RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра

19.02.2011 Яңы еңеүҙәргә ҡанатландыра

Яңы еңеүҙәргә ҡанатландыраӨфө ҡалаһының Конгресс-холында «Мәға­риф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Республикабыҙҙан 127 ҡыҙ һәм егет еңеүсе дипломына һәм 30-ар, 60-ар мең һумлыҡ гранттарға лайыҡ булды. Ә «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып республикабыҙҙың 600-ҙән ашыу йәш таланты был премияның лауреаты булған. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт ярыштарында юғары уңыштарға өлгәшеп, грантҡа лайыҡ булыусы йәштәрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡотланы:
– Һеҙ – Башҡортостандың өмөтө һәм ғорурлығы. Алда яңынан-яңы үрҙәр көтә, уларҙы ла намыҫ менән үтеп, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем.
Мәртәбәле дипломға лайыҡ булыусылар араһында – уҡыу алдынғылары, йәш артистар, музыканттар, спортсылар, рәссамдар. Бүләк­ләнеүселәр араһында Өфө ҡалаһының 31-се мәктәбе уҡыусыһы Руслан Хәбиров та бар. Ул «Ғилми потенциал – XXI быуат» V студент йәштәр һәм уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яулағаны өсөн ошондай наградаға лайыҡ булған.
– Ғилми эш менән өс йылдан ашыу шөғөлләнәм. Ғилми эшемде БДУ-ның физика факультеты доценты Рәсүл Зиннәтуллин етәкселегендә физика буйынса башҡарҙым. Һәм хеҙмәтемдең шундай юғары кимәлдә баһаланыуы өсөн бик шатмын, – ти ул.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, үҫтереү өсөн бик күп сара күрелә. Шулар араһында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә тапшырылған гранттар улар өсөн иң ҙур дәртләндереү сараларының береһе булып тора.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
Р. БАҘЫҡОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!