08.03.2011 Студенттар уҡыясаҡ!
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында дүртенсе курста уҡыусы Флорид Багаев менән Илгиз Таҡаловтың университеттан ҡыуылыуы йәмғиәттә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек уятты. Был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һандарында мәғлүмәт биргәйнек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мөрәжәғәтендә студент егеттәр – Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловтың нигеҙһеҙ рәүештә уҡыуҙан ҡыуылына ризаһыҙлыҡ белдерелде.
Башҡортостандың төп юғары уҡыу йортонда барған бындай ғәҙелһеҙлеккә республика етәкселеге лә битараф ҡалманы. 4 мартта Флорид Багаевҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов телефондан шылтыратҡан. Республика башлығы уҡыуҙан ҡыуылған студенттың хәлен һорашҡан һәм был хәлдең нисек килеп сығыуы менән ҡыҙыҡһынған. Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары биргән мәғлүмәт буйынса, Флоридҡа Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер чиновниктар һәм башҡа вазифалы кешеләрҙең законға ҡаршы ҡарарҙар ҡабул итеүе тураһында хәбәрҙар булыуын хәбәр иткән. Был проблема хәл ителәсәк. Һуңынан Башҡортостан Республикаһы Президенты, Башҡорт дәүләт университетының ректорына шылтыратып, активистарҙы ҡабат уҡырға алыуын һораған. Рөстәм Хәмитов, Флорид Багаев менән Илгиз Таҡаловҡа ышаныс белдереп, студенттар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында белдергән. Студенттарҙы университеттан ҡыуыуҙың сәбәптәренең береһе итеп уларҙың санкцияланмаған митингыла ҡатнашыуҙары ла аталғайны.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы Рөстәм Хәбибуллин хәбәр итеүенсә, Флорид менән Илгиз университетҡа ҡайтанан алынған. Әлбиттә, уларҙың тапшырылмай ҡалған «ҡойроҡ»тары ла юҡ түгел. Әле студенттар бар көстәрен уҡыуға һалырға вәғәҙә бирҙе.
Л. СОЛТАНОВА.