RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ төрлөбөҙ, әммә аңлашып йәшәү кәрәк

12.04.2011 Беҙ төрлөбөҙ, әммә аңлашып йәшәү кәрәк

Рухи ҡиммәттәр араһында кеше шәхесенә ихтирам һәм хөрмәт иң юғары баҫҡысты биләй. Цивилизациялы, үҫешкән дәүләттең социаль ҡоролошо үҙенсәлегендә араһында бөгөн толерантлыҡ төшөнсәһе үтә лә актуаль. Уны, төрлө ҡараш, айырмалыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, кешенең хоҡуҡтарын һәм иркен таныу, башҡаларҙы нисек бар, шулай ҡабул итә белеү тип тә әйтергә мөмкиндер.
«Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы» профсоюздарҙың мәғариф учреждениеһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал), Франция – Рәсәй тикшеренеүҙәре үҙәге, «Израилдәге Башҡортостан яҡташтары» йәмғиәте ойошторған «Күп милләтле һәм поликонфессиональ киңлектә толерантлыҡты формалаштырыу» тип атал­ған халыҡ-ара «түңәрәк өҫтәл» бөгөнгө донъяла толерантлыҡ һәм уның актуаллеге, йәштәрҙә толерантлыҡ тәрбиәләүҙә социаль-педагогик аспекттар мәсьәләләренә арналды.
Хәҙерге мәғлүмәт технологиялары Башҡортостан, Франция һәм Израиль белгестәренә берҙәм фекер алышыу мөмкинлеге бирҙе.
Почетлы ҡунаҡ, Франция – Рәсәй тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Ксавье Ле Торривеллек «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларға үҙенең күп йылдар дауамында күп милләтле Башҡортостан халыҡтарының тыныс, толерантлы йәшәү феноменын өйрәнеүен тәьҫирләнеп һөйләне. Беҙгә фәнни экспедицияларға килгән һайын ул башҡорт, татар, рус, сыуаш һ. б. милләттәрҙең үҙ-ара татыу, ихлас аралашып йәшәүенә хайран ҡалған. Төрлө милләттән булған кешеләрҙәге кешелек мөнәсәбәттәренең уникаллеген «Израилдәге Башҡортостан яҡташтары» йәмғиәте рәйесе Вайсман Азриэль дә билдәләне. Үҙенә бүләк ителгән Башҡортостан байрағын ул тарихи ҡомартҡы урынына һаҡлай икән. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы йәштәргә үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәтергә, тарихи тамырҙарын онотмаҫҡа өндәне.
«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусы ҡунаҡтар толерантлыҡтың төрлө аспекттарын тикшерҙе. Башҡортостан социаль технологиялар институты профессоры Марат Маликов, Әзербайжан мәҙәниәте үҙәге рәйесе Валерий Аббасов үҙҙәренең сығыштарында толерантлыҡ мәсьәләһен хоҡуҡи юҫыҡта яҡтыртһа, Өфөнөң йәмиғ мәсете имамы Вәсил хәҙрәт һәм БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Михаил Бугера, Башҡортостан йәһүдтәренең милли мәҙәни автономияһы рәйесе Семен Спивак шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә, ғаиләлә толерантлыҡ мәсьәләһен асты.
Республика иҡтисад лицей-интернатының тарих уҡытыусыһы Венера Гәрәева был мәсьәләне тәрбиә проблемаһы булараҡ билдәләне.
Үҙ-ара аралашыу мәҙәниәте мәктәптә генә түгел, дөйөм алғанда, йәмғиәттә лә киҫкен мәсьәлә.
Төрлө ҡарашлы кешеләр йәшәгәндә уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәккәндә лә, үҙебеҙҙе дөрөҫ тота белмәйбеҙ. «Хеҙмәттәшлек педагогикаһы һәм толерантлыҡ»тың хәҙерге мәктәптәрҙә айырыл­ғыһыҙ төшөнсәләр икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды мөғәллим. Уның менән килешеүен коллегаһы – ошо юлдарҙың авторы ла белдерҙе. Минеңсә, төрлө мәҙәниәтле күп милләттәр йәшәгән республикала бер-береңә хөрмәт менән ҡарау, аңлашып йәшәү – кеше шәхесенең ҙур өҫтөнлөгө.
«Түңәрәк өҫтәл»дә күп фә­һемле һәм кәрәкле фекерҙәр әйтелде.
Һүҙ ҙә юҡ, толерантлы кеше үҙ-үҙен хөрмәт итә, ғаиләһенә, үҙен уратып алған мөхиткә иғтибарлы. Бөгөнгө йәмғиәт һәр ҡайһыбыҙҙан мәҙәниәтлекте, күңел таҙалығын (экология души) талап итә. Мәҙә­ниәтле, әҙәпле кеше башҡа халыҡты ла хөрмәт итә, уларҙың традицияларына, ҡыҙыҡһыныуҙарына ихтирам менән ҡарай. Халыҡ-ара «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар күп милләтле Башҡортостан халҡының дуҫ, татыу йәшәүендә толерантлыҡ һыҙаттарын күрә, хатта сит илдән килеүселәрҙең быны донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе тип атауы ла бушҡа түгелдер. Ситтән килеүселәргә беҙҙең ҡунаҡсыллыҡ, ябайлыҡ, тәбиғилек оло мөғжизә булып тойола. Беҙҙең маҡсат – йәштәрҙә үҙ-ара татыулыҡта, берҙәмлектә аралашып йәшәү рәүешен тәрбиәләү. Дини сығанаҡтарҙа әйтелгәнсә, беҙ яныбыҙҙағыларҙы аңлай белгәндә, уның кем, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, күңелен аңлағанда ғына үҙ-ара, халыҡ-ара татыулыҡҡа юл табырбыҙ.
Балала биләүҙән үк татыу ғаилә усағында толерантлыҡ сифаттарын тәрбиәләү – һәр кемдең бурысы һәм изге эше.

Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!