RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡ

01.02.2011 Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡ

Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡКүргәнегеҙ барҙыр: кескәй генә балаға ҡәләм тотторһаң, ул шунда уҡ телен арҡыры тешләп, алдында ятҡан ҡағыҙҙы сыймаҡлап бөтәсәк, аҙаҡ, дәртләнеп китеп, өҫтәлгә яҙа-һыҙа башлай, шуның менән хушһынмайынса, стенаға ла «шедевр»ҙарын яһап ҡуясаҡ. Был ғәжәп күренеш һәр беребеҙҙең һүрәт сәнғәтенә ынтылышын күрһәтә кеүек. Һуңынан, өлкәнәйә бара, күпселектең булмышында рәссам һүнеп юғала, ә даланлылар, һәләтен үҫтереп, ижад емештәрен башҡаларға өләшә, зауығыбыҙҙы арттыра, рухыбыҙҙы байыта.
Шундай һәләтлеләр Башҡорт дәүләт университетының Учалы факультетында ла бар. Милли иҡтисад факультетының өсөнсө курс студенты Салауат Хафизов, мәҫәлән, өс йәшлек сағынан һүрәт төшөрә. Айырыуса портрет, графиканы үҙ итә. Филология факультетының беренсе курс студенты, Белорет ҡыҙы Ләйсән Мусина ла үҙ-үҙен белгәндән ҡәләм, буяуҙар менән дуҫ. Уның өсөн һынлы сәнғәттең бөтә жанрҙары ла яҡын, һәләт мөмкинлектәрен барлап, һәр береһендә үҙен һынап ҡарай. Ә Учалыға иҡтисадсыға уҡыр­ға килгән Айым Торомтаева Белорет педколледжында белем алған сағында ғына ныҡлап һүрәт төшөрөү серҙәренә төшөнә башлаған. «Күңелем тулғанда хис-тойғоларымды ҡағыҙ битенә төшөрәм, – ти Хәйбулла районы ҡыҙы. – Һүрәттәрем кеше өсөн түгел, шәхсән үҙем өсөн. Әммә улар башҡаларға ла йыуаныс-ҡыуаныс килтерә икән, мин тик шат ҡына». Ошо йәш рәссамдар менән Башҡорт дәүләт университетының Учалы факультетында үткән үҙенсәлекле ижад кисәһендә танышырға яҙҙы. Буласаҡ филолог-рәссам Ләйсән Хәбибуллина ла кисәлә үҙенең шәхси күргәҙмәһен ойоштор­ғайны: сағыу буяуҙар, үткер деталдәр, нескә һыҙыҡтар ярҙамында ул тыуған ергә булған һөйөүен, шәхестәргә оло ихтирамын сағылдыр­ған – эштәрендә ҡыҙҙың бар күңел байлығы һынланған, битараф ҡалырмын тимә.
Әйткәндәй, ижад кисәһендә рәссамдар ғына түгел, шағирҙар ҙа, бейеүселәр ҙә, тамашалар­ҙы алып барыусылар ҙа үҙ һәләтен күрһәтте, Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Эдгар Вилданов, шағир, «Хазина» фольклор төркөмө ағзаһы Байгилде Янбулатов, хореограф Зөлхизә Күлбәйетова менән ижад серҙәре хаҡында һүҙ алып барҙылар. Кисәнең Эдгар Вилдановтың ижадына арналған өлөшөндә Данил Нәғимйәнов, Артур Заһиҙуллин, Азат Ғайсин, Айҙар Юлбирҙин, Илдус Камалетдинов шағир­ҙың әҫәрҙәрен уҡып, ятлап ишеттерһә, «Яйыҡ» бейеү ансамбле ҡыҙҙары «ҡойон», «Нардуған», «Ете ырыу» ансамблдәрен ойоштороусы Зөлхизә Күлбәйетованың бейеүҙәрен тамашасыларға бүләк итте (оҫта хореограф Зөлхизә Мәүлитбай ҡыҙы юғары уҡыу йортонда өҫтәмә һөнәрҙәр бүлеге мөдире булып эшләй, «Яйыҡ» – уның төпсөк ансамблдәренең бере­һе). Шағир Байгилде Янбулатов иһә үҙе етәкләгән «ҡаурый ҡәләм» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың ижады менән таныштырҙы, һөйөнөстәре менән уртаҡлашты: ошо арала филология факультеты студенты Рузалиә ҡыуан­дыҡованың «Шиғри көндәлек» исемле тәүге китабы донъя күргән! Иптәштәре Бөрйән ра­йоны­ның хискә бай ҡыҙын ҡотлауҙарға күмеп, уға «Илһам» тип аталған бүләк-посылка, гөлләмәләр тапшырҙы, әҙәбиәт күгендә балҡып яныр­ға яҙһын, тип теләктәр теләне. Яҡтылыҡҡа ынтылған, изгелек ҡылырға өндәгән Рузалиәнең шиғырҙарын Дилә Йәрмөхәмәтова, Рәйлә Ғарипова, Эльмира Ғафуанова башҡар­ғанда, әйтерһең дә, йәш ҡәләм тибрәтеүсенең күңел ынйыларын, нурҙарын һәр кемгә услап-услап өләште – бер кем дә бүләкһеҙ, өлөшһөҙ ҡалманы.
Беренсе еңеүҙәрен, тәүге уңыштарын иптәштәре менән ихлас уртаҡлашып, дуҫтарының ысын күңелдән ихтирам итеүен, һанлауын тойған йәш ижадсылар саранан ҡанатланып сыҡҡандай тойолдо. Был уларға яңы үрҙәргә артылырға рухландырыр көс, илһам бирһен – һуңынан беҙҙе, сәнғәт, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, матур әҫәрҙәр, гүзәл тамашалар менән ҡыуандырыр өсөн.


Баныу ҡАһАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!