23.05.2019 Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар
Башҡортостанда балалар ҡаҙна иҫәбенә төрлө түңәрәктә шөғөлләнә ала, бының өсөн электрон сертификаттар булдырыла, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙсе.
Рәйлә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
– РФ “Мәғариф” өҫтөнлөклө проектына ярашлы, республикала “Һәр баланың уңышы” тип аталған төбәк проекты эшләй башлаясаҡ. Ул баланың өҫтәмә белем алыуына, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булып тәрбиәләнеүенә шарттар тыуҙыра. Ошо маҡсаттан республикала яңы уҡыу йылынан башлап өҫтәмә белем биреүгә электрон сертификаттар ғәмәлгә индереләсәк.
Ата-әсәләр онлайн-режимда махсус программаға теркәлеп, балаһына иҫәптә күпмелер һум аҡсаһы булған электрон документ төҙөй аласаҡ. Был сертификатты өҫтәмә дәрестәргә, шахмат, бассейн һәм башҡа түңәрәктәргә түләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелгән аҡсаны бюджет һәм коммерция түңәрәктәре өсөн дә тотонорға була.
– Ата-әсәләргә электрон системала баланың ҡайһы түңәрәккә йөрөгәнлеген күрһәтергә генә кәрәк буласаҡ. Унда төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә дәрестәр өсөн түләүҙәр күсереләсәк. Әгәр ҙә бала түңәрәкте ташлаһа, түләүҙәр шунда уҡ туҡтатыла. Ә ҡалған аҡсаны башҡа түңәрәктәр өсөн тотонорға мөмкин буласаҡ, – тине БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.
Әйткәндәй, был проектта лицензияһы булған мәғариф ойошмалары ғына ҡатнаша ала. Ата-әсәләр сертификаттағы аҡсаны бер нисек тә ҡулына ала алмаясаҡ. Түләүҙәр төбәк бюджетынан туп-тура мәғариф ойошмаһы иҫәбенә күсәсәк.