хәл иткес һынауҙар башланды. Уҡыусылар үҙҙәрен нисек тоя, имтиханға әҙерме? Ошо һорау менән бер нисәүһенә мөрәжәғәт иттек.
Нур ӘСӘҘУЛЛИН, Өфө ҡалаһы, Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:
– БДИ-ға мәктәптә генә әҙерләнеү етмәй, өҫтәмә рәүештә әҙерләнеү кәрәк, тип иҫәпләйем. Шуға күрә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Башҡорт дәүләт университетында ойошторолған БДИ-ға әҙерлек курстарына йөрөнөм. Курста өйрәткәндәрҙе өйҙә ҡабатланым. Интернеттан да өҫтәмә материалдар табып уҡыным. Рус теле һәм математиканан йыл дауамында мәктәптә әҙерләндек.
Зарема ИРМӘКОВА, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылындағы республика башҡорт компьютер лицей-интернаты уҡыусыһы:
– Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн физика, химия һәм биология фәндәрен һайланым. Күберәк үҙемә ышанам, репетиторҙарға йөрөмәнем тип әйтерлек. Репетиция имтихандары үҙеңдең ниндәй кимәлдә әҙер булыуыңды аңларға ярҙам итте, балдарым түбән булмаһа ла, тағы ла нығыраҡ уҡырға кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Уҡыған һайын уҡырға кәрәк. Күпме генә әҙерләнһәң дә, имтихандан ҡурҡыта, әлбиттә.
Юлиә ИҪӘНБАЕВА, Баймаҡ ҡалаһының 4-се урта мәктәбе уҡыусыһы:
– Юриспруденция буйынса уҡырға барырға йыйынам. Шуға күрә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән имтихан һайланым. Мотлаҡ тапшырыла торған фәндәр буйынса ла, үҙем һайлағандарынан да репетиторҙарға мөрәжәғәт иттем, мәктәптә уҡытыусылар менән әҙерләндек, өйҙә интернеттан БДИ-ҙың онлайн варианттары буйынса шөғөлләндем. Шуға ҡарамаҫтан, нисек бирермен икән, тигән борсолоу бар, әлбиттә, БДИ-ҙа ниндәй һорау эләгерен алдан күҙаллап булмай бит. Минең өсөн бигерәк тә тарихтан ауыр кеүек. Унда даталар бик күп, һәр береһен иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Ғөмүмән, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлекте 8-се, 9-сы синыфтан башларға кәрәк, тип уйлайым. Юғиһә бер йыл эсендә генә ныҡлы итеп әҙерләнеп өлгөрөп булмайҙыр ул.
Алмаз БӘШИРОВ, Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусыһы:
– Мотлаҡ фәндәрҙән тыш, инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү, рус әҙәбиәте фәндәренән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырам. Бар хәлемсә имтихандарға әҙерләнергә тырыштым, лицейҙа уҡытыусылар менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләндек, интернет ныҡ ҡына ярҙам итте. Унда бөтә фәндәр буйынса ла БДИ варианттарын табырға була. Үҙ көсөмә генә ышанам. Тулҡынланам, борсолам, әммә үҙемдең белемемә таянып тапшырырмын тип уйлайым.