RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәр

01.02.2011 Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәр

Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәрХеҙмәт юлымдың бер өлөшөн балалар менән эшләүгә бағышлаған­ғамы, берәй ҡалаға йәки районға командировкаға сыҡһам, шундағы мәктәпкә һуғылмай китмәйем. Әле лә шулай, Күмертауға барғанымда, ҡаланың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбенә юлландым. Тәүге тапҡыр был уҡыу йортонда “Йәшлек”тең бер төркөм журналисы, Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары ме­нән берлектә, 1997 йылда булғайныҡ. Урындағы башҡорт милли хәрәкәте ағзаларының, алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр­ҙең ғәҙел талабына ҡаршы тора алмай, ҡала хакимиәте етәкселәре асырға мәжбүр булғайны уны. Милли мәғарифты үҫтереүгә, республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр асыуға тос өлөш индергән Мөхәммәт ағай Исҡужиндың ярҙамы ҙур булғайны был белем усағын ойошторғанда ла.
Ун өс йыл элек беҙ күргән мәктәп менән хәҙергеһен сағыштырырлыҡ түгел, айырма – ер менән күк араһы. Уҡыу йортоноң ихатаһына килеп инеү менән, мине әллә ҡайҙан күреп өлгөргән балалар саф башҡорт телен­дә сәләмләргә ашыҡты. Мәктәп тупһаһы аша эскә үткәс тә, бөтөн ерҙә таҙалыҡ, тәртип күҙгә ташлана. Бер ҡараштан уҡ күптән түгел капиталь ремонт яһағандары ла һиҙелә: түбәләр ҙә, стеналар ҙа, иҙәндәр ҙә ялтлап тора.
Мәктәпкә был килгәнемдә лә, үҙ ғәҙәтемә тоғролоҡ һаҡлап, эште балалар менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙән башланым. Башта директор Әлфинур Ванюркина: “Беҙҙең уҡыусылар бәләкәй бит әле, улар менән уртаҡ тел таба алырһығыҙмы икән?” – тип шик тә белдереп ҡуйғайны. Ләкин, кескәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыусылар бик әүҙем булып сыҡты. Шуныһы күңелгә май булып яғылды – белем усағында башланғыс синыфтар ғына уҡыһа ла, “Йәшлек” гәзите тураһында күптәр хәбәрҙар икән, хатта уны яратып алдырыусылар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә лә беҙҙең әңгәмәбеҙ баштан уҡ ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. ҡыҙ­ҙар һәм малай­ҙар мауыҡтырғыс итеп үҙ­ҙә­ренең уҡыуы, ҡыҙыҡ­һынған китаптары, ниндәй түңәрәктәргә йө­рөүҙәре, яратҡан уҡытыусы апайҙары һәм ағайҙары тураһында һөйләне. Мин үҙ сиратымда гәзиттең нисек сығыуы, мәҡәләләр һәм шиғырҙар яҙғанда нимәләргә иғтибар итергә кәрәклеге хаҡында бәйән иттем. Йәнле һөйләшеү ваҡытында бергәләп йырлашып алырға ла мөмкинлек таптыҡ.
Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәрДүртенсе класта уҡыған Айнур ҡәҙимов, мәҫәлән, ҡарап тороуға тыйнаҡ ҡына күренһә лә, дзю-до түңәрәгенә йөрөй икән. Хатта, ҡалалағы ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ тиҫтер­ҙәре араһында бер нисә тапҡыр еңеү ҙә яулап өлгөргән. Ләйсән Әлибаева иһә рус, башҡорт телдәре буйынса уҙғарылған ҡала олимпиадаларында ҡатнашып, икенсе урынды яулаған.
– Мин икенсе синыфта “дүрт” һәм “биш” билдәләренә генә уҡыйым, – ти Наҙгөл Рәхимова. – Шашка, йыр түңәрәктәренә йөрөргә яратам. Әкиәт һөйләү буйынса “Йомро-йомро йомғағым” ҡала бәйгеһендә беренсе урынды яулағайным, баш ҡалабыҙ Өфөгә ебәрҙеләр. Унда ла уңышлы сығыш яһаным.
Наҙгөлдөң әхирәте Ринада Бикбирҙина ла икенселә генә уҡый. Физкультура, аэробика түңәрәктәрендә шөғөлләнгән ҡыҙ аш-һыуға ла оҫта икән.
Раил Вахитов – мәктәптә иң шуҡ малайҙарҙың береһе. Шулай ҙа уҡыу­ға шәп үҙе. Раил күптән түгел ҡалала уҙғарылған шашка ярыштарында чемпион булған.
Был балаларҙың барыһы өсөн дә тағы бер уртаҡ сифат бар – улар бейеүгә, йырға, шиғыр һөйләргә маһир.
– Беҙҙең мәктәптә үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән, балаларҙы ярат­ҡан уҡытыусылар эшләй, – ти Әлфинур Әхмәтшәриф ҡыҙы. – Шуға ла һөҙөмтәләребеҙ ҙә күҙгә күренеп тора. Айырыуса 34 йыл ғүмерен йәш быуын тәрбиәләүгә арнаған Миңзәлә Миһранованы, музыка уҡытыусыһы Йәмил Рафиҡовты, физкультура уҡытыусыһы Әхәт Рафиҡовты, Клара ҡотлогилдина­ны, Лилиә Әлибаеваны билдәләп үтер инем. Улар балаларға донъяның серҙәрен аңларға ярҙам итә, китап­ҡа, туған телебеҙгә, моңобоҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләй.
Мәктәптә үҙҙәренең белем усағына нигеҙ һалған Мөхәммәт Исҡужинды ла онотмайҙар. Йыл һайын оло шәхесебеҙҙең тыуған көнөндә уға арналған асыҡ дәрестәр, ғилми-ғәмәли конференциялар, хәтер кисәләре үткәрелә. Был сараларға Өфөнән, башҡа тараф­тар­ҙан мәрхүмдең дуҫтары, туғандары, замандаштары саҡырыла.
– Ата-бабаларыбыҙҙың тарихын белгән, нәҫел-нәсәбебеҙҙең атын-затын онотмаған, ырыу шәжәрәһен йөрәгендә йөрөткән кешеләр генә киләсәктә республикабыҙға, илебеҙгә файҙа килтерерҙәй шәхес булып етешә, – тип иҫәпләй мәктәп директоры Әлфинур Ванюркина.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.

Күмертау ҡалаһы.

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!