RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

17.05.2019 “Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

“Тамыр” телеканалы әленән-әле күркәм ваҡиғалары менән балаларҙың күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Һуңғы айҙа ғына телеканал хеҙмәткәрҙәре бәләкәстәр менән бергә ололар ҙа көтөп алған концерттарҙы ойошторҙо, үҫмерҙәр өсөн беренсе "Бирешмә" премияһын тапшырыуға башланғыс һалды, “Родина” кинотеатрында аҙна һайын “Туған тел сәғәте” акцияһын уҙғарҙы. Хатта Калуга ҡалаһында “Беҙҙең заман геройы” исемле социаль телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивалендә еңеү яулап өлгөрҙө улар!

Балалар һәм үҫмерҙәрҙең үҙ телендә аралашыу мөхитен киңәйтеү буйынса ал-ял белмәй ижад иткән «Тамыр»ҙарҙың ошо көндәрҙә «101 әкиәт» тип аталған аудиоальбом сығарыуын да ишеткәс, һоҡ­ла­ны­уыбыҙҙың сиге булманы. Яңы аудиоальбом ике дисктан тора: «Халыҡ әкиәттәре» һәм «Автор әкиәттәре». Әкиәттәрҙе халыҡ артистары Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Мортазин, Рәмилә Сәлимгәрәева, Рим Зыязетдинов, Нәғим Нурғәлин, Фирҙәт Ғәлиев, шулай уҡ телеканалдың алып барыусылары, режиссерҙары, республиканың билдәле кешеләре уҡыған. Альбомды сығарыуға мөхәррир Зөлфиә Даянова, тауыш режиссеры Азат Рәхимов, рәссам Айгөл Бикбаева яуаплы булған. Йәш тамашасыларға һәм ата-әсәләргә «Радость есть» кафеһында тәҡдим ителгән исем туйына беҙ ашҡынып барҙыҡ. Әкиәт тыңлаған балалар аҡыллы, зирәк, ҡыйыу булып үҫә, тигәндәре дөрөҫ. Бер­ҙәмлектең, татыулыҡтың оло көскә эйә булыуы, яҡшылыҡтың һәр саҡ яманлыҡты еңеүенә был байрамда тағы бер тапҡыр инанды бәләкәстәр.

«Тамыр»ҙың байрамдары бер ҡасан уйынһыҙ, йыр-бейеүһеҙ, тәмлекәстәрһеҙ үтмәй. Был юлы ла барлыҡ ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡалды. Балалар концерт ҡарап, уйындарҙа ҡатнашып, Һомай һәм Урал исемле ҙур ҡурсаҡтар менән фотоға төшөп ҡыуанды. Проекттың исем туйы программаһын телеканал мөхәррире Гөлфиә Раянова төҙөгән.

«Беҙ, өлкәндәр, балаларыбыҙға бик аҙ иғтибар һәм ваҡыт бүлеүебеҙҙе аңлайбыҙ. «Тамыр» телеканалы проекттары ошо етешһеҙлектәрҙе кәметә, кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итә, тигән һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыуаныслы, – ти телеканал директоры Гөлназ Ҡол­һарина. – Балаларҙың аңын формалаштырыуҙа әкиәттең әһәмиәте күптән билдәле. Әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙән тыш, әкиәт кескәйҙәрҙең телмәрен, күҙаллауын, хәтерен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Шуға күрә ата-әсәләрҙе балаларына туған телдә әкиәт һөйләргә саҡырам! Әгәр бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡ икән, беҙҙең аудиоальбомдарҙы тыңлатығыҙ йәки бергәләп тыңлағыҙ».




Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек