08.06.2019 Ата-әсәләргә кәңәштәр
1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.
2. Балағыҙҙы "Хәйерле иртә" тип уятығыҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ. Бала йоҡоһонан уяна алмай ятҡанда, уны әрләүҙән, ыҙғыш-талаштан тыйылығыҙ.
3. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.
4. Психик һаулыҡтың борондан билдәле булған "Һин яҡшы, әммә бүтәндәрҙән бер яғың да артыҡ түгел" формулаһын бала күңеленә һеңдерегеҙ.
5. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.
6. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә уны кисерә белегеҙ.
7. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрә белегеҙ һәм хуплағыҙ.
8. Бала һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышанырға тейеш. Ярҙамға мохтаж сағында һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ.
9. Уның менән аралашыу өсөн көн һайын "айырым ваҡыт" булдырығыҙ.
10. Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.
11. Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.
12. Бәхәсләшкәндә ҡайһы саҡта бала менән ризалашығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ уны башҡаларға юл ҡуя, еңелеүен һәм хаталарын таный белергә өйрәтерһегеҙ.
13. Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнҡитләмәгеҙ.
14. Балаларҙың ниҙер һорауына, үтенеүенә күнеккәнбеҙ. Иғтибар итегеҙ: үҙегеҙ һәр саҡ бойороу тонында һөйләшмәйһегеҙме? Балағыҙға үтенес менән мөрәжәғәт итергә өйрәнегеҙ.
15. Намыҫлы, тоғролоҡло, ғәҙел һәм уның өсөн абруйлы булған атай- әсәй булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ. Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.