RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сифатлы белем – уңышлы киләсәккә нигеҙ

02.04.2011 Сифатлы белем – уңышлы киләсәккә нигеҙ

Сифатлы белем – уңышлы киләсәккә нигеҙУҡыу йылы аҙағына яҡынлаша, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн айырыуса яуаплы осор етә. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булырыңды хәл итеп, уның буйынса белем аласаҡ уҡыу йортон да һайлар мәл. Бында дөрөҫ йүнәлеш һайлауың мөһим. Уҡыусылар интернеттан, уҡыу йорттарының сайттары аша, махсус баҫмалар, юғары һәм урта белем биреү учреждениеларында ойошторолған «Асыҡ ишектәр» көнөндә ҡатнашып, уҡыу йорттарындағы специальностар, уҡырға ҡабул итеү һәм уҡыу шарттары менән таныша. Һөнәр һайлау алдында торған уҡыусыларға дөрөҫ йүнәлеш һайлауҙа Өфө ҡалаһында үткәрелгән «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһенең дә роле ҙур. Хатта иң ҡулайы тип әйтергә мөмкин. Сөнки бында республиканың барлыҡ уҡыу йорттары тиерлек күҙ алдында. Һәр береһе менән яҡындан танышырға була. Шулай уҡ яңы йүнәлештәр, яңы специальностар, хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәрҙәр тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарының вәкилдәре менән аралашып, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Шуға күрә лә йыл һайын үҙенә бик күп халыҡты йыя ул.
Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре барышында уҙғарылған быйылғы күргәҙмәлә республиканан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 100-ҙән ашыу уҡыу йорто ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уның йылдан-йыл киң популярлыҡ яулай барыуын, уҡыусылар өсөн генә түгел, ата-әсәләр, уҡыу йорттары етәкселәре һәм эш биреүселәр өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
– Күргәҙмә профессиональ белем биреүҙе тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Ул аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы методикалар, технологиялар менән танышыу майҙаны булып тора, – тине ул.
БР мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың: «Яҡшы белем алған кеше генә тормошта үҙенә яҡшы карьера эшләй ала. Мәғариф менән фән генә беҙҙең уҡыусыларҙы юғары бейеклектәргә күтәрә ала», – тигән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Бөгөнгө заманда, белемең булмаһа, яҡшы эш табырмын тимә.
– Әле лицейҙа уҡып йөрөйбөҙ, киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға мәғлүмәт тупларға килдек. Күргәҙмә сағыу, мәғлүмәткә бай булыуы менән оҡшай. Яңы технологиялар ҙа урын алған, – ти Өфөләге 1-се полиграфия лицейы уҡыусылары Яна Данькова менән Гүзәл Шакирова.
Ысынлап та, мәғариф, һәм фәнгә арналған күргәҙмә күңелһеҙҙер ул, тип уйлағандар ҡаты яңылыша. Бындай ҙа бай һәм ҡыҙыҡлы күргәҙмәне бик һирәк осратырға мөмкин. Экспозицияларҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашырлыҡ: роботы ла, автомашинаһы ла, төрлө техникаһы һәм электроникаһы ла бар. Кулинарҙар, тегенселәр һәм дизайнерҙар әҙерләүсе уҡыу йорттарының күргәҙмәһе лә иғтибарҙы йәлеп итә. Урман хужалығы техникумының күргәҙмәһе янынан да тыныс ҡына үтеп китерлек түгел, зауыҡлы биҙәлеше, йәшеллеге менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. ҡыҫҡаһы, һәр уҡыу йорто күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға үҙҙәре хаҡында бай мәғлүмәт тәҡдим итә.
– Күргәҙмәлә йыл да ҡатнашабыҙ. Уҡыу йорто өсөн бик файҙалы ул, үҙебеҙҙе күрһәтәбеҙ, башҡаларҙың эш тәжрибәһен өйрәнәбеҙ. Быйылғы сара беҙҙең өсөн айырыуса мөһим, сөнки әле урта махсус белем биреү йорттары үҙгәреш осоро кисерә. Рәсәй күләмендә үҙгәрештәр бара. Беҙ үҙебеҙҙең системала ҡалырға тырышабыҙ, шуға күрә урман хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүсе уҡыу йортоноң бөгөн дә үҙ-үҙен аҡлауын күрһәтергә, иҫбатларға тырышабыҙ. Нисә быуат буйы урман хужалығы булған, булды һәм буласаҡ. Тимәк, беҙ әҙерләп сығарған белгестәр эшһеҙ ҡалмай, уларға һәр саҡ эш урындары бар. Беҙҙең уҡыу йортона уҡырға инергә теләүселәр күп, йыл һайын бер урынға ике-өс кеше дәғүә итә. Бында «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһенең дә өлөшө бар. Әйткәндәй, 9 апрелдә техникумда «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрәбеҙ. Киләсәген урман хужалығы менән бәйләргә теләүселәр шунда уҡыу йорто менән яҡындан таныша ала, – тип күргәҙмә хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Өфө урман хужалығы техникумының директоры Дамир Асҡаров.
– Иң яҡшыһы – Өфө дәүләт авиация техник университеты. Беҙҙә уҡыуы еңел түгел, әммә кемдәр уҡып сыға, уларға яҡшы эш һәм лайыҡлы эш хаҡы гарантияланған, – ти үҙе уҡыған уҡыу йорто хаҡында «Информатика һәм робот техникаһы» факультетының 4-се курс студенты Рөстәм Әхмәтов.
Йәштәргә эш табырға ярҙам итеү йәһәтенән дә күргәҙмә ҙур эш баш­ҡара. Эш урындары вакансиялары йәр­минкәһе менән «Йәштәргә – эш!» акцияһы бик күптәргә республика пред­приятиелары һәм ойошмаларында эш табырға ярҙам итә. Ғө­мүмән, күргәҙмәнең программаһы бай һәм йөкмәткеле ине. Төрлө темаларға «түңәрәк өҫтәл»дәр, конференциялар, семинарҙар, лекциялар, оҫ­талыҡ дәрестәре, дискуссиялар ойош­торолдо, уҡыу йорттары ара­һындағы конкурстарға йомғаҡ яһалды.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары
.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!