RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БДИ хәл иткес роль уйнай

19.04.2011 БДИ хәл иткес роль уйнай

Уҡыу йылы тамамланыуға бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Кемдәрҙер тиҙерәк каникулға сығыу өсөн уны ҡыуанып көтһә, сығарылыш синыф уҡыусыларының борсолоуҙары арта ғына бара. Ни өсөн тигәндә, уларҙы алда яуаплы һынау – берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Ғөмүмән, берҙәм дәүләт имтиханы мәктәпте уңышлы тамамлауҙа ғына түгел, киләсәгеңде билдәләүҙә лә хәл иткес роль уйнай. Имтихандан юғары балл алдың икән, тимәк, вузға уҡырға инеү мәсьәләһе лә еңел хәл ителәсәк, балдарың түбән булһа, конкурс­тан үтмәүең дә ихтимал. Шуға күрә мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе бөгөн имтиханға бәйле төрлө һорауҙар ҡыҙыҡһындыралыр. Бәлки, түбәндәге һорауҙарҙа улар үҙҙәренә кәрәкле яуапты таба алыр.

Уҡыусы ауырыу сәбәпле берҙәм дәүләт имтиханына бара алмаһа, ул нимә эшләргә тейеш?

Ауырыу сәбәпле берҙәм дәүләт имтиханына бара алмаған сығарылыш синыф уҡыусыһы БДИ тапшырырыу өсөн теркәлгән мәктәпкә медицина белешмәһе (справка) алып килергә тейеш. Мәктәп иһә сығарылыш синыф уҡыусыһына БДИ тапшырыу өсөн икенсе көн билдәләр өсөн дәүләт имтихан комиссияһына хәбәр итергә бурыслы.

БДИ-нан кемдәр азат ителә?

Сәләмәтлеге буйынса сикләүҙәр булған балаларға мәктәптә БДИ урынына элекке кеүек үк дәүләт сығарылыш имтихандары тапшырырға рөхсәт ителә. Бының буйынса айырым исемлек бар, унда шулай уҡ I һәм II төркөм инвалидтары инә.

Уҡыусылар вуз этабында БДИ тапшыра аламы?

Сығарылыш синыф уҡыусылары тик мәктәптә генә БДИ тапшырасаҡ, ә вуз этабында былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар ғына ҡатнаша. Шулай уҡ былтыр мәктәпте тамамлаусылар мәктәптә лә берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра ала, тик бының өсөн улар алдан ғариза бирергә тейеш. Юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн иһә БДИ-ның былтырғы һөҙөмтәһен йәиһә быйылғыһын күрһәтеү улар ҡарамағында.

Әгәр ҙә имтихан бирергә теләүсе 1 мартҡа тиклем ғариза биреп өлгөрмәһә, һуңыраҡ быны эшләргә мөмкинме?

Ниндәйҙер сәбәп буйынса (ауырыу сәбәпле, ғаилә шарттарына бәйле йәиһә техникумда сығарылыш имтихандары һ.б) берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабында ҡатнаша алмаған һәр кем БДИ тапшырыу өсөн 5 июлгә тиклем урындағы мәғариф идаралығына ғариза тапшыра ала.

Июлдә кемдәр БДИ тапшыра?

− май – июнь айҙарында берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнаша алмаусы башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар;
− сит ил белем биреү учреждениеларында урта дөйөм белем алған граждандар;
− үткән йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар.
Имтиханда нимә менән файҙаланырға мөмкин?

Мотлаҡ рәүештә ҡара төҫтәге гель ручка кәрәк буласаҡ. Бер ниндәй ябай ҡәләм дә ҡулланылырға тейеш түгел, хатта һыҙмалар ҙа ручка менән генә башҡарыла. Бынан тыш, математика менән физиканан берҙәм дәүләт имтиханында үтә күренмәле линейка, бер ниндәй программа ҡуйылмаған, иң ябай арифметик ғәмәлдәрҙе генә башҡара торған калькулятор, химиянан да шундай уҡ калькулятор һәм Менделеев таблицаһы, географиянан линейка һәм транспортир менән файҙаланырға мөмкин.
Быйыл уҡырға инә алмағандар икенсе йыл тағы БДИ тапшырамы?

Берҙәм дәүләт имтиханын йыл һайын тапшырырға мөмкин. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк, берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре тураһындағы таныҡлыҡ киләһе йылдың 31 декабренә тиклем үҙ көсөнә эйә. Шуға күрә быйыл уҡырға инә алмаған уҡыусы киләһе йыл шул уҡ һөҙөмтәләрҙе ҡабул итеү комиссияһына тапшыра ала.
Әгәр ҙә берҙәм дәүләт имтиханына инеү өсөн рөхсәт ҡағыҙында уҡыусының исем-шәрифендә, паспорт мәғлүмәттәрендә хата китһә, нимә эшләргә?

