RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Олимпиада һынау ғына түгел, алға этәреүсе көс тә

24.05.2011 Олимпиада һынау ғына түгел, алға этәреүсе көс тә

Баш ҡалалағы Конгресс-холда Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде
Олимпиада һынау ғына түгел, алға этәреүсе көс тәУҡыу йылы тамамлана. Йыл буйы кем нисек уҡыған, ниндәй уңыштар­ға өлгәшкән – ошоларға йомғаҡ яһар­ға ваҡыт етте. Йыл һайын уҡыу йылы аҙағында «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар республика форумы ойошторола. Быйыл ул 20 майҙа Конгресс-холда үтте. Унда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашты. Быйыл «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумында тәүге тапҡыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Уҡыусыларҙы оло еңеүҙәре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф министры Әлфис Ғаязов тәбрикләне.
– Һеҙ – интеллектуаль фронт геройҙары. ҡәҙерле балалар, ысынлап та, үҙегеҙҙең белемегеҙ, ты­рыш­лығығыҙ, уҡытыусыларығыҙҙың хеҙмәте менән бик юғары күрһәткестәргә өлгәштегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, республиканың иң аҡыллы һәм иң һәләтле уҡыу­сыларын сәләмләп.
Башҡор­тостан­дан быйыл ете уҡыусы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулаған. Экология буйынса беҙҙең республиканан өс беренсе урын булһа, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, биология һәм хоҡуҡ буйынса – берәр еңеүсе. Тағы ла 24 уҡыусы призер дипломына лайыҡ булды. Мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, Башҡортостан уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары иҫәбе буйынса илдең иң алдынғы ун төбәге исемлегенә ингән.
– «Беҙҙең яңы мәктәп» милли мәғариф инициативаһының төп йүнәлештәренең береһе – балаларҙың һәләтен һәм ижади мөмкинлеген үҫтереү. Балаға үҙенең һәләтен асырға ярҙам итеү, тормошҡа әҙерләү йәһәтенән уҡыусылар олимпиадалары ҙур мөмкинлектәр аса. 2011 йылда Мәғариф министрлығы тарафынан 34 олимпиада ойошторолдо. Олимпиада һынау ғына түгел, алға этәреүсе көс тәШуларҙың 21-е – Бөтә Рәсәй олимпиадаһына ингән фәндәр буйынса. Уларҙа туғыҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Республика олимпиадаһында 1419 уҡыу­сы көсөн һынаны, шуларҙың 200-ҙән ашыуы ғорур рәүештә еңеүсе исемен йөрөтә, – тине мәғариф министры, еңеүселәрҙе тәбрикләп.
Еңеүселәргә һәм уларҙың остаздарына дипломдар, премиялар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында беренсе урынға лайыҡ булған 11-се синыф уҡыусыларына иһә «Һәләтле балалар» республика фонды үҙенең махсус бүләген – ноутбуктар әҙерләгән.
Сәхнәгә сығып баҫыусы уҡыусыларға ҡарап һоҡланып та, улар өсөн шатланып та ҡуяһың. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа йыл һайын район күләмендә уҡыу алдынғыларының слеты ойошторола торғайны. Шунда ҡатнашыу ҙа тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға әллә күпме дәрт өҫтәй ине. Ә бында тотош республика күләмендә шулай баһаланһындар әле. Әлбиттә, уҡыусы артабан тағы ла яҡшыраҡ булыу өсөн тырышасаҡ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Владимир КАРАБАНОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!