28.08.2010 «Һорауҙарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ»
Мәғариф министрының блогында нимә хаҡында яҙалар?
Мәғарифҡа ҡағылышлы темалар халыҡта һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, төрлө фекерҙәр, һорауҙар тыуҙыра, бәхәстәргә юл аса. Хәҙер иһә уҡыу-уҡытыуға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн тағы бер майҙан барлыҡҡа килде. Ул – мәғариф министрының интернеттағы блогы. Зиннәт Аллаяров үҙенең блогын 11 августа асҡайны. Шул ваҡыттан алып бында 200-ҙән ашыу комментарий индерелгән. Блогҡа инеүселәр төрлө йүнәлештәр буйынса үҙҙәренең фекерҙәрен белдерә, тәҡдимдәр индерә, республиканың белем биреү системаһын хуплай, тәнҡитләй. Бигерәк тә туған телдәрҙе уҡытыу, балалар баҡсаларында урындарҙың етмәүе, мәктәптәрҙе оптималләштереү, уҡыу планына ҡағылышлы һорауҙар ҙур урын алып тора. «Тиҙҙән мәктәпкә!» рубрикаһы аҫтында бирелгән һуңғы бер нисә комментарийға ғына күҙ һалайыҡ.
«Һаумыһығыҙ, Зиннәт Абдулла улы! Быйыл мин дипллом алдым. Әммә мәктәптәрҙә эш урыны юҡ, булһа ла, тәжрибәле уҡытыусыларҙы ғына алалар. Ә ҡайҙа тәжрибә тупларға?»
«Ни өсөн мәктәптәрҙә оҙайтылған көн төркөмө юҡ? Быйыл беҙҙең балабыҙ 1-се синыфҡа уҡырға бара. Мәктәптә дәрестәр иртәнге сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем дауам итә. Ә беҙ икебеҙ ҙә киске 6-ға тиклем эшләйбеҙ, өйҙә өләсәй-олатай юҡ. Мәктәптән баланы кем ҡаршы алыр ҙа, уны ҡайҙа ҡалдырырға тейешбеҙ?»
«Мәғариф министрлығының сайтында вакансиялар тураһында уҡып ултырғанда, йәш белгестәргә ярҙамға 500 мең һум бирелә, тигән мәғлүмәт иғтибарымды йәлеп итте. Мин 5 йыл эшләйем. 2006 йылда икенсе районға уҡытыусы булып эшкә барҙым. Ул ваҡытта ла 2010 йылға тиклем йәш белгестәргә ярҙам программаһы эшләй ине. Документтарымды йыйып тапшырҙым, әммә аҡса бирмәнеләр. 16 мең һум тирәһе булырға тейеш ине. Программа булғас, аҡса бүленгәндер бит инде, ул ҡайҙа китте икән?»
Блогтағы комментарийҙарҙың береһе лә мәғариф министрының иғтибарынан ситтә ҡалмай.
13 августа ҡалдырған яҙмаһында ул: «Һеҙҙең комментарийҙарығыҙҙың барыһын да уҡып барам. Күптәрен бик ҡыҙыҡлы һәм урынлы тип табам. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, айырыуса конструктив тәҡдимдәр өсөн. Президент үҙ блогын булдырған өсөн генә блогығыҙҙы астығыҙмы, тип һорайҙар. Әлбиттә, саҡырыу ваҡиғаны тиҙләтте. Айырыуса Президент блогында мәғариф проблемалары хаҡында ҡуйырған фекер алышыуҙар. Халыҡтың мәғариф мәсьәләләренә битараф булмауы күренде, беҙгә ҡарата бик күп тәнҡит һүҙҙәре әйтелә, тәҡдимдәр ҙә күп. Бындай аралашыу ниндәйҙер кимәлдә күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы алмаштыра алыуын аңланым», – тип белдерә. Шунда уҡ Шамонин ауылындағы мәктәп тураһындағы һорауға: «Төҙөүселәр уны август аҙағында тапшырырға вәғәҙә итә. Өфө районы уҡытыусылар коллективы туплау буйынса эш алып бара. Тимәк, мәктәп 1 сентябрҙә асылырға тейеш. Әгәр ҙә тотҡарлыҡтар булһа, бер аҙға ғына кисектерелер, был хаҡта алдан хәбәр итербеҙ», – тип тә өҫтәгән.
Блоктағы комментарийҙар, темаһына ҡарап, айырым исем аҫтында берләштерелеп бирелгән. Ошонда уҡ һорауҙарға яуаптар менән дә танышырға мөмкин. Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһынан татар теле уҡытыусыһының туған тел дәрестәрендә төрлө синыфтарҙың берләштереп уҡытылыуына ҡағылышлы һорауына министр: «Мәғариф министрлығының белем биреү учреждениелары етәкселәренә ебәргән хатында, күп милләтле мәктәптәрҙә туған тел дәрестәрендә, уҡыусылар һанына ҡарамаҫтан, синыф төркөмдәргә бүленә, тип әйтелә. Синыфтарҙы берләштереүгә юл ҡуйылмай», – тип яуап бирә. Ата-әсәләр, ҡайһы бер төп фәндәргә дәрестәр аҙ бүленә, тип борсола. «Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениелары өсөн төбәк базис планы, яҡынса уҡыу пландары федераль программаға нигеҙләнеп төҙөлгән һәм дөйөм белем биреү программаһын тормошҡа ашыра. Тимәк, дәүләт дөйөм белем биреү стандартында федераль компоненттағы фәндәр – рус теле, математика, рус әҙәбиәте һ.б. – нисек тейеш, шул күләмдә уҡытыла, улар бер нисек тә аҙ була алмай», – тип аңлатма бирә.
«Министрлыҡта республика медиапорталын булдырыу тураһында тәҡдим алдым. һеҙ әйткән портал беҙҙә 2007 йылда уҡ булдырылды. Уның адресы: www.oprb.ru», – тип яҙа артабан министр.
«Блог асылған көндән алып төрлө тематика буйынса бик күп комментарий алдым. Мөмкин булған тиклем уларҙың һәр береһенә айырым яуап бирергә тырыштым. Ә инде тематикаһы буйынса ҡабатланған һорауҙарға дөйөм яуап бирелде. Улар уҡыу пландарына, туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә, мәктәптәр янында тәмәке һәм алкоголле эсемлектәр һатыуға, уҡыусыларҙы туҡландырыуға, мәктәп формаһына ҡағылышлы һорауҙар. Айырым һорауҙар буйынса тәҡдимдәр яуаплы белгестәргә йүнәлтелә», – тип яҙа үҙенең блогында Зиннәт Аллаяров.
Мәғариф министрының блогы менән
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА танышты.