04.09.2010 Яңы уҡыу йылын – яңы йортта һәм яңы мәктәптә
Өфө районының Шамонин ауылы балалары заманса белем усағында уҡыясаҡ
Быйылғы йыл Өфөлә йәшәүсе бик күп торлаҡһыҙ ғаиләләр өсөн иң уңышлы йылдарҙың береһе булды. Улар Өфө районының Шамонин ауылынан йорттар алып ҡыуанды. Йәй эсендә күптәр үҙ йорттарына күсенде. Һыу, газ үткәреп, өйҙәрен төҙөкләндерҙе. Йорттар менән бер ҡатарҙан мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөлә башлауы ла ауылдың киләсәгенә өмөт уятты.
Шулай ҙа яңы уҡыу йылына мәктәптең әҙер булырына ышанып бөтмәүселәр ҙә булды. Шундай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өс ҡатлы ҙур мәктәпте төҙөп өлгөртә алырҙармы икән, тип икеләнде улар. Әммә төҙөүселәр үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәне, һәм 1 сентябрҙе Шамонин ауылының киләсәге яңы мәктәптә ҡаршы алды. Йәнә ауыл халҡының өмөтө аҡланды, киләһе көнгә ышанысы артты.
Мәктәпте асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Аппаратының мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлеге етәксеһе Фәнзил Сыңғыҙов, мәғариф һәм фән бүлеге етәксеһе Альберт ҡорманов, Өфө районы хакимиәте башлығы Владимир Незнанов, аҙ ҡатлы йорттар төҙөү идаралығы етәксеһе Виталий ҡадиров, БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов ҡатнашты.
Бр Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге етәксеһе Альберт ҡорманов, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яңы мәктәп асылыуы менән ҡотлап, республика Хөкүмәтенең Шамонин ауылын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне.
– Бөтә уңайлыҡтары булған заманса мәктәп быға асыҡ дәлил булып тора, – тине ул, бындай мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға кәрәклегенә баҫым яһап.
Аҙ ҡатлы йорттар төҙөү идаралығы етәксеһе Виталий ҡадиров та, уҡыусыларға изге теләктәрен еткереп, мәктәп директоры Рәшиҙә Мостафинаға символик асҡыс тапшырҙы.
Мәктәптә 100-ҙән ашыу бала уҡыясаҡ. Шуларҙың 16-һы – 1-се синыф уҡыусылары. Әммә әлегә был тәүге һандар ғына, яҡын киләсәктә уҡыусылар бында тағы ла артыр, тигән ышаныс ҙур. Сөнки Шамонинға йәшәргә күсеүселәр һаны көндән-көн арта бара.
С. НИЯЗОВА.
В. ҒӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.