03.10.2019 Ата-әсәләрҙең төп хаталары
“Һайлауҙа тулы ирек”
Хәҙер күп ата-әсә, бала үҙаллы булһын өсөн, һайлауҙа тулы ирек биреү дөрөҫ, тип һанай. Ә ысынында, балаға ҡарар ҡабул итеү – оло көсөргәнеш. Уларҙың күбеһе быға әҙер түгел.
Маҡтау
Баланы һәр саҡ маҡтап тороу – оло хата. Бындай мөхиттә үҫкән балалар, дәртләндереү булмаһа, бер ни ҙә эшләргә теләмәй. Һәр саҡ маҡтап тороу бәйлелек тыуҙыра.
Артыҡ иркәләү
“Баламдың киләсәге ниндәй булыр, билдәһеҙ. Туйғансы иркәләнеп ҡалһын”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Артыҡ иркәләнеп үҫкән балала, бәхетле булыу өсөн ни бары һине яратыуҙары етә, тигән ҡараш барлыҡҡа килә.
Артыҡ йөкләмә
Күптәр, бала ни тиклем күберәк түңәрәк-секцияларға йөрөй, шул тиклем яҡшыраҡ, тип уйлай. Йәнәһе, насар компанияларға, ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаясаҡ. Һөҙөмтәлә, бала “янып бөтөү” синдромына юлыға, йәки тиҙ ярһыулыҡ өйәнәктәренә дусар була.
Дини тәрбиә
Ҡайһы бер ата-әсәләр тәрбиә эшендә ҡәтғи дини ҡағиҙәләрҙе генә файҙалана. Әгәр ҙә бала берәй тапҡыр ата-әсәнең йәки дин әһелдәренең дини ҡағиҙәне һанламауын күрһә, был тәрбиә системаһы бер миҙгелдә үк юҡҡа сығасаҡ.
“Уңайһыҙ” темалар
Беҙҙең ата-әсәләр балалары менән енси мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләшергә ояла. Әлеге темаға аралашыу булмаһа, бала был хаҡта ҡыҙыҡһынмаясаҡ, тип уйламағыҙ. Үҫмерлек осорона ингәс ипләп кенә аңлата башлау зарур.
Саманан тыш тәнҡит
“Ата-әсәһе ҡырыҫ булған балалар, тәнҡиттән ҡурҡып, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла. Ошо сәбәпле улар оло уңыштарға өлгәшә”, тигән фекер дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә кескәй генә уңышһыҙлыҡҡа осраһа, бала үҙ-үҙен күрә алмай башлаясаҡ. Хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барып етә.
Оялыу, битарафлыҡ, янау
Балаға бер ҡасан да: “Был ҡылығың өсөн миңә ныҡ оят булды. Бүтән һин миңә кәрәкмәйһең”, – тип әйтергә ярамай. Шаяртып ҡына йәки уйламайынса әйткән һүҙҙәр арҡаһында һеҙҙең аралағы яҡынлыҡтың юҡҡа сығыуы бар.
Иртә өлкәнәйеү
Бәләкәйҙән үк бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен ҡарарға мәжбүр булған, күберәген үҙ-үҙен хәстәрләргә дусар ителгән кеше киләсәктә үҙе атай йәки әсәй булырға теләмәй, имеш.
Киске ғәҙәттәр
“Көнөң нисек үтте? Нимә оҡшаны йәки оҡшаманы?” кеүек һорауҙар бала өсөн мөһим. Шулай уҡ бәләкәйҙәргә китап уҡыу бик файҙалы. Атай-әсәй китап уҡығанда, бала үҙен тыныс тота, хыялын эшкә егә, креатив һәм логик фекерләргә өйрәнә.
Шулай уҡ бала тәрбиәләүҙә гаджеттарҙы саманан тыш ҡулланыу, гелән баланың күңелен асыу, артыҡ ныҡ хәстәрләү, ашауҙы контролдә тотмау, ҡул күтәреү кеүек күренештәр кире тәьҫир итә.
(Психолог Марк Лири китабынан).