26.04.2011 Баланың киләсәге өсөн уҡытыусы ниндәй кимәлдә яуаплы?
«Мин һеҙгә «өслө», «дүртле» билдәләре кимәлендә белем бирҙем, берҙәм дәүләт имтиханында «бишле» алырға теләһәгеҙ, репетитор яллағыҙ» – 11-се класс уҡыусыларына уҡытыусы йыш ҡына ҡабатлай был һүҙҙәрҙе. «Ата-әсәләр йыйылышында ла, мәктәп дөйөм белем генә бирә, ә юғары уҡыу йортона әҙерләү уның бурысы түгел, тигәнерәк мәғәнәле һүҙҙәр яңғыраны», – тип һөйләй бер танышым. Бәй, йәмғиәтебеҙгә белемле, фекерләүгә һәм анализлауға һәләтле граждандар әҙерләү бурысы тап мәғариф системаһына йөкмәтелгән ине түгелме ни? Тимәк, уҡытыусының бурысы бөгөн дәрес үткәреүгә һәм баланың дөйөм өлгәшен тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡала. Ә һөҙөмтәлелек, белем сифаты, изге уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, балаларға булған һөйөү, һәр уҡыусының мөмкинлектәренән сығып белем биреү, уның һәләтен үҫтереү... Был уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөүселәр иңенә йәмғиәтебеҙ йөкмәткән бурыстарҙың бер өлөшө генә. Беҙ был һөнәр кешеләрен тап ошо сифаттары өсөн хөрмәт итәбеҙ. Әйләнгән һайын уларҙың эшенең ни тиклем яуаплы булыуына баҫым яһап, матди бүләкләүҙәр ҡарала, быйыл хатта хөкүмәтебеҙ 13-сө эш хаҡын түләне. Ә уҡытыусы балаларыбыҙҙы оло тормош юлына аяҡ баҫырлыҡ белем биргәндә ниндәйҙер үлсәүҙәр килтерә, үҙ бурысын самалап ҡына атҡара, бушҡа артыҡ белем биреп ташламайым, тип фекер йөрөтә түгелме?
Уйлап ҡараһаң, уҡытыусы һөнәренә иң ҙур баһа ул белем биргән баланың юғары өлгәше, мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона инеүе, оло шәхес булып китеүе... Мәктәптең дә эшен анализлағанда вузға инеүселәр һаны – иң төп күрһәткестәрҙең береһе. Матбуғат биттәрендә уҡытыусылар тураһында яҙылған һәр мәҡәләлә остаз үҙенең уҡыусылары менән маҡтана, ҡасандыр ул белем биргән баланың хәҙер ҙур етәксе булып китеүе менән ғорурлана. Ысынлап та, һәр кешенең шәхес булып формалашыуында мәктәптең һәм уҡытыусының роле ғәйәт ҙур.
Табиптар эшендә Гиппократ антына тоғро ҡалыу тигән төшөнсә ҡулланыла. Ул табиптың кемдеңдер ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда, үҙ-үҙен аямай, бер ниндәй матди бүләкләү көтмәй, таныш булмаған әҙәм балаһына ярҙам ҡулы һуҙырға, үлемдән ҡотҡарырға тейешлеге тураһында. Ошо бурысын үтәмәгән һәм шул арҡала кемдеңдер ғүмере өҙөлгән осраҡтар тураһында бөтә илгә яу һалып, бар матбуғат сараларында яҙып, был табиптың кешелекһеҙлегенә, аҡса ҡоло булыуына аптырап, ауырыуҙың үлемендә ғәйепләп, уға дауалау менән шөғөлләнергә ярамай, тигән мөһөр тағып, хатта хөкөмгә тарттырып ҡуйыу күренештәренә барыбыҙ ҙа шаһит. Уҡытыусы һөнәренең дә йәмғиәтебеҙ өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген иҫәпкә алһаҡ, уға ҡарата ла «Гиппократ анты» тигән төшөнсәгә оҡшаш бурыс йөкмәтелеүе фарыздыр? Хәйер, ундай исем булмаһа ла, балаларға белем һәм тәрбиә биргән һөнәр эйәләренең юғары әхлаҡи һәм кешелек сифаттарына эйә булырға, бар белемен балаларға бирергә, уларға мәктәп ишегенән сығып киткәнсе терәк һәм таяныс булырға тейешлеге тураһында яҙылмаған закон бар.
Мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороп, йән башына түләү һәм берҙәм дәүләт имтихандарын индергәс, уҡытыусыларға мәшәҡәт өҫтәлде. Уларҙың ризаһыҙлығын аңларға була. Белем биреү программаһынан тыш, хәҙер инде педагог баланы айырым тест формаһындағы имтихандарға әҙерләргә тейеш. Ә уның һөҙөмтәһе икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, сөнки тап шул күрһәткес юғары уҡыу йортона инеү өсөн гарант булып тора. Лайыҡлы киләсәккә ишек асып инер өсөн төп күрһәткес булған белем кимәле имтиханда мәктәптә өйрәнгән формала түгел, ә бөтөнләй икенсе юл менән тикшерелә. Әлбиттә, был осраҡта белемеңде тейешенсә күрһәтер өсөн өҫтәмә рәүештә әҙерләнергә кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ә кем әҙерләргә тейеш? Бәлки, ысынлап та, был бурыс бер нисә йыл буйы билдәле бер фән буйынса мәктәптә дәрес алып барған уҡытыусының эше түгелдер?! Икенсе яҡтан ҡараһаң, баланың был фән буйынса мөмкинлектәрен шул уҡытыусынан да яҡшыраҡ белеүсе бармы? Бәлки, сығарылыш синыф уҡыусыһын берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләгән уҡытыусыға хөкүмәт кимәлендә өҫтәмә түләү системаһын булдырырғалыр? Ә бөгөн ул ата-әсә елкәһенә төшә.
Хөрмәтле коллегалар, тип өндәшәм, сөнки уҡытыусы иңдәренә төшкән яуаплылыҡты үҙем дә татып ҡараным, зинһар өсөн, был мәҡәләне һеҙҙең һөнәрҙе яманларға тырышыу һәм исемегеҙгә кер ташлау тип ҡабул итмәгеҙ. Иманым камил, республикабыҙҙа үҙ эшенә тоғро һәм балалар өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт иткән уҡытыусылар бик күп. Улар оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Мәҡәлә башында әйтелгәнде ишетеп, шул турала фекер йөрөтөү һәм һеҙҙең менән әңгәмәләшеп алыу теләге менән генә яҙылды был фекерҙәр. Бәлки, мәғариф системаһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ошондай хәлгә килеп төртөлгәнбеҙҙер, әллә ҡәтғи баҙар шарттары баҫамы икән һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ намыҫына? Аңларға тырышам...
Рима ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.