Әгәр ҙә хаталар имтиханға тиклем асыҡланһа, рөхсәт ҡағыҙын тулты­рыу­сы белем биреү учреждениеһына мөрәжәғәт итеп, хаталарҙы төҙәттерергә кәрәк. Әгәр ҙә ул имтихан ваҡытында асыҡланһа, теркәү бланкыларын дөрөҫ итеп тултырып, ойоштороусыларҙан мәғлүмәттәр базаһына үҙгәрештәр индереүен һорарға кәрәк.
Әгәр ҙә БДИ һөҙөмтәләре менән протоколда хата китһә, БДИ һөҙөмтәләре тураһындағы таныҡлыҡ әҙер булғанға тиклем мәктәп вәкилдәре аша үҙгәрештәр индереү кәрәклеге тураһында хәбәр итеү зарур.

Әгәр ҙә уҡыусы һайлаған фәндән «икеле» билдәһе алһа, имтиханды яңынан тапшырырға мөмкинме?

Киләһе йылына ғына яңынан тапшырырға мөмкин. Быйыл иһә мотлаҡ тапшырыла торған имтихандарҙың берәүһен генә, йәғни рус теле йәиһә математиканы ғына яңынан тапшырырға рөхсәт ителә. Сөнки был фәндәрҙән ыңғай баһа аттестат алыуға йоғонто яһай.

Әгәр ҙә мотлаҡ фәндәрҙән БДИ буйынса һөҙөмтәләр уҡыусыны ҡәнәғәтләндермәһә, ул уның берәүһен ҡайтанан тапшыра аламы?

Әгәр ҙә уҡыусы мотлаҡ фәндәрҙең берәүһенән генә билдәләнгән минималь балды йыя алмаһа, уға был имтиханды ҡайтанан тапшырырға рөхсәт ителә. Ә инде минималь балды йыйып та, һөҙөмтәләр менән килешмәгән осраҡта апелляцияға бирергә мөмкин. Әммә бының өсөн етди нигеҙ, дәлил булыр­ға тейеш. Апелляция ул ҡайтанан имтихан тапшырыу түгел, ә һөҙөмтәләрҙе генә ҡабаттан тикшереп сығыу тигән һүҙ.

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү башланып та, БДИ һөҙөмтәләре тураһында таныҡлыҡ тапшырылмаһа, нимә эшләргә?

Абитуриент ҡабул итеү комиссияһына документтарын тапшырған ваҡытта ғаризаһында БДИ һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәтте күрһәтә, әгәр ҙә улар юҡ икән, имтихан тапшырыу ваҡыты һәм урыны тураһындағы мәғлүмәтте бирә. БДИ һөҙөмтәләре тураһындағы таныҡлыҡ мотлаҡ түгел, сөнки уларҙы интернет аша ла тикшерергә мөмкин.

Имтиханға әҙерләнгәндә ниндәй әсбаптарҙы файҙаланырға?

Имтихандарға әҙерләнеү өсөн РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән федераль исемлектәге фәндәр буйынса уҡыу әсбаптарын файҙаланыу кәрәк. Ғөмүмән, хәҙер берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн мөмкинлектәр күп. Әллә күпме махсус уҡыу әсбабы бар. Бынан тыш, БДИ-ға ҡағылышлы бөтә һорауҙарға яуапты интернет аша ла табырға мөмкин. Мәҫәлән, БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталында (www.ege.ru) нисек итеп бланкылар­ҙы тултырыу, һәр өлөштөң эш төрҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт алыр­ға була. Ошонда уҡ контроль-үлсәү материалдарының демонстрацион варианттары бирелә. ФИПИ (Федеральный институт педагоги­чес­ких измерений) сайтында ла (www.fipi.ru) 2011 йылдың контроль-үлсәү материалдары менән таны­шыр­ға була. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының төбәк мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәгенең сайтында ла (http:rcoirb.narod.ru) 2011 йылда берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү һәм үткәреү буйынса барлыҡ мәғлүмәт бирелгән.

БДИ һорауҙарына яуаптарҙы кемдәр тикшерә?

А һәм В варианттарына яуаптар компьютер ярҙамында тикшерелә. Ә С өлөшөнөң яуаптарын урындағы дәүләт имтихан комис­сия­һы тарафынан тәғәйенләнгән бойондороҡһоҙ эксперттар тикшерә. Ошонан һуң мәғлүмәт компьютерға индерелә һәм Федераль тестлау үҙәгенә ебәрелә. Унда иһә һәр уҡыусының дөйөм балдары автоматик рәүештә иҫәпләп сығарыла.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!