RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Белем-шәхесте, ғилем илде күтәрә

28.08.2010 Белем-шәхесте, ғилем илде күтәрә

Донъя нигеҙен кешелектең меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһе тотоп торған һымаҡ уҡ, уның яңырыуын, үҫеүен кешенең эҙләнеүҙәре һәм тирә-яҡ мөхитте танып белергә туҡтауһыҙ ынтылыуҙары тәьмин итәлер. ҡайһы бер ҡәүемдәрҙең цивилизация юлынан алдараҡ барыуы, дәүләттәрҙең фәнни, иҡтисади, мәҙәни йәһәттән юғарыраҡ баҫҡыста тороуы, әлбиттә, объектив законлылыҡтар менән раҫлана. Кемдер ошо юлда арттараҡ ҡалған икән, бының да тарихи сәбәптәре бар.
Алға бер генә аҙым булһа ла китеү өсөн белемле булыу зарур. Борон-борондан ғалимдар, мәғрифәтселәр – зыялылар – кешелекте томан һәм ел-дауылдар аша, аң-белем шәмдәрен ҡабыҙып, алға алып барған.
Уҡыу менән белем араһындағы айырманы күрмәү мөмкин түгел. Кемдеңдер ҡулында ике-өс вуз дипломы ла булыуы ихтимал, әммә ошо ғәмәл генә уны, белемле кеше, зыялы, тип атар­ға форсат бирмәй. Ысын мәғәнәһендәге зыялылыҡ – быуындар аша, традициялар менән бирелә торған рухи мираҫ һәм ҡиммәт ул.
Үҙ тарихында әҙәм балаһы байтаҡ ваҡыт тәбиғәт тарафынан барлыҡҡа килтерелә торған матди байлыҡтарҙы ҡулланып ҡына йәшәгән. Ер йөҙөндә халыҡ арта һәм уның ихтыяждары көсәйә барған һайын уның мөмкинлектәре сикләнә, матди сығанаҡтарға юл ҡатмарлана һәм ауырлаша төшә. Бөгөн ҡул аҫтында булған хазиналар иртәгә йәһәннәм төпкөлдәренә, диңгеҙ-океан тәрәнлектәренә йәшеренә. Тәбиғәт серҙәренә нығыраҡ үтеп инә килә, кеше үҙенең мәғлүмәтһеҙлеген, тимәк, көсһөҙлөгөн нығыраҡ тоя. Мәшһүр философ һәм гуманист Фрэнсис Бэкон әйтмешләй, «кеше үҙенең һис нәмә лә белмәүен генә белә» башлай.
Белмәгәнлегеңде белеү – әҙәм балаһын алға этәреүсе һәм уға ҡанат ҡуйыусы тойғо. Ошо тойғо халыҡтың менталь сифатына әүерелһә, ул дөйөм зыялылыҡ нигеҙе булып ята. Социаль һәм сәйәси шарттар ыңғай булмаһа ла, диндең консерватив йоғонтоһо көслө булғанда ла, башҡорттар араһында ла донъяуи белем алыу теләге һис ҡасан да һүрелмәгән. Улай ғына ла түгел, башҡорттарҙың уҡымышлылары күрше ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ҡәүемдәре араһында мәғрифәтселек бурысын башҡарған. Ә инде Рәсәй тарихы төпкөлөнә төшә башлаһаҡ, рус ғалимдары, мәғрифәтселәре, яҙыусыларының башҡортто ағартыуға, ә башҡорт уҡымышлыларының Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә индергән өлөшө хайран ҡалдыра.
Ғәжәпләнерлек, әммә ҡайсаҡ бәлә-ҡаза ла ижтимағи тормошта һуҡранмай һөйләрлек эҙ ҡалдырып ҡуя. Мин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәү, Ленинград, Киевтан байтаҡ ҙур ғалимдың Өфөлә эшләп китеүен күҙ уңында тотам. Ошо аҙ ғына ваҡытта ла уларҙың эшмәкәрлеге Башҡортостанда фәнде, иҡтисадты сифат йәһәтенән юғарыраҡҡа күтәреүгә булышлыҡ иткән. Фәндең иҡтисадҡа, тотошлай халыҡ хужалығына күҙгә күренгән йоғонтоһо ошо йылдарҙа асыҡ күренгән.
Бер саҡ, илдә «үҙгәртеп ҡороу» тигән буталсыҡтар башланғас, СССР-ҙың ҡеүәтле фәне ифрат тиҙ емерелә башланы, белем биреү системаһының ҡаҡшауы ла ошо осорға тура килә. Артабанғы реформалар, дәүләттең фәнгә ҡарата тәкәббер мөнәсәбәте фундаменталь фәнде лә, юғары уҡыу йорттарының фәнен дә хәйерсе һәм абруйһыҙ хәлдә ҡалдырҙы. Дәүләт етәкселәре ниндәй генә вәғәҙәләр бирмәһен, Көнбайыштан килгән суррогат мәҙәниәт һәм мәғлүмәти агрессия йәштәрҙең бер нисә быуынын белем сығанағынан айырҙы. Бындай ҡоласлы юғалтыуҙы «Сколково» тигән квазипроект ҡына ҡаплай алмаҫы асыҡ.
Шул уҡ ваҡытта, Рәсәйгә ҡаршы интеллектуаль агрессия көсәйгән саҡта, Көнбайыш илдәрендә юғары һәм сифатлы белем, технологик һөнәр алыу өсөн тоталь поход йәйелдерелде. Фән фундаменталь мәҙәниәт булып ҡалған бер мәлдә белем тауарға әйләнде. Дәүләттәге тормоштоң сифаты халыҡтың белеме менән билдәләнә башланы. «Инновация» һәм «модернизациялау» кеүек ҡолаҡ ярғыс төшөнсәләрҙең асылына инеү һәм бойомға ашырыу эшенә ҡушылыу өсөн халыҡты ысын мәҙәниәттән һәм фундаменталь фәндән айырмау кәрәк.
«Белем иҡтисады» тигән төшөнсә яңы ла һәм кемдер уйлап сығарған яһалма категория ла түгел. Ул теге йәки был дәүләттең, ғөмүмән, йәмғиәттең үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарын күрһәтә. Күп дәүләттәр, элеккесә, фәне һәм фәнгә та­ян­ған технологияһы булған илдәрҙең интеллектуаль байлығы иҫәбенә йәшәй. Әммә ундай дәүләттәрҙең һаны ла йылдан-йыл аҙая бара. Михаил Ломоносов, Екатерина Дашкова­ларҙан башланғыс алған, Петр Капица, Николай Вавилов, Михаил Лаврентьев, Андрей Сахаровтар дауам иткән Рәсәй фәне лә, борон­ғолоҡта инглиз, алман, француздар менән ярышмаһа ла, күп йылдар донъяла кәм һаналманы. Йыһанға осоуҙы, камил ҡоралдар эшләүҙе тәьмин итерлек фән, техника һәм технологияның, ил етәксеһе яғынан сәйәси ихтыяр булғанда, халыҡ хужалығына, граждан инфраструктураһына хеҙмәт итеү мөмкинлеге бар ине. Әммә мөғжизәләр тыуҙыра алырлыҡ технологиялар иҡтисадҡа ла барып етмәй, халыҡтың тормош-көнкүрешенә лә хеҙмәт итмәй. Уҙған быуат аҙағында, егерме беренсе быуат башында Рәсәйҙең техник һәм технологик йәһәттән артта ҡалыуы бар ғәмгә мәғлүм булды. Идеологик шау-шыу илдең сәйәси етәкселегенең фән ҡаҙаныштарына битараф булыуын ҡаплай алманы. Илдең интеллектуаль ҡеүәтен, башлыса, оборона һәм космосҡа йүнәлтеү халыҡ хужалығының бүтән йүнәлештәрен алдын­ғы технологиянан мәхрүм итте. «Роснано», «Ростехнологик» рәүешле корпорацияларҙың эшмәкәрлеге әлегәсә декларациялар менән генә сикләнә. Бөгөн, мәҫәлән, граждандар авиацияһы өсөн самолеттар эшләү, автомобиль сәнәғәтенең юҡҡа сыға барыуының сәбәптәрен дә технологик доктринаның хата булыуынан эҙләргә кәрәктер һәм был, аңлашылалыр, әлеге ике тармаҡ менән генә сикләнмәй.
Халыҡты – халыҡ һәм дәүләтте дәүләт итеп тотоусы фундаменталь өс ҡиммәт бар: фән, белем биреү һәм мәҙәниәт. Бүтән тармаҡтар ошо өс тамырҙан үҫеп сыға. Әммә ошо ябай хәҡиҡәтте тәҡрарлау ғына уның мотлаҡ дәүләт сәйәсәте булыуын аңлатмай әле. Ельцин хакимлыҡ иткән йылдарҙа фундаменталь фән ҡаҡшап ҡына ҡалманы, ул конкрет иҡтисадтан айырылды һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, фән менән шөғөлләнеүҙең мәртәбәһе кәмене. Ғәмәли етештереүгә фәндең эҙләнеүҙәре һәм табыштары кәрәкмәй булып сыҡты. Һәм әле лә был сәйәсәттә һиҙелерҙәй үҙгәреш юҡ. Хужалыҡ килешеүҙәре буйынса тикшеренеүҙәр алып барылмай тиерлек. Академик һәм вуз фәндәре тамам хәйерселек сигенә етте, сит илдәрҙән хәйриә рәүешендә килә торған гранттарға таянып йән аҫрай башланы. Ошондай шарттарҙа фән юлындағыларҙың ҡартайыуы һәм ғалимдар сафына йәштәрҙең килмәүе ғәжәп түгел.
Рәсәйҙең донъя иҡтисадында тотҡан роле тураһында һөйләгәндә алғы планға уның техник мөмкинлектәрен, технологик ҡаҙаныштарын түгел, бәлки газ, нефть, ағас кеүек сеймал­дар­ҙы ҡуялар. Быға тиклем беҙ донъя баҙарында ҡорал менән билдәле инек, хәҙер иһә уларҙы үҙебеҙ ситтән һатып алыуға йөҙ тотабыҙ. Атом реакторҙары эшләү һәм атом электр станциялары төҙөү мөмкинлектәре аҙая, сөнки Көнбайыш атомға, ғөмүмән, шикләнеп ҡарай. Илебеҙ иҡтисады квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән бер мәлдә Германияла беҙҙән киткән ике миллион белгес эшләй, ә АҡШ-та – миллион самаһы. Улар шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙә лә күп. Юғарыла телгә алынған «Сколково» проекты тураһында һүҙ сыҡҡас, ил Президенты Рәсәйгә сит ил ғалимдарын саҡырыу, ватандаштарыбыҙҙы кире ҡайтарыу тәҡдимен әйтте. Ләкин был ғәмәлгә ашмай торған идея, сөнки уның иҡтисади, социаль, психологик гарантиялары беҙҙә юҡ.
Физика, математика, биология факультеттарына конкурстың юғары булып ҡалыуы бер нәмә менән аңлатыла: карьера өсөн юғары техник белемде хатта Рәсәйҙә алһаң да, Көнбайышта юғалып ҡалмайһың. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: һуңғы өс йылда вуздарға урта мәктәп тамамлағандарҙың барыһын да тиерлек ала башланылар. Был йәһәттән беҙ хатта Америка стандарттарын да уҙып киттек. Хәҙер был хәл үҙгәр­ҙе, сөнки юғары белем тураһында документлы эшһеҙҙәр һаны арта бара. Шул уҡ ваҡытта һөнәрле ябай эшселәр етешмәй.
Әгәр дәүләт фәнгә һәм белем алыуға мөнәсәбәтен үҙгәртә алһа, уҡымышлы кешеләр уның күп проблемаларын хәл итер ине. Йәмғиәт менән дәүләттең социаль заказы ғына Рәсәйҙәге белем биреү системаһын дәүләт ихтыяждары менән яраштыра ала. Бөтә донъя банкы белгестәренең иҫәпләүҙәренә ышанғанда, Төньяҡ Америка илдәре милли байлығының 76 процентын кеше капиталы, йәғни белемле халыҡ тәшкил итә. Интеллект үҙе генә әле тауар була алмай, квалификация һәм профессионаллек формаһын алғас ҡына ул тауарға әүерелә. Фәнни потенциалға һәм уҡытыуҙың һөҙөмтәле системаһына эйә булған уҡыу йорттары «квалификация» тигән тауарҙы етештерә лә инде. Белем биреү баҙары – иҡтисадтың юғары төшөм биреүсе тармағы. Ул хәҙер 100 миллиард долларҙан ашып китте.
Рәсәйҙең быйылғы бюджеты, бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә, тетрәнеүҙәр кисерә. Шөкөр, нефткә хаҡтар юғары. Әйткәндәй, бюджет керемдәренең 55 – 60 процентын газ, нефть, нефть продукттары һатыуҙан алынған килем тәшкил итә. Экспортҡа юғары технологиялы, фәндең өлөшө ҙур булған продукция юҡ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта федераль бюджет сығанаҡтарының артыуы милли иҡтисад, белем биреү, фән, мәҙәниәт файҙаһына түгел. Сығымдар, башлыса, чиновниктар аппаратын, самаһыҙ ҙур депутат корпусын хеҙмәтләндереү өсөн арта. Фән иһә йәнә онотола.
«Белем иҡтисады» тигән төшөнсә йәмғиәтебеҙ мөхитенә һуңғы йылдарҙа ғына килеп инде. Уның асылын бөтә тәрәнлеге менән аңлаған хәлдә «белем иҡтисады» беҙ эҙләп-эҙләп тә осона сыға алмаған милли идея дәрәжәһен алыр ине. Белемһеҙ йәмғиәттең киләсәге юҡ. «Белем – япраҡтары йәшелләнһен һәм емештәре өлгөрһөн өсөн тамсылап һыу йыйыусы тамыр ул». Быны бик боронғо ғәрәп шағиры әйтеп ҡалдырған. Ләкин хәҡиҡәтте ваҡыт ҡына иҫкертмәй.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!