28.05.2011 Ике Этҡол, бер хыял
Сираттағы уҡыу йылы тамамланды, сираттағы ҡыҙҙар һәм егеттәр, мәктәп ҡыңғырауын һуңғы тапҡыр ишетеп, артабан үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыр өсөн, тантаналы линейкаға теҙелде
Икенсе Этҡол ауылы
Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылының дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 11-се синыфын быйыл ни бары өс уҡыусы тамамлай – ике егет һәм бер ҡыҙ. Аҙ һанлы булғас, синыфҡа белем күберәк тейгән, ахыры, һәр хәлдә, синыф етәксеһе Земфира Миҙхәт ҡыҙы Дәүләтшина уларға ҙур өмөт бағлай.
– Беҙҙең Рәзиләбеҙ әҙәбиәт, тел фәндәренән көслө, етмәһә, шиғырҙар яҙа. Артабан журналистика өлкәһендә юғары белем алырға хыяллана. Радмир берәй техник дисциплина буйынса вузға инергә теләй, ә Даян үҙен ҡотҡарыусы һөнәренә әҙерләй. Хыялдарын тормошҡа ашырһындар инде.
– Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы һөҙөмтәләр менән тапшырырҙайһығыҙмы һуң, нисек уйлайһығыҙ?
һорауымдағы ышанмаусанлыҡ ноталары был өсәүҙе әҙерәк һиҫкәндерерме, тиһәм... ҡайҙа ул!
– Әлбиттә, тапшырасаҡбыҙ!
Беренсе Этҡол ауылы
Беренсе Этҡол ауылы Икенсе Этҡолдан байтаҡ ҡына алыҫта урынлашҡан. Бындағы республика башҡорт компьютер лицей-интернатының 11-се синыфын быйыл 20 уҡыусы тамамлай. Был балалар 2004 йылдан алып лицей-интернаттың һәр сығарылышы тулы составта республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүен иҫтәрендә тотор, традицияны боҙоп, исем сығармаҫтар, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Хәйерле сәғәттә, Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарының барлыҡ сығарылыш синыф уҡыусылары!
И. ҡАНСУРИН.
АВТОР фотолары.