RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы мәктәп яңы өмөттәр уята

30.05.2019 Яңы мәктәп яңы өмөттәр уята

Архангел районының Айытмәмбәт ауылы балалары яңы уҡыу йылын заманса белем усағында башлаясаҡ

“Йәшлек” гәзите редакцияһына проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һораған хаттар байтаҡ килә. Эш сәфәрҙәренә сыҡҡанда ла ауылдарҙағы киҫкен торған мәсьәләләрҙе урап үтмәҫкә тырышабыҙ. Әлбиттә, заман үҙгәрә, совет осоронда ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан һәр хатҡа яуап булһа, бөгөн ҡайһы бер етәкселәр уларҙы күрмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Шулай ҙа гәзит ярҙам итә алған осраҡта, беҙ бер ҡасан да баш тартмайбыҙ.


2018 йылдың апрель айында “Ауыл: аҫаба ха­лыҡ, бөгөнгө йә­шәйеш” рубри­каһында “Тарихың бай, бөгөнгөң ма­тур, Айытмәмбәт” исемле мәҡәлә донъя күргәндән һуң, гәзит һүҙенең абруйы юғал­ма­ғанына ышандыҡ. Унда Архангел ра­йонындағы ауылдың йәшәйешенә ҡағылышлы оло проблема – мәктәп бинаһының иҫкереүе, авария хәлендәге бинала балаларҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылыуы тураһында һүҙ бара ине. Мәҡәлә сығып күп тә үтмәне, республика Хөкүмәте Башҡортостандың юбилейына арналған “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проектына Айытмәмбәт мәктәбе төҙөлөшөн индерҙе. Сентябрь айында башланған төҙөлөш эштәре бөгөнгө көнгә тиклем өҙлөкһөҙ дауам итеп, байтаҡ эш башҡарылған. Яңы уҡыу йылында өр-яңы мәктәпле буласаҡ Айытмәмбәттәр оло шатлыҡ­тары менән уртаҡлашыу өсөн беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыр­ҙы. Шулай итеп, яҙҙың йәмле бер көнөндә йәнә Архангел тарафтарына юлландыҡ.

Беҙҙе 85 процентҡа төҙөлөш эштәре тамамланған яңы мәктәп бинаһы ҡаршы алды. Проектҡа ҡарағанда, ауылды йәмләрлек дан белем усағы буласаҡ ул. 60 урынлыҡ башланғыс мәктәп, 40 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, ашхана, уйын бүлмәләре, тамаша залы, ауыл халҡы өсөн спорт залы, ә тышта спорт һәм уйын майҙансыҡтары, йәшел зона, машиналар ҡуйыу өсөн урын – быларҙың барыһы ла бер комплекс эсенә индерелгән. Ауылға газ үтмәү сәбәпле, мәктәп утын менән йылы­тыласаҡ. Төҙөлөш өсөн республика ҡаҙнаһынан етерлек кү­ләмдә аҡса бүленгән. Төҙөлөш эштәрен алып барыусы “СФ – 15 БНЗС” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы прорабы Рафаэль Өлфәт улы Кәримов әйтеүенсә, бөгөн бинаның тыш яғы эшләнә, запас күтәрмә (янғын баҫҡысы) төҙөлә башлаған. Ә эстә штукатурлау эштәре башланған. Улар­ҙы атҡарғас, йылытыу һәм электр системаларын ҡороуға тотонмаҡсылар. Йәйгелеккә би­ҙәү эштәре, биләмәне йәшел­ләндереү, тәртипкә килтереү ҡала. Сәс­кәләр һәм ағастар ултыртыу өсөн ауыл халҡы берҙәм булып өмәгә сығырға йыйына. Әйт­кәндәй, төҙөлөш эшенә урынлашып, ауыл­дың бай­таҡ ир-егете эш хаҡы алып ҡыуана.

Төҙөүселәр менән һәр ваҡыт аралашып, эш барышы менән танышып тороу­сы ауыл ста­ростаһы Заһир Яппаров, депутат Тимерхан Ғиззәтуллин, Оҙондар ауыл хакимиәте баш­лығы Гөлшат Лоғманова һәм Айытмәмбәт ауылында тыуып үҫкән йәмәғәт эшмәкәре, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Ға­рифулла Яппаров уларҙың эшенән ҡәнәғәт. Редакция хеҙ­мәткәрҙәре барған көндө лә Ғарифулла Хәбибулла улы, ауылдаштары исеменән эш­селәргә рәхмәт әйтеп, күс­тәнәстәр, бүләктәр тапшырҙы.

– Киләсәк быуынға белем усағы төҙөгән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Был ауылдан бик күп тарихи шәхес, яугир сыҡҡан. Юғары белем алып, матур хеҙ­мәт юлы үтеүселәр ҙә байтаҡ. Киләсәктә лә ауыл йәшәһен, балалар белемгә ынтылһын тиһәк, мотлаҡ мәктәп кәрәк. Әлеге төҙөлөш ауыл өсөн мөһим ваҡиға – ауыл киләсәге төҙөлә! – тип ул күңел шатлығы менән уртаҡлашты.

Яңы мәктәп үҙ ишектәрен яңы уҡыу йылында аса. Беренсе класҡа ундан ашыу бала ки­ләсәк. Әле, төҙөлөш эштәре барыу сәбәпле, мәктәп ябылып торған. Айытмәмбәттең 40-тан ашыу балаһы күрше ауылға йөрөп уҡый. Уларҙың һәр береһе ҙур өмөт менән яңы уҡыу йылын көтә.
Тыуған ауылдарында, атай-әсәйҙәре янында тырышып уҡырға, тигән хыял менән йә­шәйҙәр. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа, яҙлы-көҙлө ямғырлы көндәрҙә автобуста күрше ауылға йөрөү еңел түгел шул.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Юлай КӘРИМОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек