RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хыялдар тормошҡа ашҡанда

28.08.2010 Хыялдар тормошҡа ашҡанда

Аҡ халатлы, аҡ ҡалпаҡлы табиптарға ҡарап, күп ҡыҙҙар тап ошо һөнәрҙе һайларға ҡарар итәлер ҙә. Вәсилә Байбулатова ла бәләкәйҙән табиптарҙың эше­нә ҡыҙыға. Өфө районы Авдон ҡасабаһы мәктәбен бер генә «дүртле» менән тамамлаған ҡыҙҙың мөмкинлектәре күп була. Әммә ул уҡырға инеү өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлай. «Үҙем теләгән уҡыу йортона, үҙем һайлаған факультет­ҡа уҡырға инеүем менән бәхетлемен. Ни өсөн тап ошо уҡыу йортона туҡталдым? Беренсенән, бәләкәй балаларҙы яратам, икенсенән, кешеләргә изгелек эшләгем, файҙа килтергем килә, өсөнсөнән, педиатрия тап ҡыҙҙар һөнәре тип уйлайым. Хыялым тормошҡа ашты, ҡалғаны хәҙер үҙемдән тора».
Башҡа вуздарҙа юғары белем алып сығыр өсөн биш, хатта дүрт йыл ғына уҡырға кәрәк булһа, медицина университетында алты йылдан һуң ғына квалификациялы белгес булып өлгөрәһең. Өҫтәүенә, дауаханаларға йөрөп, ниндәй генә ауырыуҙарҙы күрмәйһең. Шуға күрә медицина университетында уҡыуҙы күптәр күтәрә алмай. Әммә Вәсиләне былар ҡурҡытмай. Алдан уйлап, төплө ҡарар ҡабул иткәнгә күрә ниәтен аҙағынаса алып барып еткерергә әҙер.
«Уҡырға инә алырмынмы?», «Конкурс ҙур булырмы?», «Уҡырға инә алмаһам, нимә эшләрмен?» – сығарылыш синыф уҡыусыларының һәр береһе ошондай борсолоуҙар аша үтә. Вәсилә лә рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан 66 балл йыйғас, ҡурҡыуға ҡала, хатта апелляцияға бирергә лә уйлап ҡуялар. Әммә борсолоуы юҡҡа ғына булған, уҡырға ҡабул итеү кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре билдәле булғас та, үҙенең студент булыуын асыҡлай. Биология, химия фәндәренән берҙәм дәүләт имтиханында юғары балдар йыйыуы һәм райондан маҡсатлы йүнәлтмә бирелеүе уға хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан, олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа уңыштарға өлгәшкән ҡыҙ юғары уҡыу йортонда ла һынатмаҫ. Әйткәндәй, «Һылыуҡай» конкурсында ла үҙен һынап ҡараған ул. Университетта уҡығанда ла «Һылыуҡай» студияһында шөғөлләнергә уйы бар. «Әммә иң беренсе сиратта яҡшы табип булыр өсөн тырышып уҡыясаҡмын», – ти ул.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!