RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

26.03.2019 Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Башҡортостан химиктары был хәлде 20 йыл буйы көткәйне, йәки Радий Хәбиров радийҙың атом номерын беләме?

Өфөлә мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй химия олимпиадаһының йомғаҡлау этабы уҙҙы. Сарала илдең 55 төбәгенән 230 уҡыусы ҡатнашты. Иң ҙур делегациялар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан булды.

Башҡорт дәүләт университеты базаһында ойошторолған сарала, башҡа илдәрҙәге олимпиадаларҙан айырмалы рәүештә, ҡатнашыусылар күп мәсьәлә сисеүҙән азат ителде. Олимпиада 9-11-се класс уҡыусыларының логик фекерләүен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. Химияны тәрән өйрәнеүгә, заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға йәлеп итеү, шулай уҡ уларҙы сығарылыш имтихандарын тапшырыуға әҙерләү ярыштарҙың төп маҡсаты булып тора.
Бына, ниһайәт, һөҙөмтәләрҙе барлар көн дә килеп етте. Йомғаҡлау сараһына РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килде һәм еңеүселәрҙе дипломдар менән бүләкләне.

—Тәү сиратта, залда киләсәктә республикабыҙ, илебеҙ үҫешенә өлөш индерәсәк йәштәрҙе күрәбеҙ, — тине Радий Фәрит улы. — Көн һайын ярыштарға әҙерләнеү һәм еңеп сығыу — оло хеҙмәт. Һеҙҙең тырышлыҡҡа һоҡланам һәм рәхмәт белдерәм. Йәмғиәткә файҙа килтерәсәк инновацион асыштар — әлегә фантастика булып тойолған хыялдарығыҙҙың киләсәктә ысынға әүерелеүен теләйем!

Р. Хәбировтың: “Мине химия фәне менән бәйләп тороусы төп әйбер —исемем. 55 йыл элек улы тыуғас, атайым әсәйемә Радий менән Уран исемдәрен тәҡдим иткән. Улар икенсеһен һайлаған. Әйткәндәй, радийҙың атом номерын һәм үҙенсәлектәрен иҫләйем”, — тигәненә уҡыусылар гөрләтеп ҡул сапты.
Мәскәү дәүләт университетының химия факультеты президенты, академик, Бөтә Рәсәй химия олимпиадаһы жюри рәйесе Валерий Лунин, хужаларға ҡунаҡсыллығы, яҡты йөҙө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Илдең абруйлы химиктарынан торған жюри ағзалары билдәләүенсә, мәсьәләләр ҡатмарлаша барыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың белем кимәле лә үҫә, улар йылдан-йыл юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Быйыл Башҡортостан уҡыусыларының лайыҡлы сығыш яһауын маҡтап телгә алмау мөмкин түгел. Ике тиҫтә йыл самаһы беҙҙең команда өсөн бындай олимпиадалар еңеүҙәрһеҙ уҙһа, быйыл бер юлы алты уҡыусы призер булып, Башҡортостан командаһы рекорд ҡуйҙы! Кәрим Ҡоланшин, Искәндәр Шәмиғолов, Тимур Дәүләтбаев (Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары), Салауат ҡалаһынан Азат Вәлиев, Стәрлетамаҡтан Артур Ҡолошев һәм Азамат Сафиканов, илдең иң көслө командаларынан һаналған Мәскәү, Новосибирск ҡалалары, Мордовия химиктары менән бер рәттән, призлы урын яуланы. Әйткәндәй, был дипломдар Рәсәйҙәге теләгән юғары уҡыу йортоноң химия факультетына бер ниндәй имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирә.

—Олимпиада ныҡ мауыҡтырғыс булды. Башҡа төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәребеҙ менән аралашыу оҡшаны. Мин һуңғы минутҡа тиклем призлы урын алыуым хаҡында белмәнем. Исемемде иғлан иткәс, ҡаушап ҡалдым. Ярышҡа әҙерләгән Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына оло рәхмәтемде белдерәм, — тине Кәрим Ҡолоншин.

Искәндәр Шәмиғолов, тәү сиратта, үҙенең уҡытыусыһына рәхмәтле:
— Айнур Мансур улы Ғүмәров ябай уҡытыусы түгел. Ул уҡыусыларҙы үҙенең фәненә өйрәтеп кенә ҡалмай, ә баланың йөрәгенә осҡон һала, химияға ҡарата һөйөү уята белә. Тап уның дәртләндерә белеүе арҡаһында, лицейсылар араһында химияны һыу кеүек эсеүсе уҡыусылар күп. Ул һабантуйға батырҙар әҙерләүсе тренер кеүек — еңеүгә өмөт уята һәм маҡсаттарҙы хуплай, киләсәккә яңы үрҙәргә әйҙәй белә. Тап остазым арҡаһында химия минең өсөн күңелһеҙ фәндән иң ҡыҙыҡлы дәрескә әйләнде. Был фәндең диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөргә кәрәклеге сәмләндерҙе. Реакциялар барышын белеү өсөн мәсьәлә сисеү генә аҙ, инженер калькуляторында эшләргә, математиканы яҡшы белергә тура килә. Былтыр, миңә, 9-сы класс уҡыусыһына, химияны яҡшы төшөнөр өсөн, 11-се кластың логарифмдарын да өйрәнергә тура килде. “Еңеү рецебы”на килгәндә, ошо лицей - интернатта уҡыуым, бөтә республиканан йыйылған һәләтле үҫмерҙәр менән таныш булыуым, үҙаллылыҡҡа өйрәнеүем ярҙам итә, тип уйлайым.
Әйткәндәй, лицей хакимиәте мине индивидуаль уҡытыуға күсергәне өсөн рәхмәтлемен. Был алым мәктәп программаһынан артта ҡалмайынса, төрлө олимпиадаларға ныҡлап әҙерләнергә мөмкинлек бирә.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Т. Мәннәнов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!

Ғәйепте ситтән түгел,  үҙебеҙҙән эҙләйек