26.09.2019 Бер бала ла юғалмаһын!
Илдең билдәле “Лиза Алерт” эҙләү отряды сираттағы социаль һынауын уҙғарҙы. Унда теләк буйынса ата-әсәләр һәм уларҙың балалары ҡатнашты. Сит кешеләр уйын майҙансығынан 3 – 12 йәшлек балаларҙы үҙҙәре артынан эйәртеп, ситкә алып китергә тейеш ине. Экспериментта ҡатнашыусы 17 баланың 15-е сит кешеләргә әүрәй һәм улар менән китергә ризалаша. Уйланырлыҡ һандар...
Уйын майҙансығынан баланы нисек алып китәләр?
Бала урлаусылар, ғәҙәттә, “Әйҙә, һиңә матур ғына бесәй балаһы бирәм”, “Тәмле генә туңдырма менән һыйлайым”, “Велосипедта алып йөрөйөм” тигәнерәк тәҡдимдәр менән яғымлы итеп һүҙ ҡуша икән. Йәки “Һине әсәйең саҡыра, миңә илтеп ҡуйырға ҡушты”, “Бер көсөктө ашатып киләйек” тиһәләр, бала шунда уҡ ышана.
Бала ҡараҡтары һәр саҡ уҫал булмай!
Бала ҡараҡтарын йәмһеҙ, агрессив ир-ат итеп күҙ алдына килтермәгеҙ. Бөгөн улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, ти белгестәр. Сөнки бәләкәстәр интуитив рәүештә гүзәл затҡа нығыраҡ ышана. Балағыҙҙы таныш булмаған апайҙар менән дә һөйләшмәҫкә өйрәтегеҙ.
“Ярҙам һорауҙың бер ояты ла юҡ!”
Әйткәндәй, “Лиза Алерт” экспериментында ҡатнашҡан балаларҙың ҡайһы берәүҙәре, ят кешеләргә эйәреп китеп барғанда уҡ, “уның бер ниндәй ҙә ҡуян күрһәтмәйәсәген” аңлаған. Тик улар ярҙам һорарға, кеше араһында ҡысҡырырға оялған. Ә 7 – 12 йәшлектәр урамда ҡысҡырып, ҡасып китеп үҙенә иғтибар йүнәлтмәгән, сөнки улар сәйер булып күренеүҙән тартынған, имеш.
Шулай уҡ, “өлкәндәр ҡушҡанды үтәргә кәрәк”, “ҙурҙар һәр саҡ дөрөҫөн әйтә, алдашмай” тигән сәбәптәр арҡаһында, балалар эксперимент мәлендә үҙ-үҙен ҡотҡарыу өсөн бер ни ҙә эшләмәгән.
Эҙләү отряды белгестәре тағы бер проблеманы күтәрә: баланы майҙансыҡтан алып китеүҙәрен күргән шаһиттар араһында берәү ҙә бер ниндәй ҙә сара күрмәгән. Тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарлыраҡ булыуы, бәлки, берәүҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыр!
Ят кешеләрҙең бер тәҡдименә лә ризалашмаҫҡа!
Таныш булмаған кешеләр нимә тәҡдим итһә лә, баш тартырға кәрәк, хатта бәләкәй генә кәнфит тотторам тиһәләр ҙә! Был балағыҙ өсөн төп ҡағиҙә булһын, ғөмүмән, шикле әҙәмдәрҙән алыҫҡараҡ китегеҙ һәм кеше күп булған ергә барып тороғоҙ, тип аңлатығыҙ. Шулай уҡ таныш булмаған үҫмерҙәр компанияһы янына бармағыҙ һәм ташландыҡ ерҙәрҙә, хужаһыҙ йорттар эргәһендә уйнамағыҙ. Таныш булмаған кешеләргә бер ваҡытта ла ишек асмағыҙ һәм ят машинаға бер ҡасан да ултырмағыҙ, тигән алтын ҡағиҙәләрҙе лә өйрәтегеҙ!
Башланғыс синыф уҡыусыларына ғына түгел, урта һәм өлкән синыф уҡыусыларына ла аңлатығыҙ, сөнки үҫмерҙәрҙе лә урлайҙар.
Хөрмәтле өлкәндәр!
Балаларға хәүеф янаған осраҡтарҙа битараф булмайыҡ. Ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдең шаһиты булып был турала саң ҡағыу — һәр кемдең намыҫ эше